Шоңҡар
+24 °С
Ямғыр
Йәмғиәт
6 Сентябрь 2024, 15:30

"Рәхмәт - 2024" акцияһының тәүге еңеүселәре билдәле булды

Һайлауға барып, ноутбуклы булған.  

Өфө ҡалаһынан Анастасия Патрикеева бүләккә ноутбук отто. "Иртәнсәк иртүк һайлауға барып, тауыш биреп ҡайтҡайным. Кискә табан шылтыратып, бүләкле булыуымды әйттеләр. Һәр саҡ яҡшыға ышанырға кәрәк икән," - ти ул акцияны ойоштороусыларға.
«Рәхмәт-2024» акцияһы буйынса ҡыҙыҡһындырған һорауҙарҙы колл-үҙәккә шылтыратып бирергә мөмкин: 8-927-333-45-22.
Бүләк уйнатыу дауам итә: 7 сентябрҙә — көндөҙгө сәғәт 2-лә һәм киске 8-ҙә, 8 сентябрҙә иһә көндөҙгө 2-лә яңы бүләк эйәләре билдәде буласаҡ. Ә йәкшәмбе, 8 сентябрҙә, тәүге тапҡыр «Бүләктәр төнө» ойошторола, унда бер юлы 130-ҙан ашыу бүләк оторға мөмкин.

 

 

 

Автор:Гульнур Куватова
Читайте нас