Тормошта килеп тыуған һәр мәсьәләне хәл итер өсөн юлдар күп булған кеүек, сир аяҡтан йыҡһа ла, унан ҡотолоу ысулдары бихисап. Шуларҙың береһе -– дарыу үләндәре.
Ҡыуанысҡа күрә, бөгөн аяҡ аҫтыбыҙҙа ятҡан хазинаны хөрмәт итеүселәр, белеп ҡулланыусылар артты. Йәй һайын рәхәтләнеп төрлө сәскәләр, үләндәр йыябыҙ, тамырын да ҡаҙып алабыҙ. Көн дә сәйгә һалып эсеү өсөн дә, төнәтмә яһап, аҙналап, айлап ҡуллана торғаны ла бар. Дөрөҫ итеп файҙаланыу кәрәк, әлбиттә.
Һеҙҙең өсөн, республиканың күпселек райондарында үҫкән иң шифалы үләндәр хаҡында ғына мәғлүмәт бирәбеҙ.
Юл япрағы
Был үлән йылға буйҙарында, дым күп булған урындарҙа, хатта баҡсала ла үҫә. Икенсе төрлө уны яра япрағы тип тә йөрөтәләр. Ни өсөн тигәндә, ҡанды туҡтатыу көсөнә лә эйә. Төнәтмәһе иһә ашҡаҙан ауырыуҙарына дауа булып тора. Ауыртыуҙы баҫа, үҙәк көйгәндән ярҙам итә. Тик уны йылы килеш, ашарҙан 30–40 минут алда эсергә кәрәк.
Ашҡаҙанға дауа булған шыйыҡсаны дөрөҫ итеп эшләр өсөн ике ысул бар.
1. Бер аш ҡалағы кипкән үләндең өҫтөнә 1 стакан эҫе, әммә ҡайнап өлгөрмәгән һыу ҡойоғоҙ ҙа, ҡапҡас ябып, 12–15 минут төнәтегеҙ. Бындай сәйҙе тәүлегенә 3–4 тапҡыр бешереп эсергә кәңәш ителә.
2. 4 аш ҡалағы кипкән юл япрағы үләнен ярты литр эҫе һыу менән бешерәләр. Унан был сәйҙе термоста 2,5–3 сәғәт тирәһе төнәтәләр. Төнәтмәне тәүлегенә 3 тапҡыр берәр аш ҡалағы эсергә кәңәш ителә.
Был ике ысулда ла дауаланыу курсы 7 көн дауам итергә тейеш. Бер аҙ ял итеп алғандан һуң, йәнә ҡабатларға була.
Әрем
Был дарыу үләне лә төҫһөҙ, иғтибарға лайыҡ түгел һымаҡ. Ләкин шифаһы хаҡында хәҙер белмәгән кеше юҡтыр.
Әрем йәй буйына ялан-ҡырҙарҙа, һыу буйҙарында ла үҫә. Уны баш ауыртҡанда, йоҡоһоҙлоҡ менән яфаланғанда яҫтыҡ аҫтына һалып яталар. Борон иҙән һепергәндәр, өйгә элеп тә ҡуйғандар. Уны яман көстәрҙе ҡыуа тип һанағандар.
Дарыу үләне булараҡ бары тик әҙләп сәйнәп кенә йөрөргә лә мөмкин. Тамаҡ ауыртыуын, йүтәлде баҫа. Хатта тажлы вирусты дауалағандар бар. Әммә һаҡ булырға, сама белергә кәрәк.
Ҡул-аяҡтар, быуындар һыҙлағанда файҙаһы ҙур.
Әремде йыйып алып, банкаға тығыҙлап тултырырға ла өҫтөнә көнбағыш майы ҡойорға. Артабан бәләкәй кәстрүлгә һыу һалып, шунда банканы ултыртып, талғын утта ике сәғәт ҡайнатып алырға кәрәк. Һуңынан майҙы һөҙөп алырға ла мөмкин. Шифалы майҙы йоҡлар алдынан һыҙлаған урындарға ыуып яталар. Был үҙенә күрә массаж да, ауыртыуҙы ла баҫа.
Артыш
Тауҙарҙа ғына үҫкән артыш та бик шифалы. Уны август-сентябрь айҙарында йыйып алырға кәрәк. Был дарыу үләнен күп осраҡта гинекологик сирҙәргә ҡаршы ҡулланалар. Цистит яфалағанда, ҡатын-ҡыҙ ағзалары ауыртҡанда, эҫе һыу менән ванна яһап ултыралар.
Шулай уҡ аяҡтар, быуындар һыҙлағанда ла ошолай ултырырға мөмкин. Бик файҙалы. Тик аҙаҡтан һыуыҡҡа теймәй, һаҡланып йөрөгөҙ.
Артыш шулай уҡ шеште баҫа, ҡысыныуҙан, тире ауырыуҙарынан дауалай. Йөрәк эшмәкәрлеген, ҡан әйләнешен яҡшырта.
Үләндәрҙе табип менән кәңәшләшеп, самаһын белеп ҡулланығыҙ. Уларҙы дарыу булараҡ һәр ваҡыт эсергә лә ярамай. Күпмелер осор ял итеп ала торған тәртибе лә бар.
Дегәнәк
Йөҙәткес ҡый үләне булһа ла, кеше өсөн файҙаһы ифрат күп. Хатта яман шешкә ҡаршы тора алғаны ла билдәле.
Шулай уҡ дегәнәк шәкәр диабетын, бронхитты, гайморитты, ревматизмды, подаграны, артритты, остеохондрозды бөтөрә. Тамыры бауырҙы һәм бауырҙағы циррозды дауалай. Бөйөрҙәге һәм һейҙек ҡыуығындағы ташты онтай.
Дегәнәкте тире ауырыуҙарынан да ҡулланалар. Сәс ҡойолғанда ла файҙаһы бар.
Дегәнәкте июль, август, сентябрь айҙарында йыйырға мөмкин.
Тамырын ҡаҙып алығыҙ ҙа йыуып киптерегеҙ. Бер аш ҡалағы кипкән дегәнәк тамырын 2 стакан ҡайнар һыуға һалып, 10 минут ҡайнатығыҙ. Унан 2 сәғәт төнәтәбеҙ. Әҙер төнәтмәне һөҙөп, ашарҙан 10 — 15 минут алда көнөнә 3 тапҡыр яртышар стакан эсергә кәңәш ителә.
Бәпкә үләне
Бәпкә үләнен майҙан башлап июль айына тиклем йыйып киптерергә мөмкин. Ул ашҡаҙан-эсәк, бауыр һәм бөйөр ауырыуҙарын, туберкулезды дауалағанда ҡулланыла. Шеште ҡайтарырға ла, бөйөрҙән, үт ҡыуығынан ҡомдо сығарырға ла булышлыҡ итә. Бынан тыш, ауыр металдарҙың тоҙонан арындыра, артрит, артрозды, геморройҙы, яраларҙы, тамаҡ ауыртыуҙы дауалай, ҡан тамырҙарын нығыта, ҡан әйләнешен яҡшырта. Гинекологик сирҙәрҙе дауалағанда ла ҙур ярҙамсы.
Үләндең үҙен генә төнәтеп йәки ҡайнатып эсергә була, башҡа үләндәр менән бергә ҡушып та ҡулланалар. Үлән төнәтмәһен көнөндә үк эсергә кәңәш ителә, сөнки икенсе көнөнә файҙалы үҙенсәлектәре кәмей. Шулай уҡ иҫкерә лә башлай.
Бер стакан ҡайнаған һыуға бер ҡалаҡ киптерелгән үлән һалып болғап, 30 – 40 минут төнәтергә лә, дүрттән бер өлөшөн ашауға тиклем 20 минут алдан эсергә (көнөнә өс тапҡыр ҡулланырға, йәғни бер стакан төнәтмә бер көнгә етә).
Ҡайнатып эсер өсөн бер стакан ҡайнаған һыуға ике ҡалаҡ киптерелгән үлән һалып, 3 – 5 минут талғын утта тоторға, һыуытып һөҙөргә, шунан стаканды тултырғансы ҡайнаған һыу өҫтәргә. Ашар алдынан бер-ике ҡалаҡ эсергә.
Һутын әҙерләр өсөн үләнде сәскә атҡан ваҡытында йыялар. Гипертония, эсәк ауырыуҙары, бөйөр ауыртҡанда, тән тартышҡанда көнөнә ике-өс тапҡыр ашар алдынан 1 – 2 ҡалаҡ эсәләр. Яраға ла шул һутты һөртөргә була. Шулай уҡ үләнде йыуып, киптереп, ыуырға ла, яраға һалып бәйләргә лә мөмкин.
Айлина КИЛДЕБАЕВА әҙерләне.