Байрам кәйефе лә, көсөргәнешле көтөү ҙә, бер аҙ борсолоу ҙа биргән өс көнлөк һайлау компанияһы тамамланды. Әлегә һайлау һөҙөмтәләре билдәле түгел. Шулай ҙа Йәмәғәт мәғлүмәт үҙәгендә ойошторолған осрашыуҙа Башҡортостан Башлығына үҙ кандидатураһын күрһәтеүселәр үҙҙәренең киләсәккә пландары һәм еңгән осраҡта ниндәй йүнәлештә эшләйәсәктәре тураһында һөйләп үттеләр.
"Яңы кешеләр" партияһынан Илшат Тимерйәнов үҙен һөнәри яҡтан күрһәткән һәм финанс мөмкинлеген нығытҡан белгес, тип һанай һәм Башҡортостан Башлығы вазифаһында айына бер һум эш хаҡы менән эшләргә риза булыуын белдерҙе. Ә инде быйыл һайланмаған осраҡта, ул был вазифаға киләһе һайлауҙа ла үҙ кандидатураһын күрһәтәсәк.
"Ғәҙел Рәсәй" партияһы кандидаты Владимир Нагорный иһә еңмәгән осраҡта һайлау компанияһында башҡаса ҡатнашмаясағын белдерҙе. Артур Шайнуров (КПРФ партияһы кандидаты) партия эшен артабан да үҫтерергә теләүен һөйләне.