Был турала “Башҡортостан Башлығын һайлау – 2024” Йәмәғәт мәғлүмәт үҙәгендә үткән аорашыуҙа "Рәхмәт, Башҡортостан" акцияһын ойоштороусы Регина Ҡадырова һөйләп үтте.
“Бәйләнештә” селтәрендәге “Алға, патриот!” төркөмөнә теләгән һәр кем фото менән рәхмәт һүҙҙәре менән яҙма тәҡдим итә ала. Был үҙенә күрә рәхмәтле пост булып тора. Әлеге мәлдә ойоштороусыларға 200-ҙән ашыу пост ебәрелгән. Аҙна һайын биш еңеүсе билдәләнә. Уларға ҡиммәтле бүләктәр тапшырыласаҡ. Акция 11 октябргә тиклем дауам итә.
Ойоштороусылар әйтеүенсә, рәхмәтле постарҙың күбеһе район һәм ҡала хаҡимиәтенә, туристик урындарға, социаль ойошмаларға арналған.
Шулай уҡ талант эйәләренә йырлы рәхмәт еткереү мөмкинлеге лә бар. Бының өсөн постарға йырлы видеояҙманы беркетергә кәрәк. Бөгөнгө көнгә Башҡортостанға, Өфө ҡалаһына арналған төрлө телдәрҙә 93 йыр яңғыраған. “Еңеүселәрҙе билдәләгәндә беҙ моғайын, конкурсанттарҙан матур концерт программаһы ла әҙерләй алырбыҙ,” – ти Регина Ҡадырова.