Шоңҡар
-5 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
8 Сентябрь 2024, 22:18

Экзит-полл һөҙөмтәләре

24 меңдән ашыу респонденттан һорашыу һөҙөмтәһе шундай: Радий Хәбиров 74,74 процент тауыш алған.  

Сәйәсәт фәндәре кандидаты, БР Мәҙәниәт министрлығының Гуманитар тикшеренеүҙәр үҙәге директоры Марат Мәрҙәнов экзит-полл һөҙөмтәләрен иғлан итте. 24 меңдән ашыу респонденттан һорашыу һөҙөмтәһе шундай: Радий Хәбиров 74,74 процент тауыш алған. Ҡалған кандидаттарҙың яҡынса 3 – 5 процент самаһы. Күрһәткестәр яҡын булыуы сәбәпле, һәр береһен айырым билдәләмәгәндәр. Һорашыуҙар өс көн дауамында һайлау участкалары алдында ойошторолған.

(Экзит-полл – тауыш биреп сыҡҡас, һайлау участкалары янында граждандарҙан һорашыу процедураһы, социологик опрос)

 

 

Автор:Гульнур Куватова
Читайте нас: