Өфөнөң Октябрь районында ысын мәғәнәһендә иҫ киткес ваҡиға - Сипайлово биҫтәһендә йәшәүсе Лилиә Фәттәхова 13-сө тапҡыр әсәй булды. "Шулай итеп, ҡаланың 450 йыллығына яңы өфөлө барлыҡҡа килде. Был шатлыҡлы яңылыҡ ҡына түгел, ул Ғаилә йылында өмөт һәм мөхәббәт символы. Беҙҙең героиняны һәм уның ғаиләһен ошо иҫ киткес ваҡиға менән ҡотлайбыҙ. Баш ҡаланың юбилейына ошондай матур бүләк өсөн рәхмәт белдерәбеҙ", - тип яҙҙы социаль селтәрҙә Октябрь районы хакимиәте башлығы Сергей Плотников.
Кисә, Лилиә Фәттәхованың ҙур ғаиләһе менән бергә, 3-сө бала табыу йортона бәпесте ҡаршы алырға Өфө ҡала советы депутаты Ирина Сухарева һәм башҡа рәсми кешеләр килде.
Әлфиә Әғлиуллина