Ауылда бер инәй булды. Теремек, аралашыусан. Әммә дауахананан ҡайта белмәне. Йә йөрәге ауырта, йә эсе, йә быуындары һыҙлай... Башҡалар аҙна һайын район үҙәгенә баҙарға барһа, ул дауаханаға йөрөнө. Табиптар ҙа өйрәнеп бөткәндер инде уға. Сирҙән башы сыҡмаһа ла, туҡһан йәшен уҙғансы йәшәне. Бер үҙе тороуына ҡарамаҫтан, тәҙрә төбө шау гөл, өйө рәтле, өҫ-башы таҙа булды. Ул инәй, ысынлап та, ауырыу булған. Тик был физик һаулыҡҡа түгел, ә психологик сәләмәтлеккә бәйле...
“Тиҙ ярҙам”да эшләгән класташымдан һорайым: “Тиҙ ярҙам”ды былай ғына саҡырған әбейҙәр, ысынлап та, бармы?” “Бөтә районға берәү бар, — тине ул. — Шылтыратыу килгәс, бармай булмай. Ул бит, етмәһә, “экстренный”ҙы саҡырта. Барып тикшерһәң, үҙе хатта шәп. Витаминдар бирәһең дә, берәр аҙнаға хушлашаһың...”
Ул ваҡытта иғтибар етмәгән әбей тураһында бер йәлләп, бер йылмайып, юҡҡа ваҡыт алғанына үҙ алдыма әрләп тә алғайным. Шунан һуң ғына бындай торош — үҙеңә юҡ ауырыуҙар уйлап табыу — психологик ҡаҡшау икәнен белеп ҡалдым.
Мюнхгаузен — иҫ киткес нәмәләрҙе уйлап сығарып һөйләргә яратҡан әҙәби персонаж. Ә Мюнхгаузен синдромы — табиптарҙың, башҡаларҙың иғтибарын йәлеп итер өсөн үҙендә булмаған ауырыуҙар табыуға, уйлап сығарыуға, йәрәхәтләнергә этәргән психологик ҡаҡшау.
Тәүге тапҡыр был терминды 1951 йылда Ричард Ашер исемле психиатр ҡуллана. Тикшеренеүҙәрендә ул төрлө симптомдар уйлап, дауаханаларға мөрәжәғәт иткән пациенттарҙы һүрәтләй. Был пациенттар табиптарға үҙҙәрен нисек тойоуҙарын, хәлдәрен, сирҙәрен сағыу итеп һөйләй, һаулыҡтарына зарлана. Шулай ҙа анализдар алғас, бер диагноз да иҫбатланмай. Әммә пациенттар, тынысланып ҡалмай, уйлап сығарылған ауырыу тарихын икенсе дауаханала һөйләй. Унда ла ышанмаһалар, өсөнсөһөнә, дүртенсеһенә һәм башҡаларына баралар. Һау-сәләмәт икәнен әйтһәң дә, алдауҙарын инҡар итәләр.
Белгестәр был ауырыу менән күберәк ҡатын-ҡыҙҙар ыҙалай, тип иҫәпләй. Кәрәкле диагнозды ҡуйҙырмайынса синдромлылар дауаханаларҙы ғына түгел, ҡалаларҙы алмаштырырға әҙер. Тап шундай алдаҡсы кешеләрҙе Ричард Ашер Мюнхгаузен синдромы менән ыҙалай тип билдәләй.
15 йыл эсендә — 42 операция
Мюнхгаузен синдромының иң билдәле осрағы Лондонда йәшәүсе Венди Скотт исемле ҡатын менән бәйле. Ул әллә нисә йыл буйы ауырыуҙар уйлап, бер ҙә кәрәкмәгән 42 операция, 600-ҙән ашыу госпитализация үткәргән.
Вендиҙың бала сағы ҡатмарлы була. Бәләкәй ҡыҙҙы көсләйҙәр, туҡмайҙар, кәмһетәләр. Ата-әсәһенең йәлләп ултырыуын түгел, хатта иғтибарын да иҫләмәй. Иң йылы хәтирәһе — аппендицит арҡаһында дауаханаға эләгеү. Һәр иртә уның палатаһына шәфҡәт туташы инеп, наҙлап хәлен һораша. “Мин уның тауышын әле лә хәтерләйем. Бер ваҡытта ла бер кем дә миңә улай йылылыҡ менән өндәшкәне булманы”, — тип хәтерләйәсәк аҙаҡ Венди. Ҡыҙға 16 йәш тулғас, өйҙән ҡасып, горничная булып урынлаша. “Эш ауыр ине, — тип иҫләй ул. — 24 сәғәтлек смена, кеше бысрағын йыуып йөрөгәндә лә йылмайырға тейешһең. Үҙемде шул тиклем яңғыҙ, бәхетһеҙ тоя инем”.
Сабырлығы бөтөп, бер заман Венди эсем ауырта тип алдап, дауаханаға китә. Дауаханала үткәргән бер нисә көн эсендә ул йәнә ҡанатлана, үҙен саҡ ҡына булһа ла бәхетлерәк итеп тоя. Тиҙҙән ул икенсе сәбәп табып, тағы дауаханаға бара. Шунан инде башҡалары...
Венди Скотт, һау-сәләмәт булыуына ҡарамаҫтан, 15 йыл эсендә кәрәкмәгән тиҫтәләгән операция үткәрә. Дауаханаларҙан уны хатта ҡыуып сығара башлайҙар, әммә ул икенсе ҡалаларға йөрөй... Тик уңышһыҙ операция һәм бесәйе Вендиға был психологик ҡаҡшауҙан ҡотолорға ярҙам итә. Үлем янағандан һуң, яратҡан бесәйен ҡалдырыуҙан ҡурҡып, ғәҙәтен ҡалдыра. Шулай, Венди Скотт дауаланмай тип иҫәпләнгән Мюнхгаузен синдромын еңеп сыға. Тик аҙаҡтан, инде ысын ауырып китеп, эсендә яман шеш барлыҡҡа килгәс, уға бер кем дә ышанмай, дауалауҙы һуңлаталар...
“Миңә иғтибар итегеҙ!..”
Мюнхгаузен синдромы булған кешеләрҙе ипохондрик йә симулянттар менән бутарға ярамай. Ипохондриктар ауырыуҙарына ысын күңелдән ышана, ә синдромлы кешеләр алдағандарын яҡшы белә һәм аңлай. Симулянттар, ғәҙәттә, эштән, язанан ҡасырға йә дарыуҙар алырға тип ауырыған булып ҡылана.
Психик ҡаҡшауҙың ни өсөн барлыҡҡа килгәне яҡшылап өйрәнелмәгән. Шулай ҙа, ҡайһы бер сәбәптәрен атап китергә була.
Мюнхгаузен синдромының сәбәбе эштән ҡасыу, ял итеү, аҡса алыу түгел. Алдап ауырыған кешеләр был осраҡта матди байлыҡ өсөн ҡыланмай. Психик ҡаҡшау менән яфаланғандар иғтибар етмәү арҡаһында теләһә нәмә уйлап сығара. Сирле кешене бөтәһе лә йәлләй, кәңәштәр бирә, уға ярҙам итергә тырыша, хәлдәрен һораша. Синдромлылар иғтибарҙы, хөрмәтте башҡа төрлө яулай белмәй. Сөнки ҡасандыр бәләкәй саҡтарындағы ваҡиға хәтерендә уйылып ҡалған: һалҡын тейҙереп йә башҡа төрлө ауырығанында атай-әсәйе, туғандары уның тирәһендә йүгереп йөрөй, ярата, иркәләтә, ә башҡа көндә уға иғтибар итеүсе юҡ...
Ғәҙәттә, синдром менән ауырыусыларҙың медицина өлкәһендә белеме яҡшы. Юғары уҡыу йортон тамамлаған табип алдында уларға дөрөҫ итеп симптомдарҙы һүрәтләргә кәрәк. Ниндәйҙер ауырыуҙа ҡайһы ер, ниндәй көс менән, нисегерәк, күпме һыҙлауын — барыһын-барыһын яттан беләләр. Хатта ҡайһы береһе дарыуҙар ярҙамында йә башҡа төрлө ысул менән эс китеүен, күңел болғаныуын, аллергия булдыралар. Үҙҙәрен юрамал яралағандар, ҡырҡҡандар ҙа бар. Уларҙың төп маҡсаты — ышандырырға һәм иғтибар йәлеп итергә.
“Балам ауырый...”
Мюнхгаузен синдромының ҡурҡыныс төрө бар. Психик ҡаҡшау менән ыҙалаған кеше сирҙе үҙендә түгел, ә балаһында таба. Иң күңелһеҙ һәм аяныслы хәл үткән быуаттың 90-сы йылдарында башланып китә.
Ди Ди Роузға барыһы һоҡлана: Джипси исемле ауырыу ҡыҙын яңғыҙ тәрбиәләй, уға бар ваҡытын, ғүмерен бағышлай. Әсә һүҙҙәре буйынса, ҡыҙы ауырыу булып тыуа. Джипси лейкемия, астма, мускул дистрофияһы, эпилепсия, шәкәргә аллергия кеүек ауырыуҙар, тын алыу, ашҡаҙан юлдары патологиялары менән яфалана. Етмәһә, күҙе насар күрә, ҡолағы яҡшылап ишетмәй, аҡыл үҫеше тотҡарланған. Джипси инвалид коляскаһында йөрөй, зонд аша туҡлана, кислородлы битлекһеҙ йоҡламай, көнөнә тиҫтәләгән дарыу эсә, сәстәре лә үҫмәй. Ҡыҙға теүәл генә нисә йәш икәнен дә бер кем белмәй. Ҡарап торһаң, 13—14 йәш һымаҡ. Әсәһе бындай һорауҙарға уның аңы 7 йәшлек, тип кенә әйтеп ҡотола. Баланың диагнозын теүәл генә бер табип та әйтә алмай. Сөнки әсә кеше яңынан-яңы симптомдар менән мөрәжәғәт итә, дауаханаларҙы алмаштыра, картаһын юғалта... Әсәле-ҡыҙлы хәйриә фондтары аҡсаһына йәшәй, дауалана, сәйәхәт итә, күңел аса. Ауырыу бала уңайлы шарттарҙа йәшәһен өсөн, өй ҙә төҙөп бирәләр. Әсә кеше йыш ҡына ҡыҙын дауалау өсөн аҡса йыя, хәйриә кисәләрендә ҡатнаша, интервьюлар бирә — йәмғиәт уларҙың ауыр хәлен күрһен өсөн барыһын эшләй.
Иҫ киткес дөрөҫлөк, әсә кешене үле килеш тапҡас, асыҡлана. Ди Диҙы өйөндә бысаҡ менән сәнсеп үлтерелгән килеш табалар. Ә ҡыҙы өйҙән юғалған. Джипсиҙың инвалид коляскаһы ла, дарыуҙары ла, инвалидҡа мотлаҡ кәрәкле әйберҙәре лә урынында була. Шулай ҙа полиция ауырыу Джипсиҙы тиҙ таба. Үҙ аяҡтары менән йөрөгән, сәсе үҫкән ҡыҙҙы күргәс, полиция телһеҙ ҡала. Баҡтиһәң, быға тиклем инвалид иҫәпләнгән ҡыҙ һау-сәләмәт! Джипсиға инде 21 йәш булыуы ла асыҡлана.
Ди Ди Роуз, ире ҡалдырып киткәндән һуң, бар көсө менән кешеләрҙең иғтибарын яуларға тырыша башлай. Шулай, ул балаһында булмаған ауырыуҙар таба, табиптарға алып йөрөй. Кәрәкле симптомдар булһын өсөн, дарыуҙар эсерергә лә йәлләмәй. Әммә үҫеп еткән ҡыҙ әсәһенең эштәренә түҙеп тормай. Интернет аша бер егет менән танышҡас, өйҙән ҡасып, тыныс йәшәргә теләй ул. Бының өсөн берҙән-бер ҡотолоу юлын әсәһен үлтереүҙә күрә...
Мюнхгаузен синдромы шулай сағылыш табыуы ла бар. Әсәйҙәр йә атайҙар һау-сәләмәт балаһында төрлө симптомдар, ауырыуҙар, аллергиялар эҙләй, туҡтауһыҙ дауаханаларға алып йөрөй. Сабыйҙары сирле икәненә бөтәһен ышандыра. Йыш ҡына бындай хәлгә шулай уҡ ваҡытында иғтибар етмәгән әсәйҙәр йә атайҙар бара. Йәнәһе, улар: “Бына ҡарағыҙ, ҡалай мин яҡшы кеше! Ауырыу баламды йәнемде йәлләмәй ҡарайым, көнө-төнө уның тураһында уйлайым, мин – герой-ата-әсә”, — тип әйтергә теләй.
Дауалап буламы?
Мюнгхаузен синдромын хатта тәжрибәле табиптар ҙа тиҙ генә асыҡлай алмай. Асыҡлаған хәлдә лә, синдромдан ҡотолор өсөн оҙаҡ йылдар психологтар менән эшләргә кәрәк. Сөнки сирҙең тамырҙары алыҫ бала саҡҡа барып тоташа. Иң яҡшыһы — яҡындарыбыҙға ваҡытыбыҙҙы бүлеү. “Тиҙ ярҙамға” шылтыратып, ят кешеләрҙең иғтибарына ҡыуанып ултырған әбейҙең ҡартайған көнөндә уны хәстәрләгән туғандары булыуы шикле. Яҡындарҙы, бигерәк тә балаларҙы һәм өлкәндәрҙе, ауырығандарында йә бәрәй нәмә булғанда ғына хәтергә төшөрөү ҡурҡыныс ваҡиғаларға килтереүе бар...
Сәлихә МОРТАЕВА.