+24 °С
Ямғыр
Башҡортостанда 66 йәшлек Илдар Бакировты эҙләйҙәр. Был хаҡта «Лиза Алерт» ирекмәндәре хәбәр итте. Мәғлүмәттәргә ярашлы, ир 16 августа өйөнән сығып киткән. Шул ваҡыттан бирле уның ҡайҙа икәне билдәһеҙ.
Билдәләре: буйы 177 см, уртаса кәүҙәле, ҡара сәсле, һоро күҙле.
Һоро ветровка, күк джинсы, ҡуйы йәшел итек кейгән.
Әгәр һеҙгә юғалған кеше тураһында берәй мәғлүмәт билдәле булһа, 8 800 700 54 52 телефоны буйынса хәбәр итеүегеҙ һорала.