Башына яулыҡ ябынған, йонсоу йөҙлө йәш ҡатын дауаханаға килеп кергәс тә иғтибарымды йәлеп итте.
– Табипҡа һеҙ аҙаҡҡымы? – тип һораны ул, сиратҡа баҫып.
– Эйе, минән һуң булырһығыҙ.
Беҙ танышып, һөйләшеп киттек.
– Исемем Әлфинә минең. Табип үҙем өсөн түгел, иремә кәрәк. Тәжрибәлеме икән?
– Ирегеҙ сирләйме ни? – тинем, хәленә инеп. – Нимә булды?
– Эй, һорамағыҙ ҙа, апай, барыһына ла үҙем генә ғәйепле, – тип ҡатын үҙе тураһында һөйләп алып китте.
***
Йәйҙең йәмле бер көнө. Сығарылыш класс уҡыусылары ҡупшы кейемдәрҙә мәктәпкә аттестат алыу кисәһенә йыйылған. Ата-әсәләр, уҡытыусылар сәскә кеүек ҡыҙҙарына, үҫеп буй еткергән улдарына һоҡланып туя алмай. Эй, ғүмер тигәнең. Ун йыл ваҡыт үтеп тә киткән. Бер-бер артлы мәктәп директоры ҡулынан аттестат алды егет һәм ҡыҙҙар. Ә Әлфинә был кисәлә икеләтә шат ине – ул көмөш миҙалға лайыҡ булды!
Алда – үрләйһе үрҙәр, яулайһы бейеклектәр! Әлфинәгә ниндәй уҡыу йортона барырға тип уйлайһы ла түгел, табип һөнәре күңеленә яҡын уның.
– Эше ауыр, уҡырға кереүе лә еңелдән булмаҫ, унда аҡсалылар йә таныш-тоношлолар ғына инә, – тине әсәһе.
Ҡыҙыҡай уйға ҡалды, әсәһе дөрөҫ әйтә, имтихан бирә алмаһа, ҡайһылай оят буласаҡ кеше араһында, миҙал алып та.
– Ана, уҡытыусылыҡҡа бар, йылына әллә нисәмә каникул, йәй буйы ял итәләр, аҡсаһы ла ваҡытында килеп тора, – тине әсәһе.
Алтын көҙҙөң алтындай көнөндә Әлфинә баш ҡалалағы педагогия институтына уҡырға барҙы. Тәүге дәрестәрҙән үк үҙен танытып өлгөрҙө белемле, ҡыйыу ҡыҙ.
Бүлмәләш ҡыҙҙар ҙа тәртипле, уҡырға тырыш булып сыҡты. Дәрестән һуң төрлө сараларға, байрамдарға йөрөргә яраттылар. Ауылдан килгән ҡыҙҙар өсөн ҡала ят та, матур ҙа күренде. Бер көндө Әлфинә китапхананан бер ҡосаҡ китап алып ҡайтырға ғына торғанда:
– Ҡайҙағыҙ, сумкағыҙҙы тотошайым, ауыр күренә! – тигән тауышҡа боролоп ҡараһа, эргәһендә алсаҡ йөҙлө, мыҡты кәүҙәле егет баҫып тора.
Шулай танышып киттеләр улар – Әлфинә менән Сәлим. Егет ошо уҡ вуздың һуңғы курс студенты икән. Аҡыллы, баҫалҡы егет күңеленә ятты ҡыҙҙың. Тәүге мөхәббәт хистәре бөрөләнде. Уҡыуҙан һуң ҡала урамдары буйлап йөрөүҙәр, кино, театр тамашаларын ҡарауҙар йәшлектең иң ҡәҙерле мәлдәре ине. Йыл буйы дуҫлашып йөрөгәс, Сәлим диплом алыу менән өйләнешеп тә ҡуйҙылар. Йәш белгесте сит районға эшкә тәғәйенләнеләр. Уларға ауыл советы буш йорт та бирҙе. Әлфинә уҡыуын ташлағанға бер ҙә үкенмәне – яратмай ул уҡытыусы эшен, әсәһенең һүҙен тыңлап ҡына ингәйне. Ярай, ситтән тороп берәй уҡыу йортона инермен әле, тип үҙ-үҙен йыуатты. Йәш ғаилә ауылда күҙ өҫтөндәге ҡаш кеүек булды, балалары үҫеп мәктәп йәшенә етте.
...Заманалар үҙгәрҙе, элекке ҡиммәттәр елгә осҡандай юғала бара. Оптимизация тигән ҡара дауыл Сәлим эшләгән мәктәпкә лә ҡағылды – урта мәктәп ябылып, эшһеҙ ҡалды. Иркен йәшәп өйрәнгән ҡатыны:
– Ана, кеше ирҙәре Себергә китә, һин һаман мәктәп тиһең, уҡытыусы аҡсаһына хәҙер йүнле йәшәп буламы? Балаларға кейем-һалым алам тиһәң – ат хаҡындай, йорт тирә-яғы емерелеп бара, – тине. – Күрмәйһеңме ни, Себер яҡтарында эшләгәндәрҙең нисек шәп донъя көтөп ятҡанын, иномаркаларҙа ғына йөрөйҙәр!
Эйе, ҡатыны дөрөҫ әйтә, кешесә йәшәйем тиһәң, аҡса күп кәрәк хәҙер. Магазинға керһәң – нимә теләйһең шул бар, йорт йыһаздары, төҙөлөш материалдары өҫтөңә ауып килә, аҡсаңды түлә лә бөгөндән өйөңдө тәтәй һымаҡ яһап ҡуй!
Шулай итеп, Сәлим 1 сентябрь көнө мәктәпкә түгел, ә Себер яҡтарына юлланды.
– Ауыр эш эшләп һаулығыңды ебәреп ҡуйма, балаларҙы һаҡла, – тине ҡатынына хушлашыр алдынан. – Аҡса ебәреп торормон, юҡҡа-барға ҡайғырмай ғына йәшәгеҙ.
– Атай, ҡайсан ҡайтаһың? – тип атаһы ҡосағынан айырылырға теләмәне ҡыҙы менән улы.
– Әсәйегеҙгә ярҙам итеп тороғоҙ, күп итеп аҡса эшләгәс тә ҡайтып етермен, – тине Сәлим моңһоу ғына.
***
...Яңғыҙына донъя көтөүе еңел түгел икәнен беренсе көндән үк татыны Әлфинә: көтөүҙән ҡайтмай ҡалған һыйырын эҙләп хәлдән тайҙы. Эх, Сәлиме өйҙә булһа, һә тигәнсе алып ҡайтыр ине лә бит, ни улы менән ҡыҙы бәләкәйерәк.
Хоҙай бәндәне белеп парлы итеп яралтҡандыр, күпме генә тырышһа ла, Әлфинә әллә ни ыратып донъя көтә алманы. «Ярай, Сәлимем ҡайтҡас йортобоҙҙо ялт иттерер әле”, тип уйланы ҡатын. Ире бер түгел, ике ай эшләгәс тә өйөнә ҡайта алманы. Көҙ етте, мал-тыуар көтөүгә йөрөүҙән туҡтап, ҡураларға инде.
Әлфинә бер аҙ өйрәнә төштө яңы тормошона, улы беренселә, ҡыҙы өсөнсөлә уҡып йөрөй – шуларға ҡарап йыуана әсә кеше. Тик төндәрен балалары йоҡлап киткәс, Сәлимен юҡһынып илап ала, йәш ғүмере шулай гел көтөп үтерме икән ни?
– Ахыры, Яңы йылды бында ҡаршыларға тура килер, алыҫҡа командировкаға ебәрәләр, һеҙ унда үҙегеҙ һәйбәт кенә тороғоҙ инде, – тине бер көндө Сәлим телефон аша. Ғаиләһенә мул ғына аҡса ебәреп: – Балаларҙы кейендер, ашарға-эсергә мохтаж булып ултырмағыҙ, – тине.
Әлфинә магазинға барып тәм-том алды, улы менән ҡыҙына Яңы йыл бүләктәре һайланы, атайҙарының өйҙә юҡлығына кәйефтәре төшмәһен тип уйланы. Өйөнә ҡайтҡас, алған әйберҙәренә тағы ла бер күҙ йүгертте, Сәлимен юҡһынды, йә инде, аҡса тип ер аяғы-ер башында йөрөй, тип көрһөндө ҡатын. Аталары бар өҫтөнә күпме бала атайһыҙ үҫә бит! Ана, типһә тимер өҙөрлөк ирҙәр эш эҙләп ғаиләләрен ташлап сығып китергә мәжбүр булдылар.
Шул ваҡыт күрше урамда йәшәгән ҡатын килеп инде:
– Атаҡ, атаҡ, әллә һин генәме ирһеҙ, нишләп былай күңелһеҙләндең, – тине Гөлйөҙөм. –Белгең килһә, ағайың да күптән Себерҙә, бер ҙә танау төшөрмәйемсе, зыңҡытып донъя көтәм. Ирһеҙмен тип илап ултыра торған заман түгел, вәт!
– Бик оҙаҡ булып китте бит әле Сәлимдең китеүенә...
– Аһ-аһ, ебәрмәй эргәңдә тоторға ине әләйһәң, аҡса кәрәккәс, түҙәһең инде! Йә, ярай, берәй нәмәң юҡмы? Үлтереп баш ауырта, – тине ул, ялбарыулы ҡарашын төбәп.
Әлфинә яуап бирергә лә өлгөрмәне, Гөлйөҙөмдөң күршеһе Зәкиә килеп инде:
– Яңы йыл етеп килә, бына шуға әҙерләнеп йөрөйөм, тамсылап ҡына аға суҡынғыр, саҡ тултырҙым, тәмләп ҡарайыҡ әле, – тип кеҫәһенән шешә килтереп сығарҙы.
– Әйҙә, әҙерәк эсергә лә кәрәк, ир юҡ тип ни, нимә, беҙгә күңел асмаҫҡамы, – тип Гөлйөҙөм рюмкаһын түңкәреп ҡуйҙы. Әлфинә лә сытая-сытая эсеп ебәрҙе.
– Бына шулай күңелде бушатып алһаң- еңелерәк булып ҡала ул, – тип хупланы яңы әхирәттәре.
Эй, ысынлап та тәненә еңеллек йүгерҙе, бит остары алһыуланды, бөтә ауыр уйҙары томандай таралды Әлфинәнең. Хатта улы менән ҡыҙының мәктәптән ҡайтҡанын да һиҙмәй ҡалған.
– Бына, атайығыҙ һеҙгә бүләктәр, күстәнәстәр ебәргән, – тип магазиндан алған әйберҙәрен күрһәтте, тегеләре шатланышты, ҡыуанышты.
* * *
Тәбиғәттең тылсымға төрөнгән мәле: ынйылай ҡар яуып, ер өҫтөнә түшәлгән, ағастарҙа улар аҫылташтай йылтырай. Тыштағы саф һауа, сихри матурлыҡ илаһилыҡ өҫтәй. “Тиҙҙән яңы йыл да етәсәк, их, Сәлимем ҡайтып етһә, донъябыҙға йәм өҫтәлер ине”, – тип уйлап алды Әлфинә.
Ысынлап та, Яңы йыл көнө Әлфинә өсөн көтөлмәгәнсә башланды. Иртүк Сәлим шылтыратып, ҡайтып етәсәген белдерҙе. Ҡатын тиҙ генә аш-һыу әҙерләне, өйөн йыйыштырып, ире ҡайтыуына мунса яҡты. Балаларының шатлығы эстәренә һыймай, кемуҙарҙан ярышып һөйләнделәр:
– Иң беренсе атайымды мин ҡосаҡлайым!
– Юҡ мин, ул мине нығыраҡ ярата!
– Юҡ, мине...
Әлфинә йылмайып уларға ҡараны. Ҡайһылай һағыныуҙары еткән!
Сәлим бер айға ғына ҡайтҡан икән.
– Икенсе эшкә урынлаштым, аҡсаһы ла һәйбәт сыға, тик оҙағыраҡ эшләргә тура килә, ай һайын ҡайтып йөрөп булмай, тағы ла алыҫтараҡ был эшем, – тине ул.
Ҡырыҫ Себерҙә эшләп тапҡан аҡса кейем-һалым, ашап-эсеүҙән, газ-ут өсөн түләүҙән ары китмәне.
– Ярай, икенсе юлы йорт йыһаздары алырбыҙ, бәлки, машинаға ла етер әле, – тине Сәлим.
– Әҙерәк үҙебеҙ өсөн дә йәшәп ҡалайыҡ, юҡһа донъя, йорт тип барлыҡ аҡсаны шуларға тығабыҙ бит, – тине Әлфинә. Туған-тыумаса, дуҫ- иштәргә йөрөнөләр, төрлө тәмлекәстәр алып балаларын ҡыуандырҙылар.
Сәлимдең ялы һиҙелмәй ҙә үтеп китте. Ирен эшенә оҙатҡас, бер аҙ моңһоуланған Әлфинәнең әхирәттәре “хәл белешкеләп“ йөрөй башланы.
– Минеке лә кисә генә китте, ай буйы ашарға әҙерләп, өҫтөн йыуып тамам хәлдән тайҙым, –тине Гөлйөҙөм.
– Әйтмә лә, как будто улар юҡта эшһеҙ ултырабыҙ. Бөтә донъяны алып барабыҙ бит, ҡайтһа эргәһендә бөтөрөлөргә кәрәк, сәпсим ҡотороп китәләр, – тип һүҙгә ҡушылды Зәкиә.
– Ярай, аҡсалары килһә, ҡайтып тормаһалар ҙа ярар, – тип кеткелдәне Гөлйөҙөм.
– Ана, Сәриә иренең эш хаҡын кәртешкәһенә генә күсертә, ти, ярты йыл буйы яңғыҙы ғына рәхәтләнеп йәшәй.
– Бәй, аҡса булғас, ниңә йәшәмәҫкә? Магазин тулы ризыҡ – бешерергә лә түгел, ул билмәне, ул кәтлите, хатта тултырылған боросҡа тиклем бар. Аҡсаң ғына сыҙаһын!
– Ирҙәр табырға тейеш аҡсаны, ә беҙ, ҡатындар, бала үҫтерәбеҙ, донъя ҡарайбыҙ, шулай бит? – тине апаруҡ ҡыҙмаса булып алған Әлфинә.
– Ирҙәр өйҙә ултырмаһын ул, эшләһен!
– Дөп-дөрөҫ! Һай, әллә кемдең әхирәте, ауыҙыңа бал да май! Әйҙә, шул шатлыҡтан, – тип рюмкаларға көмөшкә ҡойҙо Гөлйөҙөм.
Мәктәптән ҡайтып кергән улы менән ҡыҙы:
– Әсәй, асыҡтыҡ, тағы бер нимә лә бешермәгәнһең, эсмә инде, – тип иларға тотондолар.
– Кит, кеше алдында нимә ҡыланып торалар! Тиҙ генә магазиндан ашарға барып килтерегеҙ, – тип меңлек аҡса һуҙҙы.
– Юҡ, беҙгә һин бешергән кәрәк, магазиндыҡы ялҡытты, – тинеләр икеһе бер юлы.
– Ай, Алла, харап, туйып һикерә башланығыҙмы? Марш аҙбарға! Ашағығыҙ килмәһә, мал эсерегеҙ! Әле бер эш ҡушҡаным юҡ үҙегеҙгә. Кеше балалары аҙбарҙан кермәй, ҡәҙерҙе белмәһәгеҙ әле, – тип Әлфинә балаларын берәм-берәм елтерәтә башланы.
– Ҡуй, улай итмә, аталары ҡайтҡас йә ошаҡлашырҙар, – тип тыйҙы Зәкиә.
***
Көн артынан – көн, ай артынан ай уҙҙы. Әлфинә яңғыҙ йәшәү “серҙәренә” яйлап төшөндө. Элек бер нимә лә белмәгәнмен икән, тип уйланы эстән. Баҡтиһәң, күп ҡатындарҙың хәле минекеләй – ирҙәре ситтә аҡса эшләй, тегеләре яңғыҙ бик бошонмай ғына донъя көтә икән дә баһа. Әлфинәнең дә әхирәттәре күбәйҙе, йорт эштәрен арлы-бирле бөтөргәс, бергә йыйылып эс-серҙәрен бушатып алалар, табындар ҙа мул-магазиндар көн-төн ябылмай, өй һайын араҡы-көмөшкә менән һатыу итеүселәр күбәйеп киткән. “Сысҡанға – үлем, бесәйгә – көлкө” тигәндәй, Әлфинәнең бер өй аша ғына күршеһе осһоҙло араҡы һата башлаған икән. Ире ҡалала эшләп, аҙна һайын ҡайтып йөрөй, ауылда ҡалған бисәһе иркенләп араҡы сауҙаһы асып ебәргән.
– Күрше, кәрәк булһа, әллә ҡайҙа йөрөмә, үҙемә кил, бурысҡа ла бирәм, – тине ул Әлфинәгә. – Араҡы күрһәтһәң, барлыҡ эшеңде лә эшләп китерҙәр ауылдағы ир-аттар, бөтәһенә лә үҙең йүгермә.
– Эй, бар икән донъяла яҡшы кешеләр, – тип уйлап алды Әлфинә. Ә ул күршеһен ғүмер буйы ҡомһоҙҙан ҡыҙҙырҙы, аҡсаһын бер ҙә әрәм-шәрәм итмәй күршеһе, ире лә яман бөтмөр, хәҙер йорт-тирә яғы ялт итеп тора: ул кәртә-ҡура тиһеңме, мунсаһын да өр-яңынан һалып ҡуйҙы. Элегерәк төшөрөргә ярата инеләр – хәҙер ауыҙҙарына ла ҡапмайҙар, әллә аҡса ҡәҙерен, әллә тормош йәмен аңланылар.
Шул арала Гөлйөҙөм менән Зәкиә пәйҙә булды:
– Харап, берәүҙәр эсмәй икән, бына күр ҙә тор, лечениеларының срогы тулһа, хәҙер элекке хәлдәренә ҡайтырҙар әле, – тинеләр икәүләшеп Әлфинәнең күршеһе хаҡында.
– Кем тимә, шул аунап ята ине иҫереп, хәҙер үҙе араҡы һатып байып алды, беҙҙең менән иҫәнләшмәй ҙә!
– Шул хәтлем ҡыланмаһалар – ике тыуғандармы ни донъяға!
Әхирәттәрҙең һүҙен бүлеп, телефон шылтыраны.
– Эскәнеңде белендереп ҡуйма, матур һөйләш, – тип аҡыл бирҙе береһе Әлфинәгә.
– Мине йәнә йыраҡҡа командировкаға ебәрәләр, ҡәҙерлем, тағы бер генә айға түҙ инде, – тине Сәлим.
– Ярай, ярай, – тине ҡатыны уға. – Беҙҙең хәлдәр ал да гөл!
Бәй,бәй, Әлфинәнең тауышы икенсерәк ишетелгәндәй тойолдо Сәлимгә. Нимә булды икән? Хәҙер иламһырай башлар инде тип көткәйне, бар тип тә белмәнесе. Ахыры, бер яңғыҙына улай уҡ ҡыйын түгелдер тип тынысланды ир.
***
Сәлимдең дә Себерҙән ҡайтҡанын дуҫ-иштәре көтөп алыр булды. Кәйеф-сафа ҡороу ғәҙәткә әйләнеп китте, хатта ҡайһы ваҡыт айға һуҙылды был байрамдар. Ирле-ҡатынлы икәүҙән-икәү эсеп-иҫереп йөрөргә лә оялмай башланылар...
– Һинһеҙ бигерәк ҡыйын, бер үҙемә бөтә эш, – тип йәлләтә белде үҙен Әлфинә.
Ире аҡса тапһа ла, тормоштары бер ҙә алға китмәне: ни ғәләмәт, күп күренһә лә, аҡса әллә ҡайҙа була ла ҡуя. Дөрөҫ, йорт эсенә аҙ-маҙ донъя кәрәк-ярағы алдылар-алыуын, ә бына тирә-яғы һаман йүнле генә түгел: ҡәҙимге кәртәләргә ҡағылған кәкре-бөкрө рәшәткә, өйҙәренең тышы ла ҡасандыр балсыҡ менән һыланған килеш тора бирә, өй түбәһенән һыу үтә...
***
Бәй, Сәлимдең “оҙон“ аҡса артынан сығып китеүенә лә хәтһеҙ ғүмер үтеп киткән икән дә баһа. ”Беҙ булмаған ерҙә-бары ла яҡшы”, тигәндәй, үҙе эшләп ҡарамаған кеше Себер хәлдәрен белеп етмәй шул. Сәлимдең дә хәлдәре төрлөсә: йә эш хаҡы ваҡытында түләнмәй, йә бөтөнләй булмаған саҡтары ла осрай. Ундағы йәшәү шарттары еңелдән түгел- һалҡын вагондарҙа йәшәгән, ашарға-эсергә наҡыҫ булған ваҡыттары ла күп була.
Кемдер был яҡтарҙың ҡырыҫлығына, ауыр эш шарттарына күнегә алмай кире әйләнә, кемдер иһә, заманалар, моғайын, үҙгәрер әле, был хәлдәр ваҡытлыса ғыналыр тип, түҙемлеген һынай. Күптәре яңғыҙаҡ тормошҡа тиҙ өйрәнә – эш көнөнән һуң кер йыуырға, ашарға бешерергә, кейем-һалымын тәртиптә тоторға кәрәк, эргәлә аш-һыуын боҫратып, уны хәстәрләп торған ҡатыны юҡ бит!
...Балалары ҡул аҫтына инеп, Әлфинәгә арыу ғына ярҙам итә башланылар, аталары өйҙә булмағас, мал ҡарау, һыу килтереү улар елкәһенә төшә.
– Әйҙәгеҙ, яңы уҡыу йылына мәктәп кәрәк-ярағы алырға ҡалаға барып ҡайтайыҡ, – тине Әлфинә бер көндө.
Улар шатланып риза булды. Әсәләре айныҡ саҡта йөҙҙәре балҡып китә улы менән ҡыҙының, ә эсеп алһа, өйҙән тиҙ генә сығып китеү яғын ҡарайҙар. Бигерәк тә әхирәттәре килеп “шайтан туйы”н башлаһа, уларҙан да бәхетһеҙ кеше юҡ кеүек тойола, ата-әсәһе эсмәгән тиңдәштәренә көнләшеп ҡарайҙар.
...Ҡала баҙары гөр килә. Төрлө мөйөштә ялтыр ҡаплы кейем-һалым, аяҡ кейемдәре ҡояш нурҙарында ялт-йолт итә, һуҙылып киткән сауҙа рәттәрендә нимә генә юҡ! Әлфинә ҡыҙына ла, улына ла мәктәп формаһы, спорт костюмы, аяҡ кейемдәре алды, яҙыу-һыҙыу әйберҙәре үҙе бер ҙур сумка булды.
– Әлфинә, әллә һин инде? – тигән тауыш таныш булмаған ерҙә көтөлмәгәнерәк яңғыраны.
– Нурсилә?
– Эйе, мин!
Әлфинәнең алдында ҡупшы кейемле, һомғол буйлы, мөләйем ҡатын – уның менән бергә уйнап үҫкән күршеһе баҫып тора ине.
Нурсилә менән Әлфинә яҡын әхирәттәр булып мәктәпте тамамланылар. Нурсиләнең үҙенән башҡа тағы дүрт туғаны бар, әсәһе уларҙы яңғыҙы ҡараны, аталары күптән мәрхүм булып ҡуйғайны. Шуға ла донъяның әсеһен-сөсөһөн татып үҫте улар. Әлфинәнең әсәһе ҡыҙының кейемдәрен Нурсиләгә кейҙерә ине, ә үҙе берҙән-бер ҡыҙына әленән-әле яңыларын алып торҙо.
– Ә һин үҙгәрмәгәнһең, тағы ла матурлана төшкәнһең! – тине Әлфинә һоҡланыуын йәшермәй.
Элекке әхирәте уларҙы ҡунаҡҡа саҡырҙы.
– Беҙ бында ҡаланан әллә ни йыраҡ түгел бер ауылда йәшәйбеҙ, ни бары биш саҡрым ара, әйҙәгеҙ, әйҙә, әйберҙәрегеҙ ҙә күп күренә, ирем аҙаҡ машина менән автобусҡа тиклем илтеп ҡуйыр, – тип ай-вайына ҡуймай уларҙы машиналар ҡуйылған урынға алып китте.
Нурсиләләр йәшәгән йортҡа килеп ингәс, Әлфинә лә, балалары ла ундағы бөхтәлеккә, тәртипкә, зауыҡ менән йыйыштырылған бүлмәләргә хайран ҡалды.
Әхирәте сәй ҡуйып ебәрҙе, өҫтәл әҙерләгән арала хәл-әхүәл һорашты, үҙенең тормошон да һөйләп өлгөрҙө, уның ире малсылыҡ менән шөғөлләнә икән.
– Сит өлкәнән яңы тоҡомло һарыҡтар алып ҡайттыҡ, ғәләмәт шәп үҫәләр, бер баштан 30–40 кило ит сыға, һатып кинәнәбеҙ, кешеләр хатта үҙҙәре өйҙән килеп алалар. Айырыуса йәй көндәре үтемле – тәбиғәт ҡосағында ял итеүселәрҙән тынғы юҡ.
– Балаларығыҙ нисәү?
– Икәү, мәктәпкә көндөҙгө лагерға киттеләр, – тине Нурсилә. – Үҙем дә ҡул ҡаушырып ултырмайым, теләһәң, эш табылып ҡына тора, яҡындағы магазинға урынлаштым, был заманда тине лә ерҙә ятмай.
– Бик матур йәшәйһегеҙ икән, – тине Әлфинә.
– Ит һатып килем алабыҙ, минеке лә ишемтәгә – ҡушымта тигәндәй... Хәҙер бит ирҙәрҙең күбеһе Себер тип сығып китә, бигерәк тә ауыл ерендә, минеке лә тәүҙәрәк шул яҡтарҙа эшләп ҡарағайны ла оҡшатманы, бында ла эшләп аҡса табып була, тип ошо эшенә тотоноп китте.
– Нишләйһең бит инде, эш булмағас, минең ирем дә аптырап Себергә юлланды, – тине Әлфинә көрһөнөп.
– Ҡатын-ҡыҙға яңғыҙ донъя көтөүе ауырға төшә шул. Йортона саң ҡундырмай донъя көткән ҡатындарға һоҡланам. Тик эскелек һаҙлығына батҡандар ҙа етәрлек бит, – тине Нурсилә сәй яһай-яһай. – Ҡаршы йорттағы ҡатындың ире бынамын тигән итеп эшләп йөрөгән еренән “сокращение”ға эләгеп ситкә сығып киткәйне, тапҡан аҡсаһы ҡатыны менән икәүҙән-икәү эсеүгә бөтөп тора. Донъялары ҡыйралып ята, балалары ҡарауһыҙ, Аллам һаҡлаһын! Ире өйҙә юҡ саҡта ҡатыны үҙе кеүектәр менән эсеп көн дә байрам яһай. Ҡатын эскәс – ирҙәргә ни ҡала инде...
Әлфинәнең йөҙө әхирәтенең һүҙҙәренән уттай янды, уны күҙәтеп торған да юрый төрттөрә кеүек тойолдо уға. Нурсилә уны-быны һиҙмәй дауам итте:
– Эй, шул эскән ғаиләләрҙәге балаларҙы йәлләүем. Өйҙә – иҫерек әсәй менән атай, күңелдәре китек бахырҡайҙарҙың, аталары эшләп алып ҡайтҡан аҡса оҙаҡҡа етмәй, йөрөйҙәр шунан аслы-туҡлы. Бына яңыраҡ ҡына үҙемдекеләрҙең бәләкәйләнгән кейемдәрен биреп сығарҙым, бигерәк өҫ-баштары ҡарауһыҙ.
Әлфинә нимә эшләргә белмәне, Нурсиләнең һәр һүҙе уға уҡ кеүек ҡаҙалды, йөҙө бер ҡыҙарҙы, бер ағарҙы, был йортҡа килгәненә мең тапҡыр үкенде.
– Эй, мин шул күп һөйләп ташлайым да ҡуям. Донъялар бигерәк боларҙы бит, һөйләмәй ҙә булмай! Халыҡҡа эш юҡ, колхоз-совхоздар юҡҡа сыҡты, ябай кешегә йәшәүе ауыр! Эшләп тапҡан аҡсаларын йүнле тотонһалар һүҙ юҡ та бит – эсеп әрәм итәләр. Ана, бер танышымдың да ире яңыраҡ ҡына эштән ҡайтып төштө.
– Ул да шул Себерҙәлер инде?
– Эйесе! Ҡатыны ире ҡайтыуына ялт иттереп донъяһын көтә, әсә кеше тәртипле булғас, балаларын да шулай үҫтерә! Иренең тапҡан аҡсаһының тинен дә тәләфләмәй донъяларын бөтәйтеүгә тотоналар. Ике-өс йылда йорт-ҡураһын өр-яңынан әйләндереп алды, вәт, исмаһам, йәшәй беләләр. Бөтәһе лә улар кеүек булһа ине лә бит...
Әлфинә тамам хәлһеҙләнде, теҙ быуындары йомшарып китте.
– Әллә сирләнеңме, әхирәткәйем? Торамын инде мин дә кеше башын ҡатырып, әллә нимәләр һөйләп ташланым. Әйҙә, ашап-эсеп ултырығыҙ, – тип ҡыҫтаны ул.
...Әлфинә өйөнә ҡайтып еткәнсе тыныслана алманы. Ана бит Нурсилә нисек итеп донъя ҡороп ебәргән, мәктәптә әллә ни яҡшы уҡымаһа ла, аҡылы, тырышлығы булғас, тормошо көйлө бара. ”Шул араҡыны тағы ауыҙыма алһаммы, юҡ, тамсыһын да ҡапмаясаҡмын, тип үҙ-үҙенә һүҙ бирҙе ҡатын. Нишләп әле мин кешенән кәм булып, балаларымды мәхрүм итеп йәшәйем? Минең Нурсиләнән ҡайһы ерем ҡайтыш?” тип уйланы Әлфинә. Өр-яңынан тормош башларға ниәтләне ул.
Автобустан төшөп үҙҙәренең йорт тәңгәленә еткәс, туҡтап ҡалды. Әле генә әхирәтенең балҡып торған йорт-ихатаһын, үҙенең тирә-яғы емерелеп, туҙылып ятҡан ишек алды, буяуы күптән уңып, төҫһөҙләнеп бөткән йорто алмаштырҙы. Өйгә ингәс тә ауыр уйҙарынан арына алманы. Кинәт кенә килеп кергән Гөлйөҙөм менән Зәкиә:
– Йә, ҡала күстәнәсе алып ҡайттыңмы? – тинеләр бер тауыштан. Уларға өйҙән-өйгә тамаҡ ялына эшләп, мәңге иҫерек Ғайса менән Самат та эйәргән.
Әлфинә бер ярты сығарып өҫтәлгә ҡуйҙы:
– Мәгеҙ, һеҙгә тип алдым, үҙем эсмәй торам, – тип һауыт-һаба йыуырға кереште.
– Нишләп бер үҙебеҙ эсеп ултырайыҡ, беҙ алкашмы ни, мыҫҡыл итәһеңме әллә? – тип шешәләш дуҫтары уға ташландылар.
– Никакуй, бергә эсәбеҙ!
Әлфинә, бик ҡыҫтағас тип, әхирәттәренең һүҙен йыҡманы.
– Вәт, исмаһам, быныһы беҙҙекенсә!
Гөлйөҙөм барып радиоалғысты ҡабыҙҙы. Унан ағылған дәртле көйгә бейергә төшөп китте:
Себергә барам әле,
Себергә барам әле,
Себергә барып ҡатынға
Бер балдаҡ алам әле.
Сәсе-башы туҙған Зәкиә лә әхирәтен ҡултыҡлап йыр ыңғайына өйөрөлдө:
Алтын булһа ла ярай,
Көмөш булһа ла ярай,
Балдаҡ кейгән ҡатындарҙың
Ҡулдары аҡса һанай.
Шул ваҡыт өйгә Сәлим килеп инде лә аптырап туҡтап ҡалды.
Ир берсә аҫты-өҫкә килгән йорт эсенә, ҡатып ултырған һауыт-һабаға, берсә йән белмәй иҫереп ултырған ҡатынына ҡарап торҙо ла, түҙемлеге етмәй, асырғанып Гөлйөҙөм менән Зәкиәне тышҡа һөйрәкләне:
– Барығыҙ, эҙегеҙ булмаһын бында!
Ауылда эскесе исемен алған ирҙәрҙе күреп ерәнде, уларҙың икеһен бер юлы өйҙән алып осорҙо. Ихаталағы тәртипһеҙлектә үҙ-үҙен битәрләне. Һиҙә ине Сәлим Әлфинәнең эскелек һаҙлығына бата барғанын, әлдә үҙен тиҙ генә ҡулға алып өлгөрҙө әле, юҡһа был упҡындан сығырмын тимә. Ауылдағы дуҫы: “Әлфинәңде ҡайта һалып ҡотҡар”, – тип телефон аша хәбәр иткәс, ашығып юлға сығып китте. Бына нимәнән ҡотҡарырға кәрәк тип әйткән икән?!
Сәлим гаражындағы машинаһын ҡабыҙҙы, улы менән ҡыҙын эҙләп килергә булды. Ҡайҙалар икән, тип борсолдо. Әлфинәнең иҫерек йөҙө күҙ алдынан китмәне, ҡайһы арала боҙолоп өлгөргән! Әле генә ҡарап туймаҫлыҡ сибәр ҡыҙ ине. Сәлим беренсе тапҡыр танышыуҙарын, дуҫлашып йөрөгән студент йылдарын иҫенә төшөрөп уфтанды. Һомғол буйлы, оҙон ҡара сәсле ҡыҙға егет тәү күреүҙән үк ғашиҡ булды. Матур, татыу ғаилә ҡороп, балалар үҫтереү ине бит хыялы. Эх был тормош, һин теләгәнсә генә барһа икән... Аҡса тип ситкә сығып кит инде бына. Сәлимдең башынан мең төрлө уй үтте, башы әйләнде, күҙ алды ҡараңғыланды.
***
Сәлим машинаһы менән юлдан сығып осҡан, тигән хәбәр ауылға йәшен тиҙлегендә таралды. Күп тә үтмәй фажиғә урынына халыҡ йыйылып китте. Сәлимде машина эсенән тартып алып ергә һуҙып һалдылар, “Тиҙ ярҙам” саҡырттылар.
– Күлдәктә тыуған был ир, шул хәтлем ерҙән осоп тере ҡалған! – тине табип, Сәлимде ҡарағас. – Үҙәк дауаханаға алып китәбеҙ, яҡындары бындамы?
Әлфинә был ваҡытта йоҡоһонан саҡ уянған ине, улы менән ҡыҙының илаған тауышын ишетеп:
– Тағы нимәгә мышҡылдайһығыҙ? – тине. Үҙе ҡалтыранып көскә урынынан тороп баҫты. –Уфф, башым...
Балалары бер-береһен бүлдерә-бүлдерә аталары менән булған хәлде һөйләне. Әлфинә ишеткәндәренә ышанмай ишек яғына ыңғайланы.
***
...Табипҡа сиратым етте. Кабинеттан сыҡҡас, Әлфинәгә:
– Барығыҙ, инеп сығығыҙ, мин көтөп торам, – тинем.
Сәлимдең хәле әкренләп яҡшы яҡҡа үҙгәрә, тик оҙайлы дауалау кәрәк буласағын белеп сыҡты Әлфинә.
– Дарыуҙар өсөн аҡсаны Нурсилә биреп торорға вәғәҙәләне, рәхмәт яуғыры, иҫән булһаҡ, ҡайтарырбыҙ, – тине ҡатын.
– Теге әхирәттәрең нисек әле?
– Ҡайғымды уртаҡлашырға тип килгән ерҙәренән кире борҙом. Үпкәләп, мине әрләп сығып киттеләр.
– Дөрөҫ эшләгәнһең!
– Сәлим менән булған ваҡиғанан һуң ғүмеремдә лә араҡыға ҡул һуҙмаҫҡа һүҙ бирҙем. Доғалар, дини китаптар уҡыйым. Бары дин генә кешене эскелектән ҡотҡарырына инандым. Шул эскелек арҡаһында сыға бит бөтә бәхетһеҙлек! Балаларҙы, ғаиләне, тормош йәмен яртыға алмаштырып ҙур хата эшләгәнмен.
– Ваҡытында туҡтай белеү ҙә ҙур маҡтауға лайыҡ, – тинем, Әлфинәне хупларға тырышып.
– Әле айыҡ ғаиләләргә ҡарайым да иҫем китә. Нишләп уларҙы тәүҙә күрмәнем икән? Ниңә уларҙан өлгө алманым? Шул Гөлйөҙөм менән Зәкиә кеүектәр тормошомдо боҙҙо, үҙҙәре артынан һаҙлыҡҡа этәрҙе. Шөкөр, хәҙер ундайҙарға боролоп та ҡарамайым, Сәлимем генә аяҡҡа баҫһын, нисек йәшәргә белербеҙ, – тип йылмайҙы Әлфинә. – Мине тыңлағанығыҙ өсөн рәхмәт, апай, еңел булып ҡалды, һеҙҙең менән серҙәремде уртаҡлашҡас. Мин китәйем инде, Сәлимгә дарыуҙар алаһы бар, – тип хушлашты ҡатын.
Мин дә уның артынан ҡайтыу яғына ыңғайланым. Тышта яҙ етеүен белгертеп, тәүге тамсылар тама, тирә-яҡ ҡарҙан әрселә. Оҙаҡламай йәшел үлән сығыр, ҡоштар ҡайтыр... Әлфинәнең дә тормошо ошо йәмле яҙҙа өр-яңынан башланыр тигән өмөттә ҡалдым. Шулай ғына була күрһен.