Владимир Путин эшләүсе пенсионерҙарға пенсияларҙы индексациялау тураһында законға ҡул ҡуйҙы. Түләүҙәр киләһе йылдан яңынан индексациялана башлаясаҡ. 2025 йылдың февралендә улар уртаса 1,3 мең һумға артасаҡ. Эшләүсе пенсионерҙарҙың пенсияһын арттырыу эшләмәүселәргә ҡаралғаны менән бер. Индексация суммаһын билдәләнгән, әммә эш итеү осоронда түләнмәй торған страховка пенсияһы һәм уға беркетелгән өҫтәмә (надбавка) күләменән сығып, алдағы барлыҡ индексацияларҙы һәм төҙәтмәләрҙе иҫәпкә алып иҫәпләйәсәктәр. Киләһе йылда эшләүсе пенсионерҙарға пенсиялар 2025 йылда ҡаралган процентка индексацияланасаҡ. 2016-24 йылдарҙа "төшереп ҡалдырылған" индексацияларға килгәндә, был суммалар пенсияға кеше эштән киткәндән һуң ғына өҫтәләсәк.