Шоңҡар
-5 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
16 Сентябрь 2024, 15:23

Бәхет - ғаиләлә

– Күптәр, әсәләр декрет ялында бер нимә менән дә шөғөлләнмәй, тип иҫәпләй. Ысынында иһә был улай түгел...

Бәхет - ғаиләлә
Бәхет - ғаиләлә

Мәсетле районы Аҙанғол ауылынан Мофазаловтар ғаиләлә бер-береһенә ярҙам итеп йәшәй. Ата-әсә дүрт ул тәрбиәләй.

Зөһрә Ансар ҡыҙы Дыуан районының Яңы Хәлил ауылында тыуып үҫкән. Бала саҡтан әүҙем ял һәм спорт яратҡан. Шуға күрә тормошон спорт менән бәйләргә ҡарар итә һәм Бөрө педагогия институтында физкультура уҡытыусыһына уҡып сыға. Әммә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, профессиональ спорт менән шөғөлләнеү имгәнеүҙәргә килтерә, һәм Зөһрә Мофазалова спортта карьераһын дауам итә алмай. Бер нисә йыл физкультура дәрестәрен алып барғандан һуң, һатыусы булып урынлаша. Хәҙер ул бала ҡарау буйынса декрет ялында.

Күп балалы ғаиләнең йорто һәр саҡ таҙа һәм уңайлы, бында һәр кемдең үҙ вазифаһы бар.

– Күптәр, әсәләр декрет ялында бер нимә менән дә шөғөлләнмәй, тип иҫәпләй. Ысынында иһә был улай түгел – ҡатын-ҡыҙҙың эше һанап бөтөргөһөҙ. Ихата тултырып йорт ҡоштары аҫрайбыҙ, ауыл кешеһенең баҡсаһы ла ҙур, – ти күп балалы әсә.

Ире Динар Хөсәйен улы вахта ысулы менән быраулау ҡулайламаһы машинисы булып эшләй. Шуға күрә өйҙә башҡалар теләгәнсә йыш була алмай. Мәшәҡәттәрҙең күп өлөшө улдары иңенә ята.

Өлкән улдары Артур – атаһының хужалыҡ буйынса төп ярҙамсыһы. Ә хужалыҡ бәләкәй түгел – ике һыйыр һәм бер нисә быҙау.

– АСПК программаһы буйынса күптән түгел генә беҙ ике һыйыр һәм улар өсөн иген фуражы һатып алдыҡ, – тип һөйләй Зөһрә Мофазалова.

Артур уҡыуҙа ла өлгәшә: быйылдан Өфө ҡалаһында кадет класына ҡабул ителгән, уға тиклем Яңы Мишәр мәктәбендә Шайморатов класында булған. Ул да әсәһе кеүек спорт ярата, төрлө мәктәп ярыштарында, район һәм республика кимәлендә ҡатнаша. Айырыуса шахматта уңыштары ҙур. Был уйынға уны олатаһы Ансар өйрәткән. Илдан да ағаһынан ҡалышмай, әле ул 6-сы класта уҡый, шулай уҡ шахмат уйнай һәм башҡа спорт төрҙәре менән мауыға. Тағы ла бер улдары Эмиль – беренсе синыф уҡыусыһы, ул әле үк шахмат уйынында яҡшы һөҙөмтәләр күрһәтә һәм, бәләкәй булыуына ҡарамаҫтан, шахмат турнирының зональ этабында ҡатнашырға өлгөргән. Кесе Даниярға бер йәш тулған.

Шахмат уйнауҙан тыш, ғаилә бергәләп тәбиғәттә ял итергә, балыҡ тоторға ярата. Әүҙем ял ғаиләне тағы ла нығыраҡ берләштерә. Балалар саф һауала йүгерә, футбол һәм волейбол уйнай ала. Ғаилә бәхетенең рецебы – бер-береңде яратыуҙа, хөрмәт итеүҙә, бергәләп эшләүҙә һәм бер-береңә таяныуҙа, шулай уҡ ябай кешелек мөнәсәбәттәрен ҡәҙерләүҙә һәм ғаиләң менән ғорурлана белеүҙә.

Нурания ӘБДРӘХИМОВА.

https://vk.com/club20916055?w=wall-20916055_7356

Автор:Айнур Акилов
Читайте нас: