Шоңҡар
-5 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
16 Сентябрь 2024, 09:11

Алдағы көндәрҙә һауа торошо нисек булыр?

Башгидромет синоптиктары хәбәр итеүенсә...

Алдағы көндәрҙә һауа торошо нисек булыр?
Алдағы көндәрҙә һауа торошо нисек булыр?

Башҡортостанда яңы аҙна бер аҙ ямғырҙан башлана, уны Башгидромет синоптиктары республиканың көньяҡ-көнсығышындағы бер нисә районда фаразлай. Бөгөн, 16 сентябрҙә, башлыса яуым-төшөмһөҙ була. Көндөҙ термометр бағанаһы +18, +23 градусҡа тиклем күтәреләсәк.

Шишәмбе, 17 сентябрҙә, яуым-төшөм көтөлмәй. Һауа температураһы төндә +2, +7 градус, көндөҙ +15, +20 градус булыуы көтөлә.

Шаршамбы, 18 сентябрҙә лә, шундай уҡ һауа торошо вәғәҙәләйҙәр. Республиканың көньяғында киҫкен ел сығыуы ихтимал. Һауа температураһы төндә +2, +7 градус, көндөҙ +15, +20 градус.

Автор:Айнур Акилов
Читайте нас: