Шоңҡар
+24 °С
Ямғыр
Йәмғиәт
19 Август 2024, 10:59

19-28 августа Башҡортостанда һайлаусыларға адреслы мәғлүмәт һәм хәбәр итеү ойоштороласаҡ

Участка һайлау комиссиялары ағзалары түбәндәге маҡсатта өйҙән өйгә йөрөйәсәк:

19-28 августа Башҡортостанда һайлаусыларға адреслы мәғлүмәт һәм хәбәр итеү ойоштороласаҡ19-28 августа Башҡортостанда һайлаусыларға адреслы мәғлүмәт һәм хәбәр итеү ойоштороласаҡ
19-28 августа Башҡортостанда һайлаусыларға адреслы мәғлүмәт һәм хәбәр итеү ойоштороласаҡ

19 августан 28 авгусҡа тиклем Башҡортостанда һайлаусыларға адреслы мәғлүмәт һәм хәбәр итеү ойоштороласаҡ.

✅ Участка һайлау комиссиялары ағзалары түбәндәге маҡсатта өйҙән өйгә йөрөйәсәк:

- ҡасан һәм ҡайҙа тауыш бирергә мөмкин булыуы хаҡында һөйләргә;
- һайлау участкаһының адресын хәбәр итергә;
- сәләмәтлек торошо йәки башҡа сәбәптәр буйынса участкаға килә алмаған һайлаусыларға ярҙам итергә.

📝 Үҙе менән участка һайлау комиссияһы ағзаһы танытмаһы һәм кәрәкле полиграфия продукцияһы аласаҡ.

‼Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостанда тауыш биреү көндәре – 2024 йылдың 6, 7 һәм 8 сентябре.

Бөтәһе 218 һайлау кампанияһы үтә:

- Башҡортостан Башлығын һайлау;
- 54-се Өфө бер мандатлы округы буйынса Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутатын өҫтәмә һайлау;
- ҡала, район һәм ауыл советтарына депутаттар һайлау буйынса 216 кампания.

Автор:Айнур Акилов
Читайте нас