Шоңҡар
-5 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
9 Сентябрь 2024, 08:49

Алдағы көндә һауа торошо нисек булыр?

Синоптиктарҙың фараздары буйынса...

Алдағы көндә һауа торошо нисек булыр?
Алдағы көндә һауа торошо нисек булыр?

Синоптиктарҙың фараздары буйынса, Башҡортостанда аҙна башында көндәрҙең йылы һәм яуым-төшөмһөҙ булыуы көтөлә.

Башгидромет хәбәр итеүенсә, дүшәмбе, 9 сентябрҙә, көндөҙ һауа температураһы +20, +25 градус тәшкил итәсәк.

Шишәмбе һәм шаршамбы, 10 һәм 11 сентябрҙә, һауа торошо әллә ни үҙгәрмәй. Был көндәрҙә лә яуым-төшөм көтөлмәй. Төндә һауа температураһы +9, +14, көньяҡ-көнсығышта +4 градусҡа тиклем төшәсәк. Көндөҙ һауа +19, +24 градусҡа тиклем йылына.

Автор:Айнур Акилов
Читайте нас: