Күптән түгел бер танышым: “Дә-ә, һиңә лә ҡырҡ биш тула бит, әй”, — тине. Был: “Һин, хөрәсән, ундай йәшкә бөтөнләй лайыҡ түгелһең бит”, — тип әйтергә теләнеме, әллә ваҡыттың тиҙ үтеүенә ишараланымы – аңғарманым. “Мемуарҙар яҙырға уйламайһыңдыр ул?!” — Бәй ҡарашында мыҫҡылға тартым ҡушымта ла бар икән үҙенең. Мин йылмайҙым ғына, йәнәһе барыһын да шаярыу кеүек ҡабул итәм. Ләкин был хәбәр үҙем һәм яҡындарым өсөн генә яҙылған, ғүмеремдең хәйерле-хәйерһеҙ мәлдәрен сағылдырған альбомдағы фото-хәтирәләрҙең бер нисәүһен “Ағиҙел” уҡыусыларына тәҡдим итергәме әллә, тигән уй тыуҙырҙы... Әлбиттә, ул “фотолар” әҙәби ҡанундарға таянып, саҡ-саҡ ҡына ретушланған. Был ретушҡа ул саҡтарҙы һағыныуым, шуға ла бөгөнгөнән һиҙелерлек дәрәжәлә матур итеп күрергә теләүем дә өҫтәлгәндер, ә ҡалғаны нисек бар – шулай.
Яңы яуған ҡар өҫтөнән...
Апайҙарымдың балалары уҡыуға отҡор булып сыҡты. Башҡаларының бала саҡтарын яҡшы хәтерләмәһәм дә, Миңьямал апайҙың ҡыҙҙарын иҫләйем.
Тракторҙа эшләп йөрөгән сағым ине. Балаларҙың нисә йәштә нимәгә һәләтле булырға тейешлеге хаҡында бер төрлө лә мәғлүмәтем юҡ. Фәриҙә һәм игеҙәктәр Ғәлиә менән Фәниә өләсәләренә, минең әсәйемә, йыш ҡына “хәл белешергә” киләләр. Баланың балаһы балаңдан да ҡәҙерле, тиҙәр. Әсәйемдең уларҙы яратҡанын күреү миңә лә күңелле. Өйҙә кәйефтәр ҙә, үҙ-ара мөғәмәлә ҡәҙимгенән күтәрелә төшә. Әсәйем уларҙы, эй, һөйләндерә һәм һәр һүҙҙәренә шул ҡәҙәрем ҡыуана. Яңынан-яңы тәм-томдарын сығарып һыйлай.
Әсәйҙең улар менә аралашып арыу уҡ танһығы ҡаныуға, минең ҡарамаҡҡа күсәләр. Игеҙәктәрҙең сәстәре ап-аҡ, үҙҙәре ғәжәп мәрәкә. Уларға өс-дүрт йәштәр самаһы, Фәриҙәгә биш тирәһелер. Мин уларға “математика” һәм “әҙәбиәт” өйрәтәм. Бигүк оҡшатып та етмәйҙәрҙер инде, тик түҙәләр. Ә мин һөйләгәндәрем уларҙы ялҡытмаһын, күңеллерәк булһын өсөн, барлыҡ оҫталығымды һалам.
– Бер ҡыҙыҡай бер сәғәттә бер көйәнтә һыу алып килә икән, ти, — тип һөйләй башлайым. Ниәтем – “ике сәғәттә ул нисә көйәнтә һыу алып килә ала?” тип һорау бит инде. Былар оҙаҡ уйламай, шаулашырға тотона:
– Рәйес ағай, был һин кисә әйткән ҡыҙыҡаймы? Әллә анаберәт әйткәнеме?
– Һи-и, бер сәғәт буйы бер генә көйәнтә һыуға барғанмы?
– Улар юл ыңғайы өләсәләренә барғандарҙыр ул?
Фәриҙә ике бәләкәйҙе тыя: “Тауышланмағыҙ һуң, бәлки, уларҙың Һаҡмарҙары алыҫ булғандыр...“ — Эйе, быларҙың өйө бит бөтөнләй Һаҡмар эргәһендә. Шуға ла улар мин әйткән ҡыҙыҡайҙың бер көйәнтә һыуҙы бер сәғәт буйы ташыуын күҙ алдына килтерә алмай ыҙалайҙар. ”Ну-у, – тием, – ике көйәнтә барған икән, ти”. Былар тағы ла көлә. “Ну-у, — биш көйәнтә барғандар икән, ти”. Былар артабан тыңларға әҙерләнеп тынып ҡала. Тик мин артабан һөйләп өлгөрә алмайым, береһе тағы бүлдерә:
– Мунсаға ташыған микән? – Икенсеһе аңлатма индерә:
– Биш көйәнтә булғас, мунсағалыр инде...
Мин уларҙың ҡыҙыҡһыныуын һүрелтмәҫкә тырышып, төрлөсә алдаштырам. Һәм беҙ күмәгебеҙ көстәре менән берлектә “ун көйәнтә һыу алып килер өсөн ун сәғәт кәрәк” дәрәжәләге ҡатмарлыҡтағы мәсьәләләргә ҡәҙәр еңел генә сисә башлайбыҙ. Күпмелер ваҡыт тәнәфестән һуң “әҙәбиәт” дәресенә күсәбеҙ.
Яңы яуған ҡар өҫтөнән
Ҡаҙҙар лап-лап үттеләр...
– Йәгеҙ, кем һөйләй ала? — Шиғырҙы тағы ҡабатлайым. Былар шымтая.
– Йә, Фәриҙә “апай”, һин һөйлә, — тием. Фәриҙә, нишләп кенә апай булып тыуғанына үкенә биргәндәй, һөйләй башлай.
– ...ҡар яуҙы, ...лап-лап, ...ҡаҙҙар өҫтөнән... яңы яуҙы... үттеләр. – Үәт һиңә кәрәкһә!!! Мин ҡабаттан уҡыйым: “Яңы яуған ҡар өҫтөнән...”
– Йә, Фәриҙә ?! И-и, бәпесем, һин маладис та инде.
– ...лап-лап, ...ҡар яуҙы, ...яңы, ...ҡаҙҙар үттеләр.
– Ай, әттә! Бына ошолай бит... – Мин ҡабаттан һөйләп күрһәтәм. Ул тағы үҙенекен һөйләй...
Миндә балаларға, балалар логикаһына һөйөү тап шул мәлдә уянғандыр ҙа. Уларҙың хаталары ла шундай һөйкөмлө, хатта илаһи булып хәтеремдә ҡалған. Кешеләрҙең, бигерәк тә үҙемдән йәшерәк булғандарҙың хаталарын аңларға тырышыу, тиҙерәк ғәфү итергә ынтылыу холҡом да шул мәлдәрҙән ҡалғандыр. Аҙаҡ, күп йылдар уҡытыусы булып эшләгән осоромда ла, мин ошо холҡомдан ыҙалаясаҡмын. Һәр ваҡыт баһаны дөйөм ҡабул ителгән тәртиптәрҙән юғарыраҡ ҡуя инем.
Ә был ҡыҙҙар бик һәйбәт уҡынылар. Ата-әсәһе бер ҡыуанһа, миңә ике ҡыуаныс ине улар.
“Уғры”
Үҙ ғүмеремдә бер генә тапҡыр әйбер урланым. Урламай булдыра алманым. — һатып алам тиһәм, һатмаҫын белдем, башҡа ерҙән һатып алыу мөмкинлегем юҡ ине. Ул да булһа – йыр пластинкаһы. “Синий” тигән йыр. Беҙҙең быуын йәштәре уны яҡшы хәтерләйҙер: “Синий, синий, иней лег на провода”, – тип башлана. Шуғалыр ҙа мин музыка инструменттары һәм китап урлаусыларҙы ғәйепкә алмайым, үҙемдең теге саҡтағы уғрылығымды хәтерләйем дә, быларҙы аңларға тырышам...
“Кешенең энәһенә лә тейергә ярамай. Урлашыу – иң ҙур гонаһ!” Был мин тыуып үҫкән ғаиләлә Алла теле менән әйтелгән ҡанундарҙың береһе кеүек изге. Ә шулай ҙа мине ғүмеремдә өс тапҡыр уғрылыҡта ғәйепләнеләр. Улары һәр ҡайһыһы айырым хәтирә, айырым сығыш яһарлыҡ...
Бер ваҡыт мине Башҡортостан китап нәшриәтенә ярайһы ғына абруйлы вазифаға эшкә алдылар. Күп тә үтмәне минән бер яҙыусы интервью алырға булды. “Бер шәп гәзиткә минән яҙыусылар тураһында материалдар биреп тороуымды һоранылар. Бына беренсе булып һинән интервью алам”, – тип аңлатты. Ғүмеремдә иң хәтерҙә ҡалған ваҡиғалар тураһында ла һорау бар ине, буғай. Һәм мин баяғы өс тапҡыр уғрылыҡта ғәйепләүҙәрен яҙып бирҙем. Был нахаҡты, ғәйепләүҙәрҙәрҙе быға саҡлы бер кемгә лә һөйләгәнем юҡ ине... Шулай итеп, был һорауға яуапты яҙып бирҙем мин интервьюма, йома көнө.
Шәмбе көнө төш мәлендәрәк саф һауа еҫкәп инәйем тип, тышҡа сыҡтым. Йәшәгән ятағымдың ишек алдында егеттәр менән тәмәке тартып торам. Ятаҡҡа табан ике егет килә ята. Береһе – беҙҙең ятаҡтыҡы, икенсеһе – ят. Танышы мине ят менән таныштырҙы:
– Бына ул да десантник...
Һөйләшеп киттек, тегеләр мине үҙҙәре менән инергә саҡырҙылар, бер яртылары бар икән. Иҫке танышым алдан төшөргәнерәк, һөйләшерлек хәле булманы. Яңыһының тиҙ генә башына һуҡты һәм, кем әйтмешләй, “социаль нагрузкаһы булмаған” хәбәрҙәр һөйләй башлағас, йыбанып ҡайтып киттем. Юҡ, тегеләр тағы ла дауам итергә булдылар, яңы танышым шубаһын кейҙе. Шубаһы шәп икән тип уйлайым эстән, бизнесмен, ти ине, аҡсаһы күптер. Улай тиһәң – минән ун һуммылыр аҡса һорап алдылар. Ҡайтып яттым. Бер сәғәт тирәһе үттеме, яңы танышым минең бүлмәгә килде, һүҙ берекмәне, китте. Кискеһен кемдер мине аҫҡа саҡыра, тинеләр. Төштөм.
– Шуба юғалған, һин белмәйһеңме? – тинеләр миңә ул бүлмәлә торғандар.
– Бөгөн ниндәй көн? – тип һорайым тегеләрҙән.
– Шәмбе, – тиҙәр. – Шуба юғалған, һин белмәйһеңме?
– Беләм, – тим, – теге “десатник” кейеп сыҡҡайны бая.
Ҡайтып киттем. Милиция килгән, тегеләрҙән барыһынан да һорау алғандар. Ниңәлер минән һорау алыусы булманы. Тимәк, мин иң шикле кешемен тип уйлайым. Урамға сыҡһам да мине күҙәтәләр һымаҡ була башланы. Тойомлайым, “һымаҡ” тигәне, бәлки, артыҡтыр ҙа. Дөйөм ятаҡҡа хужа кеше РЦНТ директоры паспортымдың регистрацияһын оҙайтмай, ғаризаға ҡул ҡуйырға ваҡыты юҡ. Һәм бер саҡ асыҡтан-асыҡ әйтте:
– Һеҙҙең хаҡта милициянан досье бар, ә беҙ ятаҡта преступниктарҙы йәшәтмәйбеҙ. – Өҫтөмә боҙло һыу ҡойҙолармы ни!
Хәҙер инде теүәл бер йыл мин ғаиләм менән ятаҡта регистрацияһыҙ йәшәйем. Бының уңайһыҙлыҡтары бик күп инде, тик ни хәл итәһең!
Ун тауыҡ
Ҡатынымдың һаулығына бәйле сәбәптәр арҡаһында ғаиләм менән берәй йыл ауылда йәшәйек тип, ҡәйнәмә ҡышларға барҙыҡ. Келәттә ит боҙолмаҫлыҡ һыуыҡтар төшкәс, ҡәйнәм миңә:
– Тауыҡтарҙың бер уныһын салып бир, – тине.
Ай, әттәгенәһе! Мин бит тауыҡ түгел – сысҡанды үлтерергә йәлләйем. Тик ҡәйнәм минең хәлемде аңларға уйламай ҙа. Үҙе, ҡолаҡҡа ҡатыраҡ булғас, килеп тороп ҡысҡырып һөйләй.
– Юҡ, салмайым, – тием. — Сала белмәйем дә, унан ғәйере – ҡулым бармай! – Ул күршеләргә китте. Оҙаҡ ҡына йөрөп килде. Салырға теләүсе табылмағандыр, бөтөнләй кәйефе юҡ ине. Мин бысаҡ үткерләргә тотоноп киттем. – Ҡана, салып бирәйем. Шыпа, күрмәгән-белмәгән түгел. – Күҙ ҡурҡа, ҡул эшләй, йәнәһе.
Мин әҙер булғансы, ҡәйнәм толҡаһыҙ ун тауыҡты тотоп тоҡҡа тултырған... Үҫмер сағымды хәтерләйем, бер тапҡыр бер әтәс минең ошо йәлләүем арҡаһында тере ҡалғайны. Бахыр, көнө етмәгән булғандыр инде...
Салырға йәтешләп ултырҙым. Беренсе тауыҡты алдыма һалдым. Ай, әттә. Ниндәй доға уҡыйҙар икән һуң тауыҡ салғанда? Әлхәмде уҡыр инем, Ҡөрьәндең иң тәүге сүрәһе бит – оҡшамаҫ һымаҡ. Аятел-Көрси – оҙон булыр һымаҡ. Ҡәйнәм эргәлә тора, түҙемһеҙ – ҡысҡыра башлар. Хәйерһеҙ мәл... Өҫтәүенә, Ҡолдәүләттең “Ҡаҙҙар ғүмере” шиғыры иҫкә төштө лә ҡуйҙы бит. Ай, әттә! Мин бит уны яттан белмәй инем, нишләп һүҙмә-һүҙ хәтергә килә икән.
...Ҡырпаҡ ҡарҙар яуа.
Йүнсел хужа
Дәү бысағын ҡайрай кәртәлә.
Һиҫкәндереп ҡапыл ҡаҙ тауышы
Яңғыраны һуңғы мәртәбә.
– Йә, – ти ҡәйнәм. – Нимә көтәһең?
– Бисмиллаһи-рахман-рахим! – Тәүәккәлләнем.
– Ай, әттәгенәһе! – Тауығымдың башы өҙөлөп сыҡты ла ҡуйҙы.
– Башын өҙмә! – тип ҡысҡыра ҡәйнәм.
– Бысаҡ оҙон, – тип аңлатырға тырышам. Ошо рәүешле биш-алты тауыҡты башһыҙландырҙым. Йәлләү тойғоһо бер аҙ баҫылынҡырағас ҡына, хәрәкәттәрем бер аҙ теүәлерәк була башланы, шикелле. Ҡалғандарының башы өҙөлмәне һәр хәлдә. Апайҙар теге ваҡыт мине йәлләп хәлемде аңлағайны ла – ҡәйнә бит апай түгел.
Шулай итеп, мин тәүге тапҡыр ир ҡуйынынан ҡотолған... көсләүсе ир ҡуйынынан ҡотолған ҡыҙ сүрәтендәрәк торам. Тирә-яғымда йәнһеҙ тауыҡтар туҙышып ята. Ҡәйнәм бик ҡәнәғәт уларҙы келәткә ташый. Йәнһеҙ тауыҡтар тиһәм дә, берәүһе бигүк йәнһеҙ булмай сыҡты. Торҙо ла тәзеһе ысҡынған арба кеүегерәк ҡайҙалыр китә башланы. Мин ул тауыҡтың күҙенә күренеүҙән уңайһыҙланҡырап торам. Ҡәйнәм килеп сыҡты.
– Нимәңде ҡарап тораһың, – тине лә, теге меҫкенде эләктереп, һә тигәнсе башын йолҡоп та алды.
– Ай Алла! – тинем шикелле. Юҡ, телемә үк барып етмәгәндер. Ул мәлдә әйтелгән “Ай Алла” һаман да күңел төбөндә ята кеүек.
Мисс Вселенная
Миңә лә, ғаиләмә лә ихтирамлы, иғтибарлы кешеләргә ҡунаҡҡа барып төштөк. Хужаның өлкән улы Ырымбур өлкәһендә йәшәй. Ҡатыны менән өс ҡыҙын эйәртеп ул да ҡайтҡан. Хәләл ефете Стәрлетамаҡ институтының филология факультетын тамамлаған, башҡорт бүлеген. Беҙ ике конюх осрашып аттар тураһында, йә ике шофер машина тураһында әңгәмәләшергә яратҡан һымаҡ, һүҙҙәребеҙ килеште, әҙәбиәт, тел тураһында һөйләшәбеҙ. Гәпләшеп, мас булдыҡ. Әҙәби мөхиттә уртаҡ таныштарыбыҙ ҙа байтаҡ булып сыҡты... Ҡыҙҙары ла береһенән-береһе матур. Әйтеүҙәренсә, шахматта бик оҫта уйнайҙар һәм яҡшы уҡыйҙар ҙа икән. Тик бына нишләп кенә шул балаларҙы, үҙебеҙҙә мөмкинлектәр була тороп, Башҡортостандан ситкә сығарып тәрбиәләйҙәр һуң? Был хаҡта һорашып торманым. Бәлки, кешеләргә һөйләмәй торған йәшерен сәбәптәре барҙыр.
Оҙаҡламай ҡунаҡтар йыйылды. Һый мул, барыһы ла шат. Табындың, ғәҙәттә, шундай бер мәле була – бөтәһе лә һөйләй. Тап шундай мәлдә ниңәлер саф һауаға тартты, тышҡа сыҡтым. Ишек алдында ун-ун өс йәштәрҙәге ҡыҙ бал, тора. Бая ла күргәйнем уны, тик был ҡәҙәрле матур икәнлеген абайламағайным. Мине ниндәйҙер ғорурлыҡ тойғоһо биләп алды: ҡарасәле, башҡортта ла шундай ҡыҙҙар бар, саҡ ҡына затлыраҡтан кейендереп яһандыр, был бит “Мисс Вселенная” булырлыҡ. Өҫтәүенә, матурлыҡты тойоу тәмемә тап килеп тора. Башҡорт халыҡ әкиәттәрендәге Маянһылыу, Һыуһылыуҙарҙы тап ошолай килбәттә күҙ алдына килтерә инем бит бала саҡта. Ҡарасәле! Ошолай барһа, оҙаҡламай беҙҙең халыҡтың ҡыҙ-улдары ла донъя аренаһына сыға башлаясаҡ таһа... Мин уға, тәмләп тороп һүҙ ҡушаһы иттем. Оло танышлыҡты, бәлки, бөйөк дуҫлыҡтылыр ҙа башлап ебәрәсәк мәл ине был.
– Һин кем ҡыҙы? – тип һораным унан. Башҡорттоң “Мисс Вселенная”һы мин һүҙ ҡушыр тип өмөт итмәгәйне, ахыры, абайламайыраҡ ҡалды. Һорауҙы тағы ҡабатланым. Ул тағы абайламайыраҡ ҡалды. Мин тағы ҡабатланым. Ул миңә тексәйҙе:
– Я вас не понимаю. – Бал ашайым тип, башты умарта эсенә тыҡҡан кеүегерәк тойғо булды тәүҙә. Һеңгәҙәңкерәп торҙом. Әйтерһең, миңә кемдер: “Мә, Рәйес Түләков, бына ошо һауыт эсендә һинең халҡыңдың йәне, йәһәтерәк алып барып ҡуй...” – тип, бер һауыт һонған. Ә мин, алам тигәнсе, ул һауытты төшөрөп ватҡанмын, эсендәгеһе сәсрәп тә киткән, ергә лә һеңгән.
— Как это не понимаете? Разве Вы не башкирка?
— Не понимаю, вот и все...
— Получается: русская дочь башкирского народа?
Йәберһенгәндәй итте:
— Ну, — тигән булды был, — немножко понимаю, только говорить не могу.
— Вот она что! Как умная лошадь, все понимает, только говорить не может.
Ул бер аҙ шәмәргәндәй итте, ҡул һелтәп өйгә ыңғайланым. Ошо хәлемә иҫерек табын ҡулайыраҡ күренде. Һарай яғынан бажа килә ята ине, аҙаҡ һорай:
– Ни булды? Ниңә илап тора ул?
– Мөхәббәттә аңлаштыҡ, – тинем мин.
– Бәй, ул бит ҡайнағаңдың ҡыҙы ла инде?!
– Бәй, булһын! Хет ҡайнымдыҡы булмағайымы!
Аҙаҡ күмәкләп тәмәке тартҡанда шул хаҡта һүҙ сыҡты. Кирегә һаплап ҡуймағайҙары тип, дөрөҫөн һөйләп бирҙем. Күмәкләп көлөшөп алдыҡ. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, көлөү тауыштары араһында “тапҡанһың проблема” тигән тон да бар ине. Кемеһелер әйтеп тә һалды:
– Башҡорт теле ни Абзанды үткәнсе генә эшкинә бит ул.
Аҙаҡ ҡыҙыҡһыныуымса, Ейәнсура районының 50–60-лап ҡына өйлө ошо иң матур ауылдарының береһе һаналған ошо ауылдың 50–60-лап кешеһе бөтөнләй ситтә. Күрәһең, төпкөлдән сығабыҙ тип, кәрәгенән артыҡ тырышып ташлағандар. Егерменән ашыу ҡатын-ҡыҙ сит милләт килендәренә әйләнгән. Күптәренең балалары башҡортса белмәй. Бына кемдәргә бирергә кәрәк ул Рәшит Солтангәрәев әйткән теге “Дружба народов” орденын.
Ә теге ҡыҙ Стәрле институты филфагының башҡорт бүлеген тамамлаған ҡатындың ҡыҙы булып сыҡты.
Үпкә
Ғаиләбеҙҙә – һәр кемебеҙҙең үҙ урыны. Хәҙерге аң кимәлемдән тороп ҡарағанда, ул бүленеш ошолайыраҡ күҙ алдыма баҫа: атай – Алла, әсәй – батша, апайҙар – вәзирҙәр , мин – ҡол. Юҡ, өҙлөкһөҙ бил бөгөп эштән бушамаусы ҡол, тип әйтмәйем, бик бәләкәсмен әле. Ә ғаиләләге тормош ағышына һәр ҡайһыбыҙҙың йоғонтоһо буйынса әйтәм. Хоҡуҡтарыбыҙ буйынса. Миңә тиклем ҡыҙҙар булғас, үҙемә ҡарата бигүк һиҙелерлек булмаған башҡасараҡ иғтибар барлығын да тоям. Бындай иғтибар, минән һуң тыуған ҡустыбыҙ мәрхүм булғас, тағы ла көсәйә төштө. Дәрәжәләге статусымды нәфсем файҙаһына күпме кимәлдә файҙаланғанмындыр, әйтә алмайым. Тик әсәйем өйрәткән “бәйел” тигән һүҙҙең мәғәнәһен төшөнә инем, уныһы – раҫ. “Бәйел” тимәне, “мәйел” тиер ине.
Ғаиләбеҙҙәге барыһын да берҙәй яратам. Тик атайыма ҡарата ғына башҡасараҡ тойғо. Ул, тойғо, бәлки, икебеҙ ҙә бер заттан булыуыбыҙға нигеҙләнәлер. Бәлки, уның менән аралашыу мөмкинлеге күпмелер дәрәжәлә сикләнгән булыуы, хәҙерге тел менән әйткәндә, “дефицит” булған өсөндөр. Мәҫәлән, мин апайҙарымды теләгән ваҡытта күрә алам. Әсәйҙе лә. Ә атайҙы – юҡ. Ул, минең өсөн әлегә билдәһеҙ сәбәптәр арҡаһында, өйҙә бик һирәк күренә. Аҙағыраҡ ҡына әкренләп был хәлде төшөнә башлайым. Баҡһаң, “эш” тигән ергә китә лә, шунда оҙаҡлай икән. Унда бармайынса ярамай икән. Өйҙә сағында артынан ҡалмай эйәреп йөрөйөм. Бер ваҡыт хатта икәүләп һарыҡ һуйҙыҡ. Биллаһи-валлаһи – икәүләп һуйҙыҡ. Икәүләп һуймаған булһаҡ, аҙаҡтан килгән олатайға атайым:
– Бына, улым менән икәүләп һарыҡ һуйҙыҡ әле... – тип әйтер инеме?! Әйтмәҫ ине. Бына, мин ҡарап торам бит ошолайтып, ә ул... эй-й, бер “икәүләшеп һуйҙыҡ” тигәс, икәүләп һуйҙыҡ инде аның нимәһен төпсөнөп торорға...
– Бына быныһы – йөрәк, – тигәнен иҫләйем, бер төйөрөм ит киҫәге күрһәтеп. – Быныһы – үпкә...
– Үпкә кешелә лә буламы?
– Малдың эсендә нимәләр була, кешелә лә шулар бар, — ти атайым.
Был яңылыҡтан һуң, дәрес бермә-бер күңеллерәк төҫ ала. Серлерәк, арбаусанлыраҡ була башлай. Атайым һәр ағзаның ниндәй эш башҡарыуын һөйләй. Бәй, баҡһаң, донъя мин уйлағандан күпкә ҡыҙыҡ та баһа. Бына беҙ һауа һулайбыҙ бит инде, шул һауа ошоноң ише –үпкәгә инә лә кешегә көс бирә икән. Ә йөрәк тураһында ишеткәнем бар инде. Йөрәк өлкәһендә мин инде ғалим, кардиолог. Мәҫәлән, шәкәрҙе йә үәринйәне күп ашаһаң, ул туҡтай, күп ашамаһаң, туҡтамай. Әсәйем әйтә, ана, фәлән ауылда фәлән кеше әсәһен тыңламаған, шәкәрҙе күп ашаған, шунан йөрәге туҡтаған. Йөрәгенең бауы өҙөлгән. Әсәйем әйтә! Эйе! Ә йөрәк туҡтау ул ҡурҡыныс, әсәйемдең һөйләгән һүҙҙәренән, һөйләгән саҡтағы ҡиәфәтенән, беләм...
Бындай дәрестәрҙән һуң, мин атайымды тағы ла нығыраҡ яратам. Бына бит үпкә тураһында белдем. Тик һорарға онотҡанмын: күп шәкәр ашаһаң, үпкә туҡтаймы икән? Әллә туҡтамаймы икән? Ярай, ул ҡәҙәрен апайҙарым да белмәйҙер әле...
Ә бер ваҡыт, мин күпмелер үҫә төшкәс, атайымдың үпкәләре сирле икәнлеген ишеттем: уның үпкәһендә һуғыштан ҡалған тимер ярсығы йөрөй, тиҙәр. Тимер ярсығын күҙ алдына килтерә алмайым, тимер ярылмай ҙа баһа. Бына быяла ярсығын беләм. Апайҙарымдың береһе шәм торбаһы төшөрөп ватты. Әсәйем, йөрөмә был тирәлә, аяғыңа ярсыҡ инеп китер, тине. Әсәйем әйтһә лә, инде теге ярсыҡ аяҡҡа. Ауыртыуы үҙәккә үтте. Ошонан да нығыраҡ ауыртыу юҡтыр ул донъяла. Атай нисек түҙеп йөрөй икән?.. Уның үпкәһенә ярсыҡ нисек инде икән, үпкә аяҡта түгел дә? Миңә ингән ярсыҡты шундуҡ һурып алдылар. Атайҙыҡы эстә бит, шуға ла алып булмайҙыр...
Тағы ла үҫә төшөүемә, атай йә больницала, йә өйҙә йыш ҡына ауырып ята башланы. Уны йәлләүҙәрем бөтөн сиктәрҙән ашты, шикелле. Ғүмеремдә мине иң ныҡ тетрәндергәне лә атай менән әсәй үлеме булғандыр. Яҙышам, тип ҡулыма ҡәләм алғас, тәүге шиғырымда уҡ:
Атай үпкәһендә киткән ярсыҡ
Ун йыл йөрөй минең йөрәктә... –
тип яҙасаҡмын.
Йылдар үтеп, мөхәббәткә, ғаилә ҡороуға ҡағылышлы һәр төрлө мәсьәләләр хәл ителеп бөткәс, мин йәшлек дуҫымды осраттым. Һүҙҙән һүҙ яралды, һөйләшеп киттек.
Беренсе класҡа барғандан алып оҡшатып йөрөгән ҡыҙ бар ине ауылыбыҙҙа. Ниңәлер үҙемде унан түбән, кәм тоттом. Ул миңә буй еткеһеҙ булып күренер ине. Хеҙмәттән ҡайтҡас, шул ҡыҙ иғтибар иткәндәй тойолдо һәм беҙ кистәрен осраша башланыҡ. Шатлыҡтан бөтөнләй үҙ-үҙемә һыймайым. Кис еткәнен көскә көтөп алам. Тик шуныһы, һаман был оялыу үтмәй ҙә ҡуя. Тап шундай мәлдә ошо әле осраған дуҫым тотош яҙмышымды бороп ебәрерлек һүҙ әйтте:
– Ата-әсәһе ҡыҙҙарын һиңә бирергә ҡаршылар икән. Атайһыҙ үҫкән бала бит ул Рәйес, – тигәндәр, имеш.
Кеше мөмкинлектәре сикһеҙ түгел. Күреү, ишетеү һәләттәре лә ниндәйҙер шкалалар менән сикләнә. Тойғолар ҙа шулайҙыр. Бер секунд эсендә минең ошо сик араһында талғын ғына тирбәлгән барлыҡ хис-тойғоларым бер юлы баш күтәрҙе. Рояль клавишаларына бер юлы баҫтылармы ни: үжәтлек тә, асыу ҙа, тәкәбберлек тә, ғәрлек тә, тойғоларымды йәлләү ҙә, нимәләрҙер өсөн үкенеү ҙә – барыһы ла бар ине был ҡойонда. Иң һеңгәҙәткәне –“атай” тигән һүҙ бар, атайым телгә алына был хәбәрҙә. Атайымдың рухы йәберһенәлер кеүек була башланы. “Эйе, тинем мин үҙемә, уйлағайным бит: мин уға тиң түгелмен. Өҫтәүенә ҡыҙҙары институтта ла уҡып йөрөй... Биғәйбә, үҙенең тиңен табыр. Атайлы ир”. Оҙаҡламай ул ҡыҙ ситтән тороп уҡыу бүлегенә күсеп ауылға ҡайтты. Күңелдә офоҡ һуғышы башландымы ни! Тиҙ генә туҡтатырлыҡ та түгел ул һуғыш. Былай бармай. Күренеп йөрөмәҫ өсөн ауылдан китергә кәрәк тип уйлай башланым. Тик ҡайҙа? Әлбиттә, институтҡа! Өфөнөң үҙенә. Иң абруйлы уҡыу йортона... Ауылдан үҙем китмәнем, тап ана шул һүҙҙәрҙән хасил булған тойғолар ҡойоно алып ҡасты мине ауылдан. Аҙаҡ, байтаҡ йылдар үткәс тә, ғүмеремдең ул ҡыҙ менән үткәргән кескәй генә осорон һағынасаҡмын. Һағынып шиғырҙар яҙасаҡмын. Хата киттеме икән әллә тип, төрлөсә тикшерәсәкмен. Икенсе дуҫым: “Онотор өсөн, башҡа ҡыҙҙар менән йөрөп ҡара“, – тип әйткәйне ул ваҡыт, йөрөп ҡараным. Тик уларҙан миңә барыбер ниҙер етмәне, тетрәндерерлек серле көстәре юҡ кеүек ине. Был һүҙҙәрҙе ишеткәндән алып уларҙың өйө яғына бармаҫ булдым. Атайым кәмһенер кеүек тойола ине. Атай бит мин туғыҙынсы класҡа барғас гүр эйәһе булды, был йәшкә тиклем улына бирер тәрбиәне биреп өлгөрмәйме ни атай кеше? Хикмәт икенселә тип уйланым: ҡуйыртып та ташлағанмындыр ул саҡ. Кем белә инде. Кәңәшләшер кешеләрем дә – үҙем шикелле, тәжрибәһеҙ тиҫтер егеттәрем.
Ә был хаҡта еткергән дуҫыма мең рәхмәттәр уҡыным. “Барҙың барлығы тейә, юҡтың тарлығы тейә”, – ти әсәй. Бына бит дуҫтарың бар булыуы ҡайһылай йәтеш. Әлдә ул ҡыҙҙың аталарының фекерен миңә килтереп әйтте. Юҡһа, йөрөр инем әле улар алдында бер меҫкен булып. Улар эстән минән көлөп йөрөр ине, мин йөрөр инем атайымдың рухын йәберһендереп. Ныҡ ауыр кисерҙем. Һеңгәҙәнем. “атай” тигән һүҙе булмаһа был хәбәрҙең, башҡа теләһә ниндәй сәбәптәргә ҡарап тормаҫ инем. Ә әле һеңгәҙәнем. Әйтерһең, мине донъя менән бәйләп торған ниндәйҙер ҡапҡасты яптылар. Әйтерһең, бер секунд эсендә мин яҙҙан көҙгә күстем. Әйтерһең, июнь дә, июль дә, август та, сентябрь ҙә булмаған. Мең төрлө төҫтәрҙән торған донъя күҙ алдында шиңде лә ҡуйҙы. Аҡ-ҡара төҫтәр ҡалды...
Мин әле йылмайырға тырышып ҡына теге һүҙҙәрҙе миңә еткереүсе дуҫыма, уның бер һөйләме минең тотош яҙмышымды бороп ебәреүен әйттем. “Һин нимә, – тине дуҫым, – ундай хәбәрҙе мин һиңә ғүмерҙә лә әйткәнем булманы!”
– Әйттең!
– Әйтмәнем!
– Әйттең, мин бит бөгөнгөләй хәтерләйем!
– Юҡ! Әйтмәнем!!!
– Ха! – тием мин. Юҡ, көлмәйем... Ниндәйҙер күңел ҡапылда эшкәртеп етә алмаған тойғоларҙы ҡоҫам һымаҡ. – Ха! Ха! Ха! – Мине асыу ҡатыш үкенес биләп алды. Теге саҡтағы “ҡапҡас” еткерә ябылмаған булған икән. Был юлы ул танауға бәргәнсе, башты шаңҡытҡансы ябылды. Күкрәгемде ҡыҫты. Шундай итеп ҡыҫты, үпкәләрем туҡтаны кеүек. Тимәк, ул онотҡан. Ундай һүҙҙәрҙә оноторға мөмкинме? Тимәк, теге ваҡыт бөтөнләй буш хәбәр һөйләгән. Алдаған. “Туҡта, быны ҡыҙыҡ итәйем әле бер”, – тип уйлаған булдымы икән ул? Бәлки, теге ваҡыт алдамағандыр, әле алдайҙыр? Улай булһа, теге мәл дөрөҫөн әйткән булһа, хәҙер ҙә “әйтмәнем” тип тормаҫ ине бит?!
Дуҫтарҙы юғалтыуҙың һәр төрлө осрағы ҡыйындыр. Ә, шулай ҙа, дуҫтарын һуғыш ҡырында юғалтҡандарҙан көнләшерлек ине был мәлем.
Ғәзиз
Йәйге эҫе көн. Ғәзиздең уң ҡулында тап терһәк тәңгәлендә гипс һалынған. Ул ваҡытта йәйҙәрен егеттәр өҫтәренә “сетка” тип аталған бер үтә күренмәле күлдәк кейәләр ине. Ғәзиз ошо сетканы кейеп алған. Һәр ваҡыт таҙа, бөхтә. Гипсы булғас, сеткаһын сисә алмай бит инде, нисек уны йыуып йөрөй икән, тип уйланым. Ул минең ике өй аша күршем. Бер йылғыбыҙ, дуҫтарбыҙ.
Бер көнө һыу инергә барһам, Ғәзиз сеткаһын һалмай ғына, гипслы ҡулын күтәреп, һыу инеп йөрөй. “Күлдәк йыуырға ҡайһылай һәйбәт способ тапҡанһың”, – тим. Беҙ күрештек... Ә бит уның ҡулын мин һындырғайным.
Ниндәйҙер өлкәлә үҙемдең башҡаларҙан кәм булыуымды өнәп етмәһәм дә, ниндәйҙер өлкәлә үҙемдең башҡаларҙан өҫтөн булыуымдан мин бер ҡасан да рәхәтлек, бигерәк тә, маһайыу тойғоһо кисермәйем. Шуғалыр ҙа ауылда мин беренсе һәм ошоғаса “һуңғы”десантник булһам да, миндә ниндәйҙер саҡ ҡына күңел тантанаһы тойғоһо юҡ. Хеҙмәттән ҡайтҡас та, имен-һау ҡайтҡаныма, өйҙәгеләр имен-һау ҡаршы алғанына ҡыуандым. Тик бына ауылда минең турала төрлө һүҙҙәр китте. Йәнәһе, мин хеҙмәт итмәгәнмен, ә сусҡа ҡарағанмын. Мин был һүҙҙәргә мөмкин тиклем тыныс ҡарарға тырыштым, үҙемдең ҡайҙа хеҙмәт иткәнлегемде яҡшы беләм. Тик аптырайым, был халыҡ беҙҙең бригадала сусҡалар булғанлығын ҡайҙан белә икән? Беҙҙә бит, ысынлап та, сусҡалар булды. Һалдаттарҙан ҡалған аш менән тәрбиәләйҙәр ине. Бер ике үзбәк егете эшләп хеҙмәт срогын да тултырҙы. Ә һүҙҙәр ҡуйырғандан-ҡуйырҙы, әсәйем алдында уңайһыҙ ҙа була башланы. Тегеләр уйлайҙыр инде: Рәйес ысын һалдат хеҙмәтендә йөрөһә, бер аҙ эреләнергә хоҡуғы бар бит. Мин инде үҙ сиратымда: “Беҙҙең взвод, мин барып алты ай хеҙмәт иткәндән алып хатта 35-се армия масштабында һәр ваҡыт алдынғы взвод булды. Кесе сержант Орехов исемендәге приз һәр ваҡыт беҙҙә ине. Үҙебеҙҙең призывта иң тәүге “Отличник значогын мин алдым, – тип һөйләп йөрөргә тейеш булғанмындыр. Күрәһең, шулайҙыр.
Тәүге һабантуй үтте. Иртәгеһенә таң менән миңә Ғәйфулла менән Ғәзиз килде һәм беҙ Салих олатай мәрхүмдең картуф баҡсаһына сығып һабантуйҙы дауам итә башланыҡ. Һиҙәм, тегеләрҙең минән йәшергән ниндәйҙер ым-ишаралары бар. Серҙең асылырын түҙемһеҙлек менән көтәм. Һорашмайым. Бына бер мәл Ғәзиз минең әрме хеҙмәте хаҡында һүҙ башланы һәм “сусҡа ҡарағанһың”тигәнерәк мыҫҡыл һалды. Ғәйфулла менән икеһенең ҡараш һирпешкәндәрен дә абайланым. Мин күрмәмешмен, көләм.
– Улай булғас, – ти Ғәзиз, – әйҙә прием күрһәт. – Үҙе тороп баҫты ла миңә төрлө мыҫҡыллы һүҙҙәр ташлай. Мин, ғөмүмән, кешегә һуғырға ҡурҡам. Саҡ ҡына яңылышһаң, кешене үлтерә һуғырға мөмкин икәнлеген беләм. Тик әле ниңәлер ҡурҡыу бөттө, былар бик етди тотонорға уйлай. Ҡурҡыуҙың да, әле булған күңеллелектең дә эҙе ҡалманы. Күңелгә ҡыйын. Һәм мин был “ҡыйынлыҡты” тиҙерәк осларға кәрәк тигәнерәк фекерҙә туҡталдым. Ғәжәп, Ғәйфулла ла торҙо. Ул артта. Бына Ғәзиз Ғәйфуллаға ниндәйҙер ым биргәндәй итте лә миңә ташланды. Бындай ваҡытта бит инде түбәнге аң фекерләй, “автопилот” һанаулы ғына секундтар... Ғәзиз ерҙә ята һәм үҙәк өҙгөс итеп ҡысҡыра. Башыма килгән беренсе уй “мотоцикл” булды. Баймаҡҡа больницаға алып барырға кәрәк, һынды бер ере. Ғәйфулла ҡасып бара.
– Туҡта, – тип ҡысҡырам, – бар, мотоцикл эҙлә! – Ә ул тағы ла шәберәк ҡаса. Ҡыуып еттем. Уныһы ла “стойка” принимать итте. – Иҫәрләнмә, – тием, – бар, һин мотоцикл эҙлә, Ғәзизде Баймаҡҡа больницаға алып барайыҡ. Ә мин Ғилминур апайҙы алып киләйем. Ҡайһы ере һынғанын асыҡлаһын. – Ул китте. Ҡайҙандыр әсәйем килеп сыҡты:
– Ни бер сусҡа салған һымаҡ ҡысҡырышаһығыҙ?
– Эйе, мине ике йыл буйы сусҡа салырға өйрәттеләр бит армияла.
Әсәйем үҙенең иң көслө “һүгенеү” һүҙен әйтте:
– Әй, әттә! Нишләп кенә тейәһең инде кешегә...
“Ай, әттә! – тинем мин дә эстән генә. – Нишләп кенә барҙым инде улар менән картуфлыҡҡа...”
Аптырайым, изгелектән башҡа тырнаҡ осондай ҙа зыяным тейгән кешеләр түгел бит һуң улар?
Яр бүлешеү
Ғәйфулла теге ярҙа, мин – был.
Юҡ, улар тәүҙә беҙгә өй аша күрше йәшәне. Аръяҡта өй һалдылар ҙа, күсенделәр. Урамдарында, ишек алдарында, балаҫ йәйгән кеүек, тигеҙ генә үләнлек. Бәпкә үләне, тиҙәр икән ундайҙы. Беҙҙең яҡта, әле ул ваҡытта, күберәген тигеҙһеҙ үлән. Бындай үләндең алабута икәнлеген яҡшы беләм.
Һаҡмар аша һалынған баҫмала балыҡ ҡармаҡлап ултырабыҙ. Көн шундай матур, бәлки, әлеге йәшемдән тороп ҡарағанға ул мәл шулай әкиәти күренәлер. Ҡапыл ыҙғышып киттек: “Ҡайһы яҡ – аръяҡ, ҡайһы яҡ – бирьяҡ?
4–5 йәшлек малайҙарға был мәсьәлә нимәгә хәжәт булғандыр инде. Эш шуға барып етте, теге битемә ҡыуал төбө менән төртөп алды. Ә мин уны йәлләйем; беренсенән, уның әсәһе ауырый икәнен ишетә йөрөйөм, икенсенән, мин уға тейһәм, Һаҡмарға ҡолап төшөр ҙә, йә аяғын һындырыр, йә башын тишер һымаҡ күрәм. Ә үҙемдең битем сөбөрләп ҡанай.
Бала саҡты һағыныу ҡайһы саҡта күңелде әсеттереп-әсеттереп баҫа. Бала сағым менән бергә мин Ғәйфулланы ла һағынам. Төрлө мәлдәрен һағынам, баҫмалағы шул бәхәсте һағынам. Тормошта үҙ позицияңды яҡлап көрәшә башлауҙың тәүге ынтылыштары булғандыр инде ул бәхәс. Осрашып, шул бәхәсте дауам итергә ине лә... Осрашырбыҙ ҙа, тик ҡасан?
Ғәйфулла теге донъяла, мин – был. Ай Алла!
Ай, әттә...
Мин әрме хеҙмәтенә барып юлыҡҡанға тиклем йылдарҙа һүгенгән кешене бик аҙ осраттым, шикелле. Ауылыбыҙҙа оло абруй Мөхлис мулла булды, уны яратып Мулла олатай тип кенә йөрөтә инек. Хатта атай-әсәйҙәр ҙә “олатай” тигәс, беҙгә балаларға инде ул олатайҙарҙың да олатаһы кеүек күренә башлай. Серлегә, изгегә әйләнә. Мулла олатайҙың ауыл халҡына йоғонтоһо ҙур булғандыр. Мәҫәлән, эскелек беҙҙә күрше ауылдағыларға ҡарағанда, күпкә һирәгерәк күренеш ине. Ә һүгенеүҙәр... Бәлки, миңә генә, бала сағын шөйлә һағынып тулышҡан йәштә булараҡ, өлкәндәрҙең һүгенеүҙәре лә, эсеү осраҡтары ла бала саҡ матурлығына күмелеп ҡалғандыр. Ихтимал, шулайҙыр... Бала саҡ сафлығына хыянат итмәҫкә тырышыу, мине шулай һүгенә белмәүсе яһағандыр. Күпселек осраҡта “ай, әттә”, йә булмаһа “әттәгенәһе” тиеү менән сикләнәм. Телем ярлылыҡтан килмәй был, ҙур ҡайғыларҙан алып, оло бәхеттәргә тиклемге аралағы барлыҡ тойғоларым да һыя ошо һүҙгә. Тойғолар диапозонымдың киңлеген самалағанда, был һүҙ, моғайын, минең лексикондағы иң ҙур һыйҙырышлы һүҙҙер. Ә стрелка был шкаланан сыҡҡан осраҡтарҙа, “ай Алла!” тигәне ярҙамға килә.
Таһир Өфөнөң 5-се һанлы спорт мәктәбендә уҡый ине. Сибайҙың башҡорт мәктәбендә бер генә “дүрт”, ҡалғанын гел “бишле” менән туғыҙынсы класты тамамлағас, ай-вайға ҡуймай, унынсы класҡа спорт мәктәбенә барҙы. Йәне теләгән йылан ите ашаған, килешмәйем тип тә нишләйһең. Теге бер йырсыға осраған ауылдаш бабайы: “Ҡустым, һин һаман эшкә урынлашмай, йырлап ҡына йөрөйһөңмө?” – тип һораған, ти, бит. Күңелдә шуның шикеллерәк юшҡын ҡалды Таһирҙың был ҡылығынан. “Ярай” – тип йыуатам үҙемде, – башҡорттан да бер Зиндан сығырға тейештер бит инде. Юғиһә, йәнәһе инде, милли көрәшселәрҙең башҡа, милләттең бәҫен күтәрерҙәй бер спортсы юҡ. Ана, Салауат Юлаев хоккей командаһында ла, әйләнгән һайын “башкирский”тип ҡабатлаһалар ҙа, бер башҡорт бармы икән әле?! Күндем... һиҙәм, икенсе сирек аҙағынараҡ, ялдарға бының һөмһөрө ҡойолоңҡорап ҡайта башланы, тимәк, ятаҡтарында берәйһе менән һыйышмай. Һәм бер ҡайтҡанда:
– Атай, мин уларҙың интернатында йәшәмәйем, көн һайын ҡайтып йөрөйем, – ти. –Мәйелең, тим, ҡайтып йөрө. Мәктәпкә бармаҫ борон уҡ 1-се класс материалын яҡшы белгәнгә, уны тура икенсе класҡа ултыртҡайнылар һәм ниндәйҙер ҡыҫҡартылған программа буйынса ла уҡығас, әлеге көндә уның тиҫтерҙәре туғыҙынсы, һигеҙенсе кластарҙа уҡыйҙар... Ә был үҙ кластарынан кемеһенән – бер, бәғзеһенән ике йәшкә үк кесе... Бер көндө ул бөтөнләй һөмһөрө ҡойолоп ҡайтты. Һиҙәм, был кем менәндер һуғышҡан һәм быға эләккән арыу ғына. Өйҙә бер үҙем инем, һөйләшмәйбеҙ. Күпмелер ваҡыт түҙҙем дә һорай ҡуйҙым:
– Ни булды? – Һәм... Дары мискәһенә осҡон эләктеме ни!!!
– Атай, – ти улым әсенеп, нишләп һин мине һүгенергә өйрәтмәнең?! Мәктәптә лә, урамда ла эшкинмәй, ана, Робинзон Крузоға ғына эшкинә ул һин өйрәткән әҙәбең, культураң!!!
– Ай Алла!... Ултыр әле бына ошонда, – тием. Ултырҙы был. – Ал, ҡағыҙ менән ҡәләм. – Үҙем алып бирҙем. – Яҙ. Башына һүгенеү һүҙҙәре, тип ҡуй. Хәҙер, бағаналап яҙыр өсөн, беренсе, тип ҡуй... – Улым миңә текәлде. Шундай ғәжәпләнеүе, аптырашлы, шөбһәле ҡараш. “Атай нүжели берәй һүгенеү һүҙе әйтер икән” тип ҡарай бит инде ул миңә. Беҙ арауыҡ ҡарашып ултырҙыҡ та көлөшөп ебәрҙек.
– Ай,әттә!
Күптән түгел бер яҡыным:
– Һиңә лә 45 тулып килә бит, әй, хәтирә кеүегерәк әйберҙәр яҙырға уйлайһыңмы? – тине. “Ҡырҡ биш йәш тә булдымы йәш”, тип уйланым башта. Аҙаҡ ошо “Ай, әттәгенәһе! Ай Алла!” тип әйтергә мәжбүр иткән ваҡиғаларҙы үҙем, яҡындарым уҡыр өсөн генә булһа ла теркәп яҙып сығырға булдым...
“Ай, әттә”. Атайҙан, әсәйҙән ишетеп, зиһенемә һеңгән һүҙ инде ул. Был һүҙҙе миңә иң күбе Буранбай Исҡужиндың ҡылыҡтары, йә уға бәйле ваҡиғалар әйтергә мәжбүр иткәндер...
Өфөнән Сибайға күсенеп килгәс тә, Рәсимә Ураҡсина тәҡдиме менән Хөснитдин Хәйбуллович Хәмитов мине педучилищеға уҡытырға эшкә алды. Шәп кешеләргә юлыҡтым мин. Һуңлап булһа ла мин был ике шәхескә оло рәхмәтемде еткергем килә. Ваҡланманылар, шуғалыр ҙа мин дәртләнеп эшләнем...
Шулай бер ваҡыт, дөйөм ятаҡтан урын алып йәшәй башлауыма, аҙна үттеме-юҡмы, шәмбе көн кисләтеңкерәп Буранбай килеп инде. Сәләмемде лә алманы. “Головоболейкум”, – тине.
Ат еҫе
Ауыл йәйенең иң йәмле бер осоронда, Ғиниәт ағай әтмешләй, кеше менән кеше сәләм бирешмәй, һаулашмай торған мәле етә. Бесән әҙерләү хәстәрҙәре башлана була...
Атай ҡыштарын ауырып өйҙә ятһа ла, йәйҙәрен бесәнгә йөрөргә ат булһын өсөн көтөү ала. Юҡһа, ауылдан егерме саҡрымдан ашыуыраҡ ергә ат-ылауһыҙ барып етеүҙәре мең этлек. Атһыҙ ҙа йөрөгән булғыланы, барып етеүгә, кәйеф бөтә, дәрт һүнә, һәнәк-салғыға тотонғо ла килмәй.
Өс апайым менән Шүлкә буйында сәйләп ултырабыҙ. Тәбиғәттә, бигерәк тә бесән эшләп арығас, ризыҡ шул ҡәҙәрем тәмле. Мин әле лә ризыҡҡа ғәмһеҙерәк һүҙ ишетһәм йә ризыҡтан оло булырҙай ҡылыҡ күрһәм, “бынау кешене апарып тороп бесән саптырырға ине” тип уйлап ҡуйғылайым. Беҙҙән аҫтараҡ, ана, теге тәңгәлдә Мәүлитбай ағайҙың сабынлығы. Ул тиҙ тоҡанып барыусан, ҡыҙыу ҡанлы кеше инде. Шулай эшләгән бер тапҡыр... Колхоз бесәнселәре уға кәбән ҡойошоп биргән. Ваҡыттары тығыҙ булғандыр, табынға ултыртылған әҙер ашты ашамағандар. Мәүлитбай ағай “былар мине әҙәмгә һанамай” тип уйлағанмы, башҡа төрлөмө, шәп-шәп атлап барған да ашъяулыҡҡа ултыртылған табаҡты алып, “улайһа ҡош-ҡортҡа булыр” тип ситкә һирпкән...
Күберәген Рәйсә апай һөйләй, ул шаяныраҡ. Барыбыҙҙың да кәйефе һәйбәт, кәйеф һәйбәт булғас, аппетит та насар түгел. Көлөшәбеҙ. Нимәләр һөйләшәбеҙҙер инде – хәтерҙә юҡ. Усаҡ төтөнө эргәһендә торған атыбыҙ ни аралыр “эш боҙған”. Иң өлкәнебеҙ Мәрзиә апай:
– Фу-у, мынауының еҫе, – тине. Рәйсә апай көлә-көлә:
– Ат тиҙәге еҫе сыҡҡанға ҡыуанырға кәрәк әле беҙгә, – тип ҡуйҙы. Беҙ үҙ хәлебеҙҙе үҙебеҙ аңлап, мәрәкәнең урынлы икәнен кисереп, бер ауыҡ көлөшөп алдыҡ та, һәр ҡайһыбыҙ үҙенә тәғәйен эшенә кереште.
Шүлкә буйы иҫ киткес матур. Тик бына беҙҙең генә сабынлыҡта урман үләне, шул эсте бошора. Миңә яҙған ғаилә, Рәйсә апай тыуғанға ҡәҙәр Баймаҡта йәшәгән, ә күсенеп ҡайтҡанда инде, яҡшы сабынлыҡтар ҡалмаған булған. Шуғамылыр, Аҡташтағы сабынлығыбыҙҙа ла гел япраҡлы урман бесәне. Үҙе бәрәкәтһеҙ. Ҡышын ҡайҙырлап япрағы ҡойолоп бөтә лә ҡуя. Ә яуынлыраҡ йылдарҙа эш бөтөнләй хөрт: бесән ҡарая, өҫтәүенә, киптереп ала алмай ҡаҡшап бөтәбеҙ...
Икенсе йылына тап шул урында тағы дүртәүләшеп сәй ҡайнағанын көтөп ултырабыҙ. Һуң килеп еттек шул. Ҡояш төшлөккә үк яҡынлашып килә. Кәйеф юҡ. Бәлки, барҙыр ҙа инде саҡ ҡына, тик шатландыра алырлыҡ кимәлдә түгел. Оҙаҡлап киттек бит.
– Дә-ә, – тинем мин. – Ҡана ла баһа бынауында свежий ат тиҙәге еҫе.
Апайҙарым ҡапыл шымып ҡалды. Беләм, уларҙа минең һымаҡ ҡараштарын бер-береһенән йәшергәндер. Береһе бигерәк бөтөрөндө. Уйлағаным хәтеремдә: ул да атайҙы минең кеүек нығыраҡ яратҡандыр... Ҡышҡыһын атайыбыҙ үлгәйне.
Бер кешенең ике үлеме
Өфөгә килгәс, миңә ҡулай эш табырға ҡырталашыусыларҙың береһе Рәшит ағай булды. Рәшит Солтангәрәев Сибай педагогия училищеһында уҡытҡан сағымда Мостай Кәрим, Рәми Ғарипов, Рауил Бикбаев һәм Рәшит ағай ижадтары буйынса асыҡ дәрестәр күрһәткәйнем. Ағай был турала хәбәрҙар ине. Бәлки, рәхмәт йөҙөнән булғандыр шулай минең өсөн борсолоуы. Сәғәттәр дауамына һуҙылған ваҡытын йәлләмәүе лә күңелемә хуш. Беҙ күпмелер осор, дөрөҫөрәге, ошо һөйләшеүгә ҡәҙәр, шулай аралашыр булып алдыҡ.
Көн эҫеһе бер аҙ һүрелеңкерәгән мәл. Салауат һәйкәле эргәһендә йөрөп ятабыҙ. Һөйләшеүҙәребеҙ әҙәбиәт тураһында. Миңә эш, йәшәргә урын мәсьәләләре лә ҡатнашып китә. Тап шундай мәлдә, Рәшит ағай мине шаҡ ҡатырырлыҡ хәбәр әйтеп һалды:
– Бына, Раил Байбулатов шулай-шулай тип әйтә. Һин шундай-шундай ваҡытта, баҡһаң, яуапһыҙлыҡ күрһәткәнһең!
Минең өсөн күптән онотолоп бөтә яҙған, ләкин Рәшит ағай әле генә ишеткән ул ваҡиға һәм ул ваҡиғаның сиселеше тап мин уйлағанымса булмауына элек тә бер нисә тапҡыр шикләнеп ҡуйғаным бар ине. Ысынбарлыҡта нисек булғанлығын юллағаным да, төпсөнгәнем дә юҡ ине. Һәм бына һиңә, мә!!!
Кемдеңдер ваҡытһыҙ вафат булыуын ишеткән саҡтағы тойғо баҫты. Ирекһеҙҙән, некрологка минең дә фамилиямды ҡуйығыҙ, тип әйтке килде. Рәшит ағай менән яҡындағы эскәмйәгә ултырҙыҡ...
...Ваҡытын аныҡ хәтерләмәйем, Трускавец ял йортона барып, “Ҡашмау” тип исемләп бер поэма яҙып ҡайттым. Өфөгә өйҙәр ут алған мәлдә килеп ингәнем хәтерҙә. Ҡатынға түгел, ғаиләм ауылда ине икән, тура, ғәҙәттә, егеттәр йыйылышып гәпләшә торған ятаҡҡа килдем. Сәләм бирмәнем, хәтерләйем, индем дә ишек төбөндә торған килеш, поэмамды уҡыным. Тегеләргә нисек тәьҫир иткәнен күреп ҡыуанам. Тимәк, әҫәрем шәп сыҡҡан. Ҡыуанысымдың сиге юҡ. Уҡып бөттөм.
– Йә?! – тинем.
– Дә-ә! – тине береһе. Икенсеһе өндәшмәне. Өсөнсөһө:
– Дә-ә-ә! Былай булғас, хәҙер ағайҙар башыңа һуға башлар инде...
Уның был һүҙҙәрен “поэмаң ғәләмәт шәп” тигәнде кинәйәләтеп әйтеүелер тип аңланым. Башҡа төрлө уйларға форсатым юҡ ине, ныҡ шатланыуым ҡамасаулай ине. Икенсенән, ғүмерен яҙышыу эшенә бағышлаған кешеләрҙе, бигерәк тә шағирҙарҙы, ныҡ идеаллаштыра инем. Һәм кемеһендер миңә ҡарата аҫтыртын рәүештә хаслыҡ ҡылыу ихтималы булыуын күҙ алдына килтерә алмайым. Хәҙер генә ул ваҡытта бер ни тиклем яңылышҡанымды аңлайым.
Поэманы егеттәр “бик шәп” тип таптылар, һәм беҙ уны матурлап тороп “йыуып” таралыштыҡ. “Ағиҙел”гә биреп торма, унда оҙаҡ көтөргә тура килә, “Йәшлек”кә бир, тине әлеге дуҫым. Кәңәшен тоттом. Поэмам миңә бер ни ҡәҙәр танылыу ҙа килтерҙе хатта. Динис ағай ҙа, Ҡәҙим ағай ҙа бик йылы һүҙҙәр әйттеләр. Аҙаҡ, матбуғатта ла филология фәндәре докторҙары Тимерғәле Килмөхәмәтов, Рауил Бикбаев һәм Гөлфиә Юнысова менән Тамара Ғәниевалар ошо әҫәремдең уңышлы яҡтары тураһында яҙасаҡтар. Рәхмәт уларға. Ә әле... Ошо поэма йоғонтоһолор, оҙаҡ та үтмәй мине Ҡәҙим ағай саҡырып алды. Шундай ҡыуаныслы, яуаплы эш барлығы хаҡында әйтте. “Алишер Науаиҙың юбилейы яҡынлаша. Ун алты телдә китабын әҙерләйҙәр”. Башҡортсаға тәржемә итергә һин бараһың. Ҡыуанысымдан, кем әйтмешләй, ҡыя һикереп киттем, Ҡәҙим ағайҙы ҡосаҡлап та алдым, буғай. Шуға тиклем Ҡәҙим ағайҙы гел генә галстук тағып, рәсми хәбәрҙәр һөйләп кенә йөрөгән кеше итеп күрә инем. Ҡарасале, хатта минең менән дә яп-ябай итеп, йылмайып һөйләшеп ултыра бит.
– Барам, Ҡәҙим ағай. Барам, һәм бына итеп тәржемә итәсәкмен.
Әлбиттә, Ҡәҙим ағай был бер мискә шатлығыма бер ҡалаҡ үт тә һалды:
– Мәүлит ағай барырға тейеш ине. Бара алмай. – Ҡапыл шымып ҡалдым. Мәүлит ағайға яҡшы аш һоҫоп биргәндәр ҙә, ул “мин туҡмын, ашамайым” тигәс, “әрәм итеп булмай ҙа инде, мә, Рәйес, һин ашап ҡуй” тигәнерәк төйөр ултырҙы күңелгә...
Донъяла Ташкент исемле ҡала барлығы миңә бәләкәйҙән, хатта бик бәләкәс саҡтан мәғлүм. Ауылыбыҙҙан бер саҡрым тирәһе алыҫлыҡта Ташкит исемле йылға бар. Йылға түгел – шишмә. Беҙ бала саҡта, ҡатын-ҡыҙҙың ваҡыты күберәк булғандыр, көйәнтәләп шунан һыу ташыр ине. Ә бер тапҡыр мине күрше Нурәхмәт ағайҙың һигеҙ ҡыҙының береһе Миңлегөлөмө, Миңзиләһеме шаҡ ҡатырҙы:
– Белгең килһә, – тине ул, – белгең килһә, донъяла Ташкит исемле ҡала ла бар.
Өсмө, дүртме йәшлек мин шаҡ ҡаттым. Ысынлап шулаймы икән? Ысын булһа, ул ҡәҙәрем ҡыҙыҡ мәғлүмәтте ҡайҙан ишетеп белә икән? Алыҫмы икән? Сыңғыҙ яғындамы икән ул, әллә Ямаш яғындамы? Әлбиттә, ул “н” хәрефен төшөрөп ҡалдырған, “е” менән “и”ны бутаған. –Үҙебеҙҙең шишмә исеме менән әйткән. Ташкит. Шул хаталарынан башҡаһы хаҡ булып сыҡты. Һәм бына мин, мосолман бабайы Мәккәгә йыйығандай әҙерләнеп, ана шул бала саҡтан “таныш” ҡалаға барып төштөм. Татар егете Ркаил Зәйдуллин, ҡырғыҙ, тажик егеттәре – дүртәүләшеп аралашабыҙ. Улар аптырай:
– Ниңә ул ҡәҙәрен борсолаһың? Өтәләнәһең?”
Әле үҫмер сағымда әсәйем: “Атайың ҡатҡан сөйҙәрҙе, ағасы серемәйенсә һурып алып булмай торғайны. Артып, тырпайып сыҡҡанын ҡайырып тороп, һеңдергәнсе ҡата ла ҡуя ине. Һин дә шулайһың. Нөғәт. Ниңә эште шул ҡәҙәрем торбатлап тораһың”, – тип яратып һуҡраныр ине... Эшем һәйбәт барҙы. Ыраны ла, матур ҙә килеп сыҡты тәржемәләрем. Арыу уҡ ваҡытҡа иҫәпләнгән эште аҙна-ун көн эсендә тамамланым да Өфөгә остом. Иртәгеһенә йома булғанлығы хәтерҙә булғас, тимәк, мин кесаҙна көнө ҡайтып төшкәнмен. Тағы ла теге ятаҡҡа килдем. Тағы ла шул уҡ составта. Тағы ла шул уҡ хәлдә булдыҡ. Ғаиләм ауылда. Ныҡ һағындырған. Ә миңә тәржемәләремде машинкала баҫтырыр өсөн дүшәмбене көтәһе бар. Дүшәмбе, ғөмүмән, мәңгелектең аръяғында һымаҡ күренә башланы. Хәлемде егеттәргә һөйләнем. Кемеһелер, улай бик һағынғас, һин ҡайт, эшеңде беҙгә ҡалдыр, тигән кәңәш әйтте. “Еренә еткереп ҡуйырбыҙ”. Үҙемдең иҫәрлегемә аптыраным: ҡарасәле, ысынлап та! – Йәнәһе. Кәңәште кемеһе әйткәндер, кем әйтмешләй: ул турала тарих өндәшмәй. Ә машинкала баҫтырып, почтаға һалыуҙы дуҫым үҙ өҫтөнә алды. “Ағайҙар башыңа һуғасаҡ” тигән дуҫым. Мин уға тәржемәләремде баҫасаҡ машинисткаға түләрлек аҡса бирҙем. Конверт алып, Үзбәкстан яҙыусылар берлегенең адресын яҙҙым. Ул адресты хәҙер ҙә хәтерләмәһәм, ни асыу: Ташкент, Пушкин урамы, 1-се һанлы йорт...” Бер юлы күберәк итеп, бер бишәр экземпляр баҫтыр әле. “Ағиҙел”гә йә “Йәшлек”кә бирермен”, – тинем дә, ат менгәндәй ҡыуанып, автобусҡа менеп киттем. Йәшәһен дуҫлыҡ! Ысын дуҫлыҡҡа дан! Тик бына ауырый шул. Тәүге танышҡанда уҡ әйткәйне. Аҙаҡ студент йылдарында, йыш ҡына больницала ауырып ятыр булды. Егеттәр менән дә, үҙем генә лә байтаҡ ҡан бирҙек беҙ уға. 6-сы больницала ятыр ине. “Хоҙай һиңә фатихаһын төшөрөр әле. Миңә эшләгән изгелектәрең үҙеңә ҡайтһын”, ти торғайны. Шулай әйтерлек тә ине: ул туҡмалмаһын тип, үҙем ҡанға батҡансы туҡмалғаным да булғыланы бит. Әлбиттә, теләгән теләге миңә төшмәгәндер тип әйтә алмайым. Хатта, тап уның шул теләктәре арҡаһында мин дә, бәлки, әле лә иҫән-именмендер, инҡар итмәйем. Йәшермәйем дә: һәр ваҡыт бергә эстек, ҡыҙҙарға ла йөрөнөк, мажараларға ла күп юлыҡтыҡ. Шуныһы хаҡ: мин һәр ваҡыт уға юл бирҙем. Үҙенә ҡыҙ таптыҡ. Уның бәхетле булғанын күреп, ҡатыным да, мин дә ҡыуана инек. Балам, бәләкәй ине, шуға туйына бармай, Өфөлә генә аҙаҡ икәүҙән ҡунаҡҡа саҡырып ҡотларбыҙ, тип һөйләштек ҡатын менән. Тик ул инәлде. Һуңғы сиктә сәбәбен әйтте: “Рәйес, егеттәр һуғыш ойоштороуы ихтимал. Һин бар инде. Миңә терәк булып йөрөрһөң”. Бер йәшлек баланы йөкмәп, ҡатын менән туйына барҙыҡ. Айырылыштылар. Йәлләнек. Тағы өйләнде, балаһы тыуҙы. Ҡышҡы һалҡын көн. Күп этажлы роддом тәҙрәләренән балалы әсәй ҡарай. Уның ыңғайына шатланам, әйтерһең, үҙемдең улым тыуған. Ҡурайҙа уйнайым, ул бейей. Тештәр һыуыҡтан сәңкей, туҡтайым. “Рәйес, тағы саҡ ҡына уйна әле, мин бейейем бит. Тағы туҡтайым. Тағы... Тағы... Тағы...
Сибай институтында уҡытып йөрөйөм. Ҡыш ине. Сәғәт төнгө ун икеме, берме тирәһе. Өфөнән икенсе дуҫым шылтыратты: “Рәйес, мужайся. Ул мәрхүм”. Ай, әттә-ә... Уның үлеменә лә нисектер үҙемде ғәйепле тойҙом. Эргәһендә үҙем булмағанмын, йәнәһе! Эргәһендә булһам, ул үлмәҫ ине, тигәнерәк үкенес биләне мине. Ауыр тынлыҡтан һуң: “Некрологка минең дә фамилиямды ҡуйығыҙ”, – тинем. “Некрологка бирмәҫкә ҡуштылар”, – булды яуап. “Кем ҡушты?” “Өҫтән, – тине дуҫым, – өҫтән ҡуштылар”. “Ҡушһалар ни, ҡуша бирһендәр. Мин некрологка текст яҙырмын. Берәй шиғыр ҙа булыр, бәлки. Таңға шылтыратып әйтермен, ә һин ул тексты “Йәшлек”кә Ғималетдин Яруллинға, ул редактор ине, алып барырһың. Некролог сыҡты. Ерләшергә барҙым. Тулҡынланыуым шул ҡәҙәрем ине: бер һүҙ ҙә әйтә алманым. Тик бер уй хәтеремдә ҡалды: ҡарасәле, теге ваҡыттарҙа биргән ҡаным да уның менән ер аҫтына төшөп ятасаҡ бит... Уны юҡһыныу мине бик оҙаҡ эҙәрлекләне. Өфөгә килһәм дә, Өфө элекке кеүек түгел һымаҡ. Элекке күңеллелек юҡ кеүек. Ул да үлде, минең йәшлегем дә үлде кеүек ине... Әйтерһең, ғүмеремдең ниндәйҙер бер этабы үтте.
– Ебәрҙеңме? – тип һорағайным мин унан, “эйе” тиеренә шикләнмәйенсә.
– Ебәрҙем, — тигәйне ул.
– Ә ниңә бер юлы дүрт-биш экземпляр баҫтырманың?
– Әллә. Шулай килеп сыҡты, – тигәндәй итте ул. – Бына оригиналдары, – тип ҡулъяҙмаларымды биргәйне.
Ҡәҙим ағайға инеп, “отчет” кеүек нәмә яһағайным. Йәнәһе, “задание үтәлде”. Шул мәлдә Булат Рафиҡов “Ағиҙел”гә эшкә саҡырҙы. Фенол тарихы башланды. Йәшәргә урынһыҙ ҡалдым. Бала бәләкәй. Ике аяғымдың да тубыҡ быуындары ауырта башланы. Врачтар: “Тыуған ауылыңа ҡайт”, – тип кәңәш итте. Булат ағай хәлемде ишетте лә: “Ауылға ҡайтма. Шағир булараҡ юғаласаҡһың. Сибайығыҙға ҡайт. Эш тә һөйләшәм, фатирың да булыр”, – тине. Шулай килеп сыҡты, уның тәҡдим иткән эшенә урынлашманым, эш хаҡы бик түбән ине. Һөҙөмтәлә, фатиры ла эләкмәне. Бошонманым фатир “хрущевка” ине. Ҡыҫҡаһы, Алишер Навои ҡайғыһы булманы. Бер аҙ аптырауым ғына хәтерҙә: улар бит унмы, егермеме экземпляр китап менән, арыу ғына гонорар вәғәҙә итеп ҡалғайнылар ҙа... тәржемәләрем өсөн. Килмәгәйне. Аҙағыраҡ миндә бер нисә тапҡыр шик тә тыуып ҡуйғайны: әллә теге ваҡыт ул алданымы икән?
Һәм бына Рәшит ағайҙың хәбәре. Тимәк, ул ебәрмәгән булған теге ваҡыт тәржемәләремде. Мин, әйтерһең, яңы ғына уның үлеме тураһында ишеттем. Әйтерһең, бына әле генә миңә был хаҡта әйттеләр... Бәй, ул бит күптән үлгәйне...
Рәшит ағай нимәләрҙер һөйләне, тик уны ишетмәнем дә, һөйләшкем дә килмәй ине. Былай ҙа ағайҙы үҙемдең проблемаларым менән борсойом һымаҡ ине. “Раил ана шулай-шулай, тип әйтә” тигәненән һуң бөтөнләй оят була башланы. Рәшит ағай менән бик күңелһеҙ хушлаштыҡ. Ниндәйҙер шиғыр юлдары иҫкә төштө:
Исправь, природа, горькую ошибку —
Отними талант у сволочей...
Кемебеҙ кисеремле
Бесәндән ҡайтып киләбеҙ. Өс апай артта көлөшә-көлөшә ниҙер һөйләшә. Мин алдараҡ ултырғас, арба, сбруй тауышына уларҙың көлкөлө һүҙҙәрен ишетмәйерәк ҡалам. Ә көлгө килә – ни тиһәң дә, беҙ бит эштән ҡайтып киләбеҙ, эшкә китеп бармайбыҙ. Бына тағы көлөшә башланылар “миңә лә әйтегеҙ” тип башымды борам. Шул ыңғайға алғы тәгәрмәс ағас төбөрөнәме менеп төштө, арба шөйлә һикертеп ҡуйҙы. Апайҙарҙың берәүһе миңә ҡаты итеп иҫкәрмә яһаны. Иҫкәрмә яһап, бигерәк тә ул ҡәҙәрле ҡаты тонда, ул күпмегә хаҡлы булғандыр, әйтә алмайым. Бәлки, ул арбаның бесәнһеҙерәк ерендә ултырғандыр ҙа, нығыраҡ бәрелгәндер. Бары, әле генә көлөп барған кеше, шулай ҡапыл үҙгәрә һалып, асыулы һүҙҙәр әйтә алыуына аптыраным. Ниҙер ҡаршы әйттем. Ай, әттәгенәһе-е!!! Ҡайҙан ғына әйттем?! – теге апайым туҙҙы ла китте. Бөтөнләй икенсе юҫыҡҡа төшөп әрләргә тотондо:
– Кисеремле түгелһең, – ти. – Шул ғына һүҙҙе лә кисерә алмайһың, үткәреп ебәрә алмайһың. – Әренең артабанғы өлөшөн ул тормошҡа бәйләп дауам итте. Икенсе апай ҡыҫылмайынса, туҡтаманы. Шаҡ ҡатып барам: мине кисеремле түгелһең, тип әрләй, ә үҙе бит әйткәнемде кисерә алмай, ун минут буйы мине әрләп килә... Ай, әттәгенәһе! – Ул әрләгәндер ҙә онотҡандыр, ә мин шул әрләнеүҙе, инде утыҙ йыл тирәһе үтеүгә ҡарамаҫтан, хәтерләгәс, ысынлап та, кисеремле түгелмендер...