8 сентябрҙең 18.00 сәғәткә ҡарата тауыш биреүселәрҙең 69 проценттан артығы һайлауҙа ҡатнашҡан. Иң әүҙем төбәктәр араһында Баҡалы (89 процент), Салауат, Федоровка райондары, Стәрлетамаҡ, Ағиҙел һәм Күмертау ҡалалары инә. Илебеҙҙең баш ҡалаһындағы һайлау участогы әле эшен дауам итә. Ул Мәскәү ваҡыты менән киске сәғәт 8-ҙә эшен тамамлай. Әле унда 300-ҙән артыҡ кеше тауыш биргән.
- Бөгөн Башҡортостандағы һайлау участоктары эшен тамамланы. Дөйөм статистика мәғлүмәттәре әлегә билдәле түгел. Һәм һуңғы ике сәғәттә һандарҙың ниндәй кимәлдә үҙгәреүен күҙаллауы ауыр. Шуға теүәл мәғлүмәттәрҙең әҙер булыуын көтәйек, - тине осрашыуҙа Марат Венер улы.
Үҙәк һайлау комиссияһының колл-үҙәгенә өс көндә 116 мөрәжәғәт булған. Күпселек һайлау тәрбибе менән ҡыҙыҡһынған һәм үҙҙәренең һайлау участогының адресын асыҡларға теләгән. Фейк хәбәр таратыу осрағы ла теркәлгән: 6 сентябрҙә интернет селтәрендә боҙолған бюллетендәр фотолары таралды. Әммә тикшереүҙәрҙән һуң уларҙың Екатеринбург ҡалаһының былтырҙы һайлауҙары бюллетены булғаны асыҡланған.