Бөрйән районы хакимиәте башлығы Ғәзиз Манапов вазифаһын ҡалдыра. Был хаҡта ул сәхифәһендә былай тип яҙа:"
Хөрмәтле райондаштар! Бөгөн, 1 октябрь көнө, контракт ваҡыты тамамланыу сәбәпле мин вәкәләттәремде һалам һәм киләһе срокка контрактты оҙайтмаҫҡа тип ҡарар иттем. Яҡын арала район Хакимиәте башлығы вазифаһын биләүгә конкурс иғлан ителәсәк. Киләсәктә районыбыҙҙы лайыҡлы шәхес етәкләп алып китер, тип ышанам.
Ҡәҙерле райондаштар! Бергә эшләгән осорҙа районыбыҙ мәнфәғәтенә төрлө эштәр башҡарылды. Һеҙҙең ярҙам менән районыбыҙ һәр яҡлап үҫешһен өсөн ҡулдан килгәндең барыһын да эшләргә тырыштыҡ. Бөгөнгө еңел булмаған осорҙа миңә ышаныс белдереп, эшләргә мөмкинселек биргән Бөрйән районы халҡына сикһеҙ рәхмәтемде еткерәм. Барығыҙға ла именлек-һаулыҡ, ғаилә бәхете, уңыштар теләйем! Тыуған еребеҙ артабан да сәскә атһын, үҙ-ара татыулыҡ, берҙәмлек көслө булһын!
Уважаемые земляки! В связи с истечением срока контракта, я с 1 октября 2024 года сложил полномочия главы Администрации муниципального района Бурзянский район и решил не продлевать контракт на следующий срок. В ближайшее время будет объявлен конкурс на замещение вакантной должности. Уверен, что должность займет достойный руководитель.
В период совместной работы во благо нашего района сделано не мало. От всего сердца хочу поблагодарить жителей района за оказанное мне доверие и поддержку в этот сложный период. Всем желаю доброго здоровья, семейного счастья, и успехов. Пусть наш район процветает, будьте солидарны и едины!"