Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Йәмғиәт
18 Сентябрь 2024, 06:39

Ниәт итһәң, ябыҡ ишектәр ҙә асыла

Бынан ете-һигеҙ йыл элек күрше ауылдарҙың береһенән: “Юбилейға бер нисә йыр башҡарып кит әле”, – тип саҡыралар.

Ниәт итһәң, ябыҡ ишектәр ҙә асылаНиәт итһәң, ябыҡ ишектәр ҙә асыла
Ниәт итһәң, ябыҡ ишектәр ҙә асыла

Уны күптәр ғүмер байрамдарын гөрләтеп, иҫтә ҡалырлыҡ итеп үҙғарған тамада тип белә. Ғафури районының Ҡауарҙы ауылында йәшәгән Юлай АҘНАҒОЛОВтың башҡа бик күп һөнәрҙәре лә бар.

Күрше Юлыҡ ауылынан ул. VII класты тамамлағас, ғаиләһе менән Ҡауарҙыға күсәләр. Урта мәктәпте шунда уҡый. Артабанғы яҙмышы ауыл ерендә тыуып-үҫкәндәгеләрҙән бер ере менән дә айырылмай. Бер йыл әрме хеҙмәтендә йөрөгәс, Нефтекама ҡалаһында хеҙмәт юлын башлай. Тиҙҙән ауылдаш ҡыҙы Гөлсиәгә өйләнеп, үҙе янына алып китә. Тик йәштәр тыуған яҡтарына тартыла.
Красноусол шифаханаһына буяу-йүнәтеү йүнәлеше буйынса эшкә керә. Бала сағынан йыр-моңға ғашиҡ егет тап ошонда тәүге тапҡыр ҙур сәхнәгә сыға. Үҙе кеүек һәләтле хеҙмәттәштәре менән “Байыҡ”та бейеп гран-при алалар. Район мәҙәниәт һарайында халыҡ театрында ла уйнай. Һәләтле яҡташын ул ваҡыттағы районда мәҙәниәт бүлеге буйынса етәксе Фәнил Кинйәғолов эшкә саҡыра. Хыялы, ниһайәт, тормошҡа аша. Йырсы, бейеүсе, актер, һүҙ оҫтаһы итеп үҙен һынап ҡарай. Төрлө сараларҙа ҡатнаша. Тик ғаилә башлығы булараҡ, һаман да үҙ мөйөштәре юҡлығы күңелен ҡыра. Красноусолда фатир-йорт хаҡтары Өфө, Стәрлетамаҡ ҡалалары­ныҡынан ҡалышмай шул. Аҡыл дәүмәлдәренә һалып үлсәп ҡарағас, Ҡауарҙыға ҡайтып төпләнергә ҡарар итәләр.
Юлайҙы күберәк белгән һайын, егет кешегә етмеш төрлө һөнәр ҙә аҙ, тип бушҡа әйтмәгәндәренә нығыраҡ төшөнәһең. Кемдәндер әҙерҙе көтөп, заманаһын әрләп ҡул ҡаушырып ултыра торғандарҙан түгел ул. Ауыл ерендә ҡапыл ғына эш таба алмағас, Ҡауарҙынан Красноусолға, көн дә йөҙ ҡырҡ саҡрым самаһы араны үтеп, такси хеҙмәтендә йөрөй. Һуңғараҡ ауыл клубына художество етәксеһе итеп ҡуялар. Ҡабаттан яратҡан эшенә тотоноуы күңелен үҫтерә, иңдәренә ҡанат ҡуя.
Тиҙҙән ауыл халҡы ихтыяжын күреп, “Азалия” исемле көнкүреш тауарҙар һатылған магазин асалар. Ғаилә башлығы төп эшенән бушаған ваҡытта тауар ташый, кәләше һатыу итә. Уй етмәгән ергә – буй, буй етмәгән урынға уй еткереп, көнкүреш техникаһы ла алалар. Мал тотоп йәшәйем тиһәң, ауыл ерендә улары ла кәрәк. Бынан тыш, Юлай үҙен балта эшендә лә һынап ҡарай. Ағас эшенә тотона. Һатып алыусыһы табылһа, үҙе кеүек үк ауылдағы алтын ҡуллы ир-егеттәр менән бер нисә көндә йорт, мунса бурап та ҡуялар.
Етәксемен тип тормай, үҙе лә һәр сараның үҙәгендә. Ҡабат-ҡабат сәхнәгә саҡырып йырлаталар уны. Бынан ете-һигеҙ йыл элек күрше ауылдарҙың береһенән: “Юбилейға бер нисә йыр башҡарып кит әле”, – тип саҡыралар. Быға тиклем табындарҙа сығыш яһағаны булмаһа ла, баш тартмай. Тере тауышҡа йырлаған моңло йырсыны ҡунаҡтар оҡшата. Бер нисә мең һум аҡса ҡулына кергәс, нишләп был йүнәлеш буйынса эшләп ҡарамаҫҡа, тип уйлана башлай. Етмәһә, төрлө ҡунаҡ-юбилейҙарға саҡырыусылар ҙа табыла. Тәүге йылдарҙа ҡулдан алынған аппаратуралар менән йөрөй. Бөгөн ул эше яйға һалынған тамада, заманса музыка ҡорамалдары бар. “Ул шөғөлгә минең бөтөнләй барымым юҡ”, – тигән ҡатыны ла бергә тотона. Бөгөн улар икәүләшеп дөйөм бер эште башҡара. Ғафуриҙан тыш, яҡын-тирә райондарға ла саҡыра башлағастар, хөкүмәт эшенән китергә тура килә уға.
– Мине тамада-импровизатор итеп беләләр. Алдан юбилярҙың, кейәү менән кәләштең исем-фамилияһын ғына беләм дә, ҡунаҡ йыйылғансы нимә менән шөғөлләнеүен, ниндәй төҫ, миҙгел, аҙыҡ яратыуы тураһында ҡыҫҡаса ғына белешмә алам. Аҙаҡ йыр-моң, уйын-көлкө менән уның тормошона бәйле ваҡиғалар менән таныштырылған тамаша үҙенән-үҙе үрелеп китә. Бер нисә заманса йырға өҫтәп, мотлаҡ ретро йырҙарҙы ла репертуарыма кереткәнмен. Һәр быуын уларҙы яратып йырлай, йәштәрҙең күбеһе уларҙы яттан белә. Тәү ҡарашҡа еңел, төшөмлө эш күренһә лә, ҡунаҡтар таралғансы, һығылған лимон хәлендә тоям үҙемде. Беренсенән, тере тауышҡа йырлар өсөн тауыш кәрәк. Икенсенән, бер нисә сәғәт дауамында күпме кешене үҙеңә ҡаратып, уларҙың күңелен асып тороуы ла хәлде ала. Өсөнсөнән, минән киткәнсе, эйәһенә еткәнсе тип эшләп өйрәнмәгәнмен. Ҡунаҡ аҙағында һәр ваҡыт бер нисә кеше килеп киләсәктә үҙҙәренең ғүмер байрамдарына саҡырасаҡтарын, ихлас тамадаға аҡсалары йәл түгеллеген әйтеп китәләр, – ти оҫта замандашыбыҙ.
Әлбиттә, ял ваҡыттарында эшләгән кешенең бала ҡараусылары ла кәрәк. Был йәһәттән Аҙнағоловтар әсәләренән уңған. Азалия менән Розалина, ата-әсәләре өйҙә юҡ саҡта, ике яҡлап та өләсәләре Миңзилә Миңнулла ҡыҙы менән Рәйлә Хәбинур ҡыҙы үҙҙәренең ҡанат аҫтына алалар. Уларҙы шәхес итеп үҫтереү өсөн дә йәш ғаиләлә төрлө саралар күрәләр. Азалия V класты Н. Мәжитов исемендәге Красноусол башҡорт гимназия-интернатында бөткән. Тыуған ауылында II класты тамамлаған Розалина ла бер нисә йылдан район үҙәгенә уҡырға барырға йыйына. Ун ике һәм туғыҙ йәшлек ҡыҙҙар күптән ҡул араһына кергән. Йорт, баҡса эштәрендә ата-әсәләренә теләп ярҙам итешәләр.
Кеше йырын йырлап йөрөүҙән тыш, киләсәктә үҙен дә был өлкәлә һынап ҡарарға уйлай. Яңыраҡ билдәле композитор Ризван Хәкимов менән бәйләнешкә кереп, халыҡтың күңелен яуларлыҡ, хитҡа әйләнерлек бер нисә йыр яҙып биреүен үтенгән. Хыялы тормошҡа ашып, радио-телевидениены яулап алһа ла, ҡорған нигеҙенән китергә ашыҡмай ул. Ҡаланы маҡта ла, ауылда тор, тигән әйтемдең дөрөҫ икәнлеген күптән аңлаған. Бары тик ҡыҙҙарының киләсәге өсөн фатир алып ҡуйыу тураһында уйлана. Үҙе оло тормошҡа аяҡ баҫҡанда кеше тупһаһында йөрөү үҙәгенә үткәс, балаларының бындай ауырлыҡтарҙы күреүен теләмәй.
“Күңелеңә ятҡан эште, аҡҡа-ҡараға бүлмәйенсә, тот та эшлә. Әҙерҙе көтөп ултыра торған осор түгел. Буштан килгәндең бәрәкәте лә булмай. Ниәт итһәң, ябыҡ ишектәр ҙә асыла башлай”, – тип замандаштарына кәңәштәрен биргән, халыҡ араһынан һандуғастарыбыҙҙың береһенә ҡайҙа йөрөһә лә, нимә эшләһә лә уңыштар теләйбеҙ. Киләсәктә йырҙары аша ла ишетергә, һоҡланырға тура килһен.

Рәзинә ЗӘЙНЕТДИНОВА.
Ғафури районы.

Автор:Айнур Акилов
Читайте нас