Лауранын күптән күрмәгән инәһенә юлы төштө. Әсәһе ебәргән ҡаймаҡты бирергә кәрәк ине. Ҡыуанһын әбекәй, ауыл ризығын ауыҙ итһен, һағынғандыр.
Сәйер уның инәһе. Бер үҙе йәшәй. Күп сәйәхәт итә. Фатиры сувенирҙар менән тулы. Төрлө таштарҙы, үләндәрҙе өйрәнә. Йән, рух, энергия тип хәбәр һөйләй. Күп хәбәрен Лаура аңламай ҙа. Аңларға ла теләмәй.
Әммә был барғанында, әйткәне нисектер тәьҫир итте. Шунан һуң төрлө мәшәҡәттәр менән тиҙ онотто. Егерме йыл үткәс кенә, иҫенә төшәсәк.
Сәй эскәндә, хәбәр олатаһы хаҡында барҙы. Юҡһыныу ҙа, уның менән матур йәшәлгән ғүмеренә ғорурлыҡ та бар ине.
– Яратып йәшәнем, балам. Мөхәббәтһеҙ йәшәгән кешенең ғүмере бушҡа үтә. Уянып китһәң, ул йылдар ҡайҙа, нимәгә, ни өсөн үткәнен дә иҫләмәйһең. Утыҙ бишкә тиклем тәүге ир менән яратмай йәшәнем – шунан сығып әйтәм. Олатайыңды осратҡаным өсөн генә лә мең рәхмәтлемен. Ә уның менән йәшәлгән егерме йыл ғүмер – оло бүләк. Ғүмере ҡыҫҡа булһа ла, ул да бәхетле йәшәне. Хәҙер үлһәм дә үкенмәйем тип йыш ҡабатлауы ғына харап итте уны.
Шундай мөхәббәт теләйем һиңә лә, балам. Әле һин ул тойғоно бөтөнләй белмәйһең...
– Ә минең, инәй, тиҙҙән туйым була ул... Нисек инде... Һин дә кил, саҡырам.
Ғәҙәттәгесә, “инәйем һәр ваҡыттағыса юҡты һөйләй” тип уйлап сығып китте Лаура.
– Мөхәббәт менән кейәүгә сығыу һәр ваҡытта ла тап килмәй шул, балам...
Сәйер инәһенең ишеккә ҡыҫылып ҡалған һүҙе уйландырҙы, әммә тиҙ онотолдо.
Башҡалар хаҡында ышаныслы итеп әйтергә ни хаҡы бар икән тип асыуланғаны хәтерендә.
Балдаҡ, күлдәк алыу, тамада саҡырыу... Егеткә ризалыҡ бирелгән, ата-әсәләр әҙерләнә. Сәйер инәһенең һүҙенә ҡарап торор саҡмы? Ҡыйығы ла китеп баралыр әле...
Лаураның гел тиҙерәк кейәүгә сыҡҡыһы килде. Студент саҡта егете булмаған өсөн үҙен гел кәм, ямаҡай тоя ине. Ҡайһы бер ҡыҙҙар артынан көтөүе менән йөрөйҙәр, ә уға ҡараусы юҡ. Берәй ҡойолдороҡ иғтибар итһә, илай яҙа, йәне көйә.
Йәше егерме бишкә етеп барғанда ултырып ҡалыу ҡурҡынысы янай башланы. Туғандары тик шул хаҡта тылҡыны. Әйтерһең дә, оҙаҡлап китһәң, һин икенсе сортлы кеше. Әйтерһең дә, бәхет кейәүгә сығыу, бала табыуҙан ғына тора.
Асҡар осрауы хәлен еңеләйтте. Йәмғиәттә тәнҡит утында янмай бындай егеттәр. Эшләй, эсмәй, тартмай. Тимәк, ышаныслы. Тимәк, кейәүгә сығырға мөмкин. Осраша торғас, эш туйға барып етте. Тиҙерәк кейәүгә сығырға, әҙәм алдында кәм-хур булмай йәшәргә кәрәк.
Тәүге йылдары яңы тәьҫораттар менән матур ғына үтте. Бала табыу, йорт һалып сығыу, ирле ҡатын статусында йәшәү... Тора-бара араларында йылылыҡ юҡҡа сыҡты. Ире өйгә йоҡларға ғына ҡайта башланы, ә ҡатын үҙенә йомолдо. Иреш-талаш сыҡмаһа ла, бәхетле тугел ине был пар. Һөйләшеүе ҡыҙыҡ түгел, бер-береһе өсөн ҡыуанмайҙар.
Араларыбыҙ ҡайтанан йылынып китер тип уйлап, икенсегә бала тапты Лаура. Ниндәйҙер тойғолар уянған кеүек ине лә, ваҡытлыса булған икән.
Мендәр сылатып илауҙар, айырым ятып йоҡлауҙар... Тора-бара бындай көсөргәнеш тауыш күтәреүгә, өҫтәл һуғыуға барып етте. Күп осраҡта балалар хаҡына тип йәшәнеләр. Улар алдында спектакль ҡуйҙылар. Шулай уҡ был тамаша кешеләр өсөн дә уйнала ине. Ситтән ҡарап тороуға бына тигән пар. Ир эшләй, эсмәй, ҡатын бөтмөр, балалар ҡараулы.
Әммә өйҙә ҡот юҡ, тормош алға бармай. Лаура хатта айырылышыу тураһында уйлай башланы. Уның хәҙер яңғыҙ йәшәгеһе килә. Кеше алдында шәп күренеп ялҡты, ә балалар аңлар. Уларҙың үҙ тормошо, тиҙҙән ҡоштар кеүек таралырҙар. Бәхетһеҙ әсәй менән атайҙы күреүҙән ни файҙа? Бойоҡ, күҙе илауҙан шешенгән, йылмая ла белмәгән әсәй ҡыҙына ниндәй тормош өлгөһө күрһәтә? Мөхәббәтһеҙ ғаиләлә аҡса яғынан да ҡытлыҡ булыусан тиеүҙәре дөрөҫ, күрәһең. Бурыс өҫтөнә бурыс...
Күп уйланды Лаура, төндәрен йоҡо алманы. Тағы купме йәшәргә мөмкин ошолай?
Тап ошо мәлдәрендә егерме йыл элек инәһе әйткән һүҙҙәр иҫенә төштө. Кейәүгә сығыу менән яратыу бер булманы минең... Эх, шул саҡта ниңә уны ишетмәнем икән? Уның күҙенә генә ҡарап һөйләгәндәрен тыңлап ултырыр инем. Уның тормошо аша фәһем алыр инем. Туйға әҙерлекте өҙөргә сәбәп табыр инем. Үҙ кешем иртәме-һуңмы осрар ине, осрамаһа ни, тик үҙемде генә бәхетһеҙ һанар ҙа йөрөр инем. Ә хәҙер ирем, үҙем, ике балам бәхетһеҙ, бойоҡ... Шулай кәрәк булғандыр, ошо һынауҙарҙы юҡҡа ғына үтмәгәндер...
Йөрәк ҡушыуы буйынса сыҡманым кейәүгә, ә кәрәк булған өсөн, кешеләр алдында әҙәмсә йәшәр өсөн. Ошолай тип уртәнде Лаура. Ҡайҙа ҡарама, ҡатын-ҡыҙ кейәүгә сығырға, бала табырға тейеш ти ҙә торалар бит. Әйтерһең, ул тик ошолай килеш кенә кешесә йәшәй ала, бәхетле була. Үҙҙәрен онотоп, тик бала хаҡына тип, ирҙән ҡәҙер күрмәй ғүмер итәләр шунан.
Хәҙер Лаура үҙе инәһе кеүек йәш ҡыҙҙарға кәңәш бирерҙәй булып килә. Туй тантаналарына саҡырһалар, бында, иң мөһиме, һөйөү, мөхәббәт бармы икән тип уйлай. Парҙар ҡыланмаймы, ихласмы ниәттәре? Әллә ошолай итеп тиҙерәк “бәхетле” булырға ынтылалармы? Яһалма бәхетле булырға.
Гөлсинә ЙОСОПОВА.