Шоңҡар
+24 °С
Ямғыр
Йәмғиәт
21 Август 2024, 11:37

"Мин бында әсәйемде ерләйәсәкмен"

Ьүздәктә фермер СВО-ла һәләк булған егетте ерләгәндә низағ сығарған. 

"Мин бында әсәйемде ерләйәсәкмен""Мин бында әсәйемде ерләйәсәкмен"
"Мин бында әсәйемде ерләйәсәкмен"

Был ғәжәп хәл Бүздәк районының Сабанай ауылында була. Рәсим Хәйруллин СВО-ла һәләк була,  уны 18 августа ауылға алып киләләр. Яҡындары уны геройҙың атаһы менән әсәһе янында ерләргә ҡарар итә. Әммә ҡәбер ҡаҙа башлағас, фермер Фәнүз С. килеп: "Был минең урыным, мин бында әсәйемде ерләйәсәкмен", - тип низағ сығара, уларға ҡул күтәрергә маташа.   "Ауыл биләмәһе хакимиәте вәкилдәре хәлгә тиҙ арала ҡыҫылып, уның эш итеүенең дөрөҫ булмауы һәм законһыҙлығы тураһында аңлатып ҡарай. 

 Хәрби хәрәкәттәр барышында һәләк булған хәрби хеҙмәткәрҙе хөрмәт менән ерләйҙәр. Матәм тантанаһын үткәреүгә ҡамасауларға маташҡан кешенең эшмәкәрлеген хоҡуҡи баһалау менән хоҡуҡ һаҡлау органдары шөғөлләнә.

Люция Дистанова

Автор:Венер Исхаков
Читайте нас