Шоңҡар
-5 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
18 Сентябрь 2024, 11:59

Әсәй, пенсияңды бир!

Хәҙер пенсия­һын үҙҙәренә юллап алырға йыйыналар. Ә мин әсәйҙең фатирын, эттәрен ҡарауға үҙемдең кеҫәнән алырға тейешме? Ағайыма, әйҙә пенсияны яртылаш алайыҡ тиһәм, ризалашманы. Мин әсәйемдең пенсияһына дәғүә итергә хоҡуғым бармы? Кем хаҡлы?”

Әсәй, пенсияңды бир!
Әсәй, пенсияңды бир!

“Тәҙрәнән ҡарап ултырам. Ҡаршыла йәшәгән әбейгә ике машина туҡтаған. Балалары килгән. “Ай уртаһы еттеләме? Ваҡыт үтә генә”, — тигән уй йүгерҙе. Шунан ғына үҙемә үҙем аптырап ҡуйҙым. Яңғыҙ әбейгә балалары пенсия алған көндә генә килгәндәре, башҡа ваҡытта мин уның хәлен белешеп-ҡарашып тороуым түгел, ә бары ай уртаһы еткәне аптыратты! Иң ғәзиз кешеһе менән араны аҡса өсөн өҙмәгән балаларға ҡарап, айҙың ниндәй көнө икәнен белеп ултыр әле... Ҡасан был күренеш ғәҙәтигә әйләнде?”

Иҫкә бер килеп төшкәндә

Ошондай эстәлекле хат алдым. Был әбей тураһында яҙылған юлдар үҙем менән булған бер хәлде иҫемә төшөрҙө.
Мәктәптән ҡайтып барам. Ауыл осонда яңғыҙы йәшәгән инәй йорто бөгөн гөрләп тора: әллә нисә затлы-затлы машина йыйылған, матур-матур кейенгән бала-саға шау килеп өй эргәһендә йүгерә. Ҡайтҡас, күргәндәремде әсәйгә һөйләнем. “Тыуған көнөмө икән? Уға 100 йәш тулғандыр ул”, — тип һығымта яһаным. Шулай ул миңә өлкән күренә ине. Яуапҡа әсәй, инәй үлгән, тимәһенме?! Ошоға тиклем яңғыҙы торған әбейҙе үлгәс кенә туғандары иҫенә төшөргән. Ә 100 йәшкә тиклем уға утыҙға яҡын йыл кәрәк булған. Етмеше тулмаған инәй шулай яңғыҙлыҡтан, тәрбиәһеҙлектән ныҡ өлкән булып күрендеме икән?
Үкенескә күрә, күп кенә өлкәндәр беҙҙең илдә ҡарауһыҙ. Балалары ситкә таралышып бөткәс, яңғыҙ тороп ҡалалар. Әлбиттә, ата-әсәһен күптәре үҙҙәренә күсерергә тырыша, әммә ғүмер буйы йәшәгән ерен ташлап китергә бер кем дә ашыҡмай. Эшләп йөрөгән балалар ҙа йыш ҡына ҡайта алмайҙарҙыр. Бөтәһен бер ҡалыпҡа һалып әйтмәйем, әммә күптәргә балалары, ейәндәре йылына бер әйләнеп ҡайта. Уныһы ла йәйгеһен, рәхәтләнеп ауылда ял итергә. Шундай өлкәндәрҙең иң йәле — балалары күрше ауылда йәшәп тә пенсия өсөн генә килеп торғандар. Аҡса алып тормаһалар, үҙ балаларына ла кәрәкмәҫ ине.

Улдан айырылып булмай

Өлкәнәйеп бөткән ата-әсәһенең пенсияһына йәшәгәндәрҙе миҫалға килтерәм тиһәң, алыҫ йөрөргә кәрәкмәй. Ундайҙар һәр бер ауылда, ҡалала бар. Ғәҙәттә, ул ир йә ҡатын бер ҡайҙа ла эшләмәй, ата-әсәһенең елкәһендә уңайлы урынлашҡан. Эшләмәү генә түгел, улар эсә лә.
Бына Асия тигән бер инәйҙең тарихы. Асия әбей ҙур булмаған ҡалала йәшәй. Ул иренән күптән айырылған. “Эсеп ҡайта ла бәйләнә башлай. Ҡайтыуын ҡурҡа-ҡурҡа көтә инем. Ҡапыл ҡасып китергә кәрәк булһа тип, кейемемде лә сисмәй йоҡланым. Документтар, аҙ-маҙ аҡса һалып ҡуйған сумкам һәр ваҡыт ҡул аҫтында булды”, — тип хәтерләй ул. Ҡулында балаһы булыуға ҡарамаҫтан, Асия инәй ваҡытында ире менән айырылышырға көс таба. Башҡаса кейәүгә сыҡмай, улын яңғыҙы аяҡҡа баҫтыра. Әммә бер бөртөк балаһын ныҡ иркәләтәме, әллә атай ҡулы етмәйме, улы ялҡау булып үҫә. Йүнләп уҡымай ҙа, йәше еткәс, эшкә лә урынлашырға ашыҡмай. Урынлашҡан хәлдә лә бер-ике айҙан ҡыуылып ҡайта. Тора-бара эскегә һабыша. Эш, әсәһенән аҡса таптырып, уға ҡул күтәреүгә лә барып етә. Асия инәйҙең полицияға мөрәжәғәт иткәне лә бар, әммә, үҙемдең улым бит, тип йәлләп, ғаризаһын кире ала. “Ирҙән айырылдым, тик улдан айырылып булмай шул”, — тип уфтаныуҙан башҡа Асия әбейгә бер ни ҡалмай.

Кем хаҡлы?

Интернеттағы форумдарҙа ошондай һорауға юлыҡтым. Яҙыусыһы башҡаларҙан кәңәш һорай: “Ағайым әсәйемде үҙенең ҡалаһына алып ҡайтып китте. Элек бер аҙ унда булғас, кире алып килә торғайнылар. Был юлы йә юғары ҡан баҫымына һылтанып, йә башҡа сәбәптәр табып, ваҡытты һуҙҙылар ҙа һуҙҙылар. Һөҙөмтәлә, әсәй уларҙа ҡала, тип әйтеп ҡуйҙылар. Етмәһә, әсәйҙең деменцияһы башланды. Хәҙер пенсия­һын үҙҙәренә юллап алырға йыйыналар. Ә мин әсәйҙең фатирын, эттәрен ҡарауға үҙемдең кеҫәнән алырға тейешме? Ағайыма, әйҙә пенсияны яртылаш алайыҡ тиһәм, ризалашманы. Мин әсәйемдең пенсияһына дәғүә итергә хоҡуғым бармы? Кем хаҡлы?”
Әллә нисә юллыҡ был һорауҙа һүҙ аҡса тураһында ғына бара, бер тапҡыр ҙа әсәйҙәренә ҡайҙа яҡшыраҡ тигән һорау күтәрелмәй.
Балалары уға күптән үлем хөкүме яҙып, уны кешегә лә һанамайҙар, ахыры.

Ҡарт балалар

Үҙ ғаиләһен ҡороп, сәсенә сал төшкән булып та әсәһенең итәгенән айырыла алмағандарҙы ҡарт бала тип атарға була. Уларҙы шартлы рәүештә ике төргә бүлергә мөмкин. Берен­селәре — “ҡомһоҙҙар”. Ғәҙәттә, “ҡомһоҙ­ҙар”ҙың тормошо яйға һалынған: эше лә бар, ғаиләһе лә, фатиры ла, машинаһы ла. Әммә уларға барыбер ниҙер етмәй. “Ауылда йәшәгән, арыу пенсия алып ятҡан әбей менән бабайға ул аҡса нимәгә? Барыбер бер ҡайҙа ла йөрөмәйҙәр, кейем алмаштырмайҙар, аҙыҡ-түлек күп кәрәкмәй, йәшен йәшәгәндәр инде. Ә беҙҙең ана балалар бар, уларҙы ашатырға ла, кейендерергә лә, уҡытырға ла кәрәк”. Шулай фекерләйҙәр “ҡомһоҙҙар”. Һәм пенсия алған көндө ауылда көн күргән ҡарттарына “тып” итеп килеп төшәләр. Юхалап та, әрләп тә аҡсаһын тартып алалар.
Икенсе төр ҡарт балалар паразит икәндәрен аңлап та етмәй. Уларға ата-әсәләре барыһын “тейеш” тип уйлай. “Мин һинең балаң, һин мине тыуҙырғанһың — ҡара. Һинең фатирыңа ла, туплаған байлығыңа ла тулы хоҡуғым бар. Мин һине ҡартайған көнөңдә ташлап китмәнем, йоҡларға урының бар, өҫтөң таҙа, тамағың туҡ, былар өсөн түләргә тейешһең”. Паразиттар шулай уйлай, ата-әсәһе “юҡ” тиеп кенә ҡараһын!
Ҡарт балалар хаҡлы ялда булған ата-әсәһенең теләктәрен дә, фекерен дә иҫәпкә алмай. Әйтерһең, өлкәнәйгәс башҡаса кеше түгелһең, әйтерһең, уларға бер мөйөштә ултырып, үлемде генә көтөргә ҡалған. Ҡарттар барыһына ла ҡамасаулаған, тере янсыҡҡа әүерелә.

Ғәйеп кемдә?

Ҡартайып бөткән ата-әсәһенең елкәһендә ултырған ҡатындарҙы, ирҙәрҙе ялҡаулыҡта, яуаплылыҡ алырға теләмәүҙә ғәйепләйҙәр. Әммә шул уҡ ваҡытта ғәйеп бит уларҙы шулай итеп тәрбиәләгән ата-әсәлә лә бар. Белгестәр был осраҡта дөрөҫ булмаған тәрбиәнең бер нисә төрөн билдәләй.
Мәҫәлән, бала саҡта атай-әсәй үҙҙәре тейешле иғтибар алмаған була. Улар үҙҙәренә етмәгәнде балаһына артығы менән бирә башлай: өрмәгән ергә ултыртмай, теләгән нәмәһен һатып ала, һәр бер мыжыуын үтәй. Әҙер нәмәгә өйрәнгән кеше артабанғы ғүмеренә тырышлыҡ һаламы?
Тәрбиәләүҙәге икенсе төр хатаны, киреһенсә, балаһын ныҡ ҡаты тотҡан ата-әсәләр ебәрә. Улар балаһының һәр аҙымын күҙәтә. Рөхсәт булмайынса, бала хатта бер ҡайҙа сығырға ла тейеш түгел. Бындай шарттарҙа үҫкән кеше киләсәктә яуаплылыҡтан ҡурҡыуына, үҙ аллы ҡарар ҡабул итә алмауына аптырап тораһы юҡ.
Ә ҡайһы берәүҙәр яңғыҙлыҡтан ҡурҡа. Ҡурсалап ҡына үҫтергән сабыйы сит ергә сығып китһә, нимә эшләр? Шуға бындай ата-әсә балаһын бөтә ысул менән үҙенә бәйләй. Ә аҡса биреү – шул ысулдарҙың береһе.
Дүртенсе төр хата — бала алдында ғәйеп тойоу. Атай-әсәй эштә көнө-төнө юғалып, ваҡытында балаһына иғтибар бүлмәгәне өсөн ғәйебен тоя. Шуға ла өлкәнәйгәс, айырыуса ныҡ ҡурсалай башлай: аҡсаһын да бирә, һүҙен дә йыҡмай. Үҙ елкәһенә үҙе мендереп ултырта.
Тағы ла ҡайһы бер ата-әсәләр балалары өсөн бар нәмәһен ҡорбан итергә әҙерҙәр. Бала быға рәхмәтле була белмәйәсәк, киреһенсә, тейешле тип ҡабул итә башлаясаҡ. Үҫеп еткәс тә, шул ҡорбанды көтөп йәшәйәсәк.
Дөрөҫ тәрбиә бирмәгән ата-әсәләр балаһын йыш ҡына ниндәйҙер сиктәргә индереп, уға үҫешергә, тормошта үҙ урынын табырға ҡамасаулай. Һөҙөмтәлә бала яуаплылыҡтан ҡурҡа, үҙ аллы була алмай, ҡарарҙарында йыш ҡына шикләнә, ғүмер буйы үҙен эҙләй, тормошо өсөн бар яуаплылыҡты башҡаларға, ваҡиғаларға һала.

Елкәнән нисек
ҡыуып төшөрөргә?

Ғүмере буйы ата-әсәһе елкәһендә ултырған кешене унан төшөрөр өсөн тылсымлы таяҡ юҡ. Был хәлдә шуны онотмау мөһим: һеҙҙең бурыс елкәгеҙҙә ултырғанды язалау түгел, ә уны үҙ аллы йәшәргә өйрәтеү. Асыҡтан-асыҡ итеп һөйләшеүҙән, уның тормошона ҡыҫылмаҫҡа тырышыуҙан, балағыҙ өсөн ҡарарҙар ҡабул итеүҙе туҡтатыуҙан башлар кәрәк.
...Ир кеше ҡарт атаһын арбаға һалып, урманға алып китә. Ярҙам итер тип, бәләкәй улын да үҙе менән ала. Ир инде бер нәмәгә лә эшкинмәгән атаһын шул урманда үлһен өсөн ҡалдырып китергә була. Барып еткәс, бәләкәй малай атаһына өндәшә: “Атай, арбаны алып ҡайтайыҡ. Ҡартайғас, һине лә алып килергә арба кәрәк булыр”, — ти.
Эйе, ҡартлыҡ һәр кемде көтә.

Заһиҙә МУСИНА.

Автор:Айнур Акилов
Читайте нас: