Шоңҡар
+24 °С
Ямғыр
Йәмғиәт
6 Сентябрь 2024, 15:56

Башҡортостан Башлығы һайлауҙың тәүге көнө тамамланды

Башҡортостанда һайлаусыларҙың 29,40 проценты (873 меңдән ашыу) үҙенең гражданлыҡ бурысын үтәгән.  

Был турала "Башҡортостан Башлығын һайлау - 2024" Йәмәғәт матбуғат үҙәгендә ойошторолған брифингта Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе урынбаҫары Марат Венер улы Ғәҙелов хәбәр итте. Иң әүҙемдәр исемлегенә Балтас (47 процент), Салауат һәм Ейәнсура райондары ингән. Ә ҡалалар араһында Күмертау (37 процент), Нефтекама, Ағиҙел алдынғылыҡты бирмәй.

Һайлау тыныс үткән, бөгөнгө көнгә ялыуҙар булмаған. Ә мөрәжәғәт итеүселәр башлыса һайлау участогының адресын асыҡлау өсөн ҡыҙыу линияға шылтыратҡан. Шулай уҡ комиссия ағзаларына рәхмәт һүҙҙәрен еткереүселәр ҙә булған.

 

 

Автор:Гульнур Куватова
Читайте нас