Шоңҡар
-5 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
16 Сентябрь 2024, 12:56

Янған аттар кеүек…

Бер яғы бар: ғүмер буйы эштә алдынғылар рәтендә йөрөп, төрлө идеялар менән янып, шартлап торған кеше ине, һуңғы йылдарҙа һүрелде.

Янған аттар кеүек…
Янған аттар кеүек…

Йылмайғыһы ла, көлгөһө лә килмәгән кешеләр йыш осрай. Әйтерһең дә, уларҙы бер нәмә лә ҡыуандырмай. Ситтән ҡарағанда тормошо һәүетемсә барған һымаҡ, башына бәлә төшмәгән...
Гел бойоҡ йөрөгән, шым Зинира иҫкә төшә. Тормошо етеш, ашы ла, эше лә бар. Ғаиләһе лә бына тигән: бала-сағаһы имен, ире лә эсмәй, эшләй. Һорауға бер һүҙ менән генә яуап бирә лә тиҙерәк китеү яғын ҡарай. Уның инде егерме йылдан ашыу бер урында баш баҫып эшләгәне, тырыш икәнлеге һәммәһенә лә билдәле.
Кеше менән аралашҡыһы килмәй, тупаҫ тип уйлай һәр кем ундайҙар хаҡында. Әммә кешенең эсен ярып ҡарап булмай...

Бер яғы бар: ғүмер буйы эштә алдынғылар рәтендә йөрөп, төрлө идеялар менән янып, шартлап торған кеше ине, һуңғы йылдарҙа һүрелде. Элеккесә ниндәйҙер яңылыҡ, тәҡдим индерәйем тип күҙҙәре янып китмәй, осоп-ҡунып йөрөмәй. Эш нисек барһа ла, уға барыбер, ғариза яҙ тимәһендәр генә. Таң ата ла кис етә, барыһы ла үҙ яйы менән китеп бара. Уға теймәһендәр – шул ғына.
Иң анһаты – кешене ғәйепләү, уның менән аралашыуҙы өҙөү. Быға артыҡ аҡыл кәрәкмәй. Бик һирәктәр генә, күп осраҡта яҡындарыбыҙ ғына мәсьәләнең айышына төшөнөргә, ярҙам итергә тырыша.
Бер нисә йыл үткәс кенә, Зинираның эмоциональ яныу кисергәнлеген ишеттем.
Ул ауыр хәл барыһына ла янай. Ғүмер буйы эшләгәндәрҙә лә, хеҙмәт юлын яңыраҡ башлағандарҙа ла була. Белгескә мөрәжәғәт итмәйенсә үҙенең ниндәй хәлдә икәнлеген белмәй йөрөүселәр күп.

Нимә ул эмоциональ яныу?

Был халәт хәлһеҙләнеү торошон күрһәтә, кешенең хис-тойғолары тупаҫлана.
Бер кем дә ҡапыл ғына “янып” китмәй. Тамсы өҫтөнә тамсы йыйылып, организм яйлап арый башлай.
Тәүге тапҡыр “эмоциональ яныу” терминын 1974 йылда Америка психотерапевты Герберт Фрейденбергер ҡулланған. Был синдром бигерәк тә бөгөнгө заманда киң таралған. Ни өсөн тигәндә, күпселек офис хеҙмәткәрҙәре 8–10 сәғәт буйы компьютер алдында ултыра, бер-береһе менән аҙ аралаша, мәғлүмәт күп. Кеше затына бындай көсөргәнешкә сыҙауы ҡыйын.
Шулай ҙа эмоциональ яныуға килтергән сәбәптәр бихисап. Уларҙың бер нисәһен һанап үтәбеҙ.

Тышҡы факторҙар:

► Эштең артыҡ күплеге, саманан тыш көсөргәнеш.
► Хеҙмәт хаҡының аҙ түләнеүе.
► Дедлайндар, иғтибарҙы ситкә йәлеп итеүсе сәбәптәр. Йыш ҡына эш барышы тотҡарлана.
► Эштәге үҙ-ара ҡатмарлы мөнәсәбәт, баҫым, айырып ҡарау.

Эске факторҙар:

► Кешенең үҙ эше өсөн артыҡ яуаплылыҡ тойоуы. Йәғни барыһын да үтә шәп, теүәл ваҡытта үтәргә ынтылыуы.
► Авторитет баҫымы: эш урыны мәртәбәле, үҙен тәҡдим иткән кешенең ышанысын аҡларға кәрәк.
► “Мин күп эшләргә тейеш”, “Пенсияла ял итермен әле”, “Аҙ эшләһәм, аҡсам булмаҫ, ас ҡалырмын” кеүек төпкөл аңдағы ышаныуҙар.
► Эште тәүге урынға ҡуйыу.
► Башҡаларға ниҙер иҫбат итергә теләү, уңышлы, булдыҡлы булып күренергә тырышыу.
► Кемдеңдер ышанысын аҡламауҙан ҡурҡыу.

Эмоциональ яныу кисергән кешеләр эшкә иғтибарын йүнәлтеүҙә ҡыйынлыҡ кисерә, түләһәләр ҙә, яңы проекттарға тотонорға теләмәй, дүшәмбенән алып ялды көтә башлай. Шулай уҡ тиҙ арыта, өҙлөкһөҙ ашағы килеп тик тора, оҙаҡ ҡына йоҡлап китә алмай ятаһың, йыш ҡына баш ауырта, хроник сирҙәр киҫкенләшә, һалҡын тейеп бара.
Хис-тойғолар ҙа үтә йомшара. Һине бер кем дә аңламай кеүек тойола башлай, даими рәүештә борсолоу һәм ярһыу тойғоһо кисерәһең, бер кемде лә, хатта яҡын кешеләрҙе лә күрергә теләмәгән саҡтарың йышая.
Яйлап тормошҡа битарафлыҡ, бер нәмәнән дә мәғәнә тапмау барлыҡҡа килә. Еңеүҙәр шатландырмай, күңелһеҙ хәлдәр бошондормай. Кеше һуңғы стадияларҙа бөтә ыңғай хис-тойғоларын юғалта.
Эмоциональ яҡтан яныуҙың эҙемтәләре бик хәүефле. Яҡындар һәм дуҫтар менән мөнәсәбәттәр боҙола, шәкәр, йөрәк ауырыуҙары барлыҡҡа килә, эштә хәлдәр ҡатмарлаша һәм унан китергә тура килә. Көн дә спиртлы эсемлек эсеү, күпләп торт, шоколад ашау ғәҙәткә инә.

Нисек үҙеңә ярҙам итергә? Психологтар түбәндәге кәңәштәрҙе бирә

Үрҙә һанап үтелгән билдәләр тойола башлау менән ял алыу, эште алмаштырыу, йөкләмәләрҙе йәнә бер ҡат ҡарап сығыу, был хаҡта етәксе менән һөйләшеү мөһим.
Файҙалы булмаған мәғлүмәт ағымын сикләгеҙ. Ял итеүҙе талап иткән организмға бындай шарттарҙа эшләүе ҡыйын. Яңылыҡтарҙы мөмкин тиклем һирәгерәк ҡарау һәм уҡыу, социаль селтәр таҫмаларын күҙәтеүҙе кәметеү һәр кемдең дә ҡулынан килә.
Тын алыу күнекмәләре эшләгеҙ. Иғтибарҙы эске донъяға туплап, һиҙелер-һиҙелмәҫ кенә һулыш алып ултырып тороу көсөргәнешле уйҙарҙан арынырға һәм эмоциональ яныуҙың кире эҙемтәләрен кәметергә ярҙам итә.
Ошо ысулдар “янған” кешегә үҙ хәленә һалҡын аҡыл менән ҡарарға һәм артабан йәшәргә ярҙам итер.
Үҙ хәлегеҙ менән яңғыҙ ҡалмағыҙ, элекке хәлгә ҡайтыу сараларын эҙләгеҙ. Психолог, психо­терапевт кеүек белгестәргә мөрәжәғәт итеү ҡамасауламаҫ.


Гөлсинә ЙОСОПОВА.

Автор:Айнур Акилов
Читайте нас: