– Уй, был турала кешегә һөйләүе лә оят инде, – урамда осраған Ғәзимә* ҡулын һелтәне. - Әхирәтемә бурысҡа аҡса биреп, яманатлы булып ҡалдым... Сәүиә менән бала саҡтан танышбыҙ, бер һыуҙы эсеп, бер урамда уйнап үҫтек. Серҙәр ҙә берегә ине. Шул бер көн килеп арҡаға бысаҡ ҡаҙар, тип кем уйлаһын?! Ҡайҙан ғына уға үтескә аҡса биргән көнгә төштөм...
Ғәзимә лә, мин дә ашығып йөрөгәс, ул көндө йүнләп һөйләшергә форсат булманы. Бер нисә көн үткәс, телефонда Ғәзимәнең тауышы яңғыраны:
– Үткәндә һөйләй башлағанды һөйләп бөтөп ҡуяйым, тип шылтыратам. Сәүиә менән булған хәлдең айышына төшөндөрөү өсөн бөтәһен дә баштан алып һөйләйем инде.
Мин мәктәптә яҡшы уҡыным, алдан уҡ кем булырымды, ниндәй өлкәлә эшләремде күҙаллап, шуға ынтылып йәшәнем. Ә Сәүиә бөтөнләй тырышманы, уның өсөн үгеҙ үлһә – ит, арба ватылһа – утын. Һиңә рәхәт, башың шәп эшләй, уҡытыусылар һине ярата, шуға тарталар, тип әйтә торғайны. Минән көнләшкәнен әле генә аңланым, ә ул саҡта: “Сәүиә, әйҙә, ярҙамлашам, тырышһаң, һин дә булдыраһың”, – тип әллә күпме тапҡыр тәҡдим иттем. Әммә ул: “Уҡып, китапҡа тексәйеп ултырып, күҙемде бөтөрәһем юҡ”, – тип баш тартты. Уйында гел генә егеттәр, күңел асыу, кәйеф-сафа ойоштороу ине уның, дөрөҫөн әйткәндә. Үҙем үтә тыйнаҡ, баҫалҡы булып үҫкәс, Сәүиәнең ҡыйыулығы, шуҡлығы, шаянлығы мине уға ылыҡтырғандыр ҙа инде, тим. уның менән күңелле ине. Хәбәр һөйләй башлаһа, ауыҙына ҡарата ла ҡуя. Алдашыуы, фәстереүе лә, һүҙендә тормауы ла бар, ләкин уға был алама сифаттар нисектер килешкән кеүек. Һәр хәлдә, алдап һөйләгәнен белһәк тә, ҡыҙыҡлы һүҙен рәхәтләнеп, ауыҙ асып тыңлайбыҙ. Сәүиәнең беҙҙе йыш ҡына төп башына ултыртыуына ла күҙ йомоп, аралаштыҡ инде ҡалай ҙа. Уның шулай булыуын бәләкәй саҡтан белгәс, ситкә типмәнек.
Өлкән синыфтарҙа күрше ауылда интернатта ятып уҡыныҡ. Шунда беҙ Данияр исемле егет менән танышып, дуҫлаша башланыҡ. Тәүҙә гел дә өсәүләп, мин, Данияр, Сәүиә йөрөнөк. Аҙаҡ Данияр миңә һөйөүен белгертеп, үҙемде генә осрашыуға саҡырҙы. Сәүиә һыр бирмәй, егеттәргә ышаныс юҡ, һиңә күҙ-ҡолаҡ булам, тип эйәреп сыға торғайны. Даниярҙы армияға икәүләп оҙаттыҡ. Уның миңә тәүге хаты килгәс, Сәүиә менән бергә уҡыныҡ. Данияр хат һуңында: “Эйәрсән Сәүиәгә лә сәләм күндер”, – тип яҙғайны, әхирәтем шуға үпкәләне. Үпкәһен белдереп, Даниярға хат яҙып һалған. Был турала Сәүиә үҙе ләм-мим өндәшмәне (ҡайһы арала хәрби частың адресын минән күсереп алғандыр), Данияр аша белдем. Ул, Сәүиә миңә үпкәләмәһен, хаты өсөн ҙур рәхмәт, тип яҙғайны. Шаҡ ҡаттым. Сәүиәгә, миңә лә өндәшмәй Даниярға хат яҙғанһың икән, тигәйнем, ул, ҡыҙарып-буҙарып, яҙһам ни, уртаҡ дуҫыбыҙ ҙа һуң, тине. Ирмәк кеше инде. Данияр уның бер хатына ла яуап яҙмаһа ла, минең аша ғына сәләмдәр, рәхмәт күндерһә лә, барыбер хаттар яҙып ятты.
Мин мәктәпте уңышлы тамамлағас, юғары уҡыу йортона уҡырға индем. Сәүиә курстарҙы бөттө лә эшкә сыҡты. Данияр ҙа, хеҙмәтен тултырып ҡайтҡас, юғары белем алырға дәртләнде. Мин – өсөнсө курсты, ул беренсене тамамлағас, ситтән тороп уҡыуға күстек тә өйләнештек, матур итеп йәшәп киттек, балалар үҫтерҙек. Сәүиә тәүге ире менән күп тә йәшәмәне, эсә, һуғыша, тип тиҙ генә айырылышты. Шунан үҙенән күпкә өлкән тол ир менән танышып, ҡауышып, уның янына ҡалаға күсте. Ул ирҙең үҙенең ике ҡыҙы бар, ситтә йәшәйҙәр. Сәүиә иренә бер малай табып бирҙе. Ире алтмышты уҙғас, инсульт кисереп, йыл ярым самаһы интекте лә, шунан баҡыйлыҡҡа күсте. Ул үлгәс тә, Сәүиә фатирҙы үҙ исеменә күсереп алды. Интеллигент ирҙең тәрбиәле, уҡымышлы ҡыҙҙары торлаҡҡа дәғүә итеп йөрөмәне. Шулайтып Сәүиәбеҙ өс бүлмәле фатирға хужа булып ҡалды. Улын үтә иркәләтеп, үҙе холҡон боҙоп бөтөрҙө. Урлашып та тотолдо ул егет, йәштән эске менән дә дуҫ. Әле бер ҡайҙа ла эшләмәй, әсәһе елкәһендә ята, тиҙәр. Айыуҙай өлкән егет бит инде.
Беҙ хәләл көсөбөҙ менән мал йыйҙыҡ, бол тупланыҡ. Даниярым Себерҙә вахта менән эшләй. Былтыр көҙөн Сәүиә менән осрашып, һөйләшеп торғайныҡ. Мин дә инде асыҡ-ярыҡ бер бәндә, тот та, машинаны иномаркаға алыштырырға йыйынабыҙ, шуға аҡса туплайбыҙ, тип әйт тә һал! Һәм шул күрешеүҙән һуң бер аҙна ла үтмәне, Сәүиә килеп инде.
– Йылылыҡ биргәндә батареянан һыу ағып, күршеләрҙе батырғанбыҙ, хәҙер улар беҙҙән 200 мең һум аҡса талап итә, яңы ғына евроремонт эшләгән булғандар, бөтә ҡиммәтле йыһаздары ла һыуланған. Үтескә аҡса биреп тор, ике-өс айҙа әҙләп түләрмен, – тип иланы.
Күҙ йәшенә батып ултырған әхирәтемде йәлләнем.
– Их, – тинем ихлас күңелдән, – тик беҙ бит бына өс көн элгәре генә бөтә аҡсаны өлкән улыбыҙға бирҙек, ипотекаға фатир алырға йыйына, тәүге иғәнәһенә аҡса кәрәк ине.
– Алдайһыңдыр, Ғәзимә, биргем килмәй, тип әйт тә ҡуй. Машина алырға аҡса туплайбыҙ, тигәнгә генә килдем, былай булһа һине борсоп та йөрөмәҫ инем, йөҙ һыуын түгеп, инәлеп, – тип һикереп торҙо был. – Шулай инде ул, өйрәк һимерһә, к... бөршәйә.
– Кредит алып ҡара һуң, Сәүиә, – тигән булам, ысын күңелдән уңайһыҙланып.
– Эй-й, минең ҡырҡмаһа ҡырҡ кредитым бар, анау малайға тип алынды ла, ваҡытында түләй алмағас, проценттары, пенялары арта ла арта. Кем миңә хәҙер тағы кредит бирһен? Етем бисәнең хәлен кем аңлар?
Ҡыҫҡаһы, ишек төбөндә тороп, үкһеп илаған Сәүиәне йыуатып, уға ярҙам итер өсөн оло йәштәге күршеләремдән үтескә аҡса алдым. Әхирәтем, ике-өс айҙа, бик тә булмаһа, ярты йылда мотлаҡ кире ҡайтарам, тигәс, күршеләрем, бирергәме-юҡмы, тип туҡтап ҡалғайны ла (их, шунда бирмәһәләр ине миңә аҡсаларын!), шунан, Ғәзимә, һине яҡшы белгәнгә генә ышанып бирәбеҙ, тик ике ай эсендә бурысты ҡапларға тырышығыҙ инде, тип ҙур сумманы ҡулға тотторҙо. Ике ай үткәс, күршеләрем аҡсаларын кире ҡайтарыуҙы һораны. Сәүиәгә шылтыратһам, йыш-йыш гудоктар ғына ишетелә. Һәр ваҡыт. Смс яҙғайным, уныһы ла яуапһыҙ ҡалды. Шунан ғына уның мине “ҡара исемлек”кә тыҡҡанын аңғарҙым. Ә күршеләр аҡсаларын талап итә. Аптырағандың көнөнән, иремдең, үҙемдең аҡсаны ҡушып, күршеләремә бурысты ҡаплап ҡуйҙым. Шунан Сәүиәне ҡарауыллап йөрөп, ниһайәт, тап иттем дә, уңайһыҙлана-уңайһыҙлана үтескә алған аҡсаны кире ҡайтарырын һораным. Һин минән ниндәй аҡса һорайһың ул, аңламайым, һинән үтескә аҡса алманым да баһа, тигәйне, ултыра төштөм. Ә ул китте лә барҙы.
Даниярға ҡайтып, хәлде түкмәй-сәсмәй һөйләгәйнем, ул миңә асыулана:
– Сәүиәнең ниндәй икәнен белмәйһеңме? Кеше уға үтескә аҡса бирәме? Расписка алырға ине бик тә булмаһа!
Көйөп китеп, Сәүиәнең хаттары тураһында әйтеп ташланы. Баҡтиһәң, Данияр армияла саҡта, Сәүиә уға мине яманлап яҙып ятҡан! Йәнәһе лә, “Ғәзимә былай һәйбәт ҡыҙ ул, тик ялҡауыраҡ”, “Ғәзимәне үҙ итеүеңде беләм, шулай ҙа һине, Данияр, иҫкәртәм, яңылышып ҡуйма”, “Мин бына китап уҡып ятам, ә Ғәзимә йәнә киноға сығып китте, синыфташ егеттәр менән, буғай...” фәлән-фәсмәтән... Булмаған буш хәбәрҙе яҙған! Даниярға, нишләп шул турала алдан әйтмәнең, тип эй көйҙөм, икәү ирешеп китә яҙҙыҡ.
Шунан мин Сәүиәнән нисек аҡсаны кире алырға белмәнем дә, полицияға ғариза яҙҙым. Минең ғариза буйынса эш башлап, уны саҡыртҡандар, бер тин дә аҡса алманым, тигән. Тамсы ла оялмаған. Ялғанды һөйләргә ауыҙы ла ҡыйшаймаған. Аңлатма яҙырға ҡушҡастары, яҙмаған, был хәлгә бөтөнләй ҡыҫылышым юҡ, нишләп мин ниндәйҙер аңлатма яҙайым, тип ҡайтҡан да киткән. Шунан беҙҙе күҙгә-күҙ осраштырырға уйланылар. Төрлө ваҡытҡа тәғәйенләп ҡарайҙар, килмәй ҙә ҡуя. Һылтауын да таба бит әле, йә башым ауырта, йә эсем китә, йә тағы ла берәй ере... Һуңғы тапҡыр уға, ҡасан уңайлы, шул ваҡытты үҙегеҙ тәғәйенләгеҙ, тигәстәре, йома көнө сәғәт дүрттәргә, намаҙҙан һуң килермен, тигән. Имеш тә, ул мәсеткә йөрөп, намаҙ уҡый... Шыр алдаҡсы... Мин килешелгән ваҡытҡа килдем, йәш кенә хоҡуҡ һаҡлау органы хеҙмәткәре менән көтәбеҙ, Сәүиә юҡ. Егет уға шылтыратҡас, мин килә алмайым, ауырлымын, токсикоз, тимәһенме! Егет ипле генә итеп, һеҙҙең менән былайтып айҙар буйына ҡаңғыра алмайбыҙ, аңлатмағыҙ булмағас, енәйәт эшен асырға тура килер инде, тине. Сәүиә трубкаға, теләһә нимә эшләгеҙ, тип ҡысҡырҙы. Минең ҡан баҫымым күтәрелеп, башым ауыртып, саҡ ҡайтып еттем. Ятып торғайным, шул полиция хеҙмәткәре шылтырата: “Сәүиә ханым миңә зарланып, Эске эштәр министрлығының “ҡыҙыу линия”һына шылтыратҡан. Мине, ауырлы ҡатынды, ҡурҡытып, төрмәгә ултыртыу менән янап бөттө, балам төшһә, кем ғәйепле, тип зарланған. Өҫтән минең етәксегә шуның буйынса рапорт килгән. Хәҙер үҙемә аңлатма яҙырға кәрәк. Һеҙҙән дә аңлатма алырға тура килә инде. Һеҙ бит мин уға шылтыратҡанда кабинетта булдығыҙ, бөтәһен дә ишеттегеҙ. Нисек булғанын иртәгә яҙып бирмәҫһегеҙме?” – тине. Яҙып бирҙем, әлбиттә. Сәүиә күрәләтә кешегә яла яғасы...
Һинең менән урамда осрашҡайныҡ та, шунан бер көн алда Сәүиә миңә шылтыратып, тетмәмде тетеп әрләне. Имеш тә, уның бөтә бәхетһеҙлегендә мин генә ғәйепле. Йәнәһе лә, Данияр тәүҙә уны оҡшатҡан булған, тик, баҡтиһәң, мин, йүнһеҙ, Сәүиәнән егетте баҫып алғанмын.
– Һин, Ғәзимә, оятһыҙ бит ул, Даниярҙы белдең нимә менән ҡаратырға, беҙ, саф ҡыҙҙар, ауыҙ асып йөрөгәнсе, һин үҙеңдең шул б...ң менән ҡаратып алдың, сафлыҡ, намыҫ һиңә бөтөнләй ят, һин минең тәүге мөхәббәтемде ергә һалып тапаның, һинең арҡала мин алкашҡа сығып, туҡмалып йәшәнем, һинең арҡала ҡарт алашаға сығып, уның к...н таҙалап ыҙаланым. Хәҙер һинең арҡала миңә енәйәт эшен асырға уйлайҙар, берәүҙән аҡса алып торғанмын икән, нимә, эсегеҙ тишелеп китерме, ул аҡсаны кире ҡайтармаһам, ә мин ҡайтармаясаҡмын да, былай ҙа бик осһоҙ хаҡ түләнең бәхетһеҙлектәрем өсөн, күберәк алырға кәрәк булған! – тип ҡысҡырҙы-ҡысҡырҙы ла, трубканы бәреп, мине ҡабаттан “ҡара исемлек”кә ырғытты, ахыры. Сөнки уға шылтыратҡас, йыш-йыш гудоктарҙы ғына ишеттем. Аҙаҡ теге хоҡуҡ һаҡлау органдары хеҙмәткәренә ошо турала әйткәс, их, ниңә генә шунда диктофонға яҙҙырманығыҙ инде һөйләгәндәрен, ти. Ундай уй башҡа инәме, бигерәк ҡапыл ғына шылтыратты бит.
Бына шулай минең хәлдәр... Сәүиә мине шаҡ ҡатыра ғына. 200 мең һумды ҡайтарам, тип һаулығым да ҡаҡшап китте. Данияр, онот ул аҡсаны, тиһә лә, барыбер маташып ҡарайым әле, тим. Һуң, беҙгә лә күктән манный бутҡаһы төшмәй ҙә инде, һәр һумды хәләл көс менән эшләп табабыҙ. Вахта менән йөрөп эшләгән иремдең дә эше ауыр, сәләмәтлеген бөтөрөп ситтә йөрөй.
Ғәзимәгә сабырлыҡ, ныҡлы һаулыҡ һәм уңыш теләп һаубуллаштым. Хәҙер уға бик оҙаҡ суд юлын тапарға тура киләсәк. Ярай ҙа, распискаһы булмаған хәлдә лә, шаһиттары – күршеләре бар, шуға аҡсаһын кире ҡайтара алыр, тигән кескәй генә өмөт ҡалған.
Баныу ҠАҺАРМАНОВА.
* Бөтә исем дә үҙгәртеп алынды.