0 °С
Болотло
Рәсәйҙә балалары булмаған кешеләрҙын һалым түләтергә кәрәк. Дәүләт Думаһы депутаты Андрей Горулев шундай фекер белдергән. “Ир-аттан үҙенән һуң нәмә ҡала? Бына һине табутҡа һалып алып сығып киттеләр ти. Ни ҡалдыраһың? Тәүгеләре – исемеңде, икенселәре – балаларыңды. Ҡалғаны бер кемде лә ҡыҙыҡһындырмай". – тигән парламентсы. Уның әйтеүенсә, шул рәүешле йыйылған аҡсаны балалар йорттарына юлларға мөмкин. Горулев шулай уҡ чайлдфри (аңлы рәүештә бала табырға теләмәү) идеологияһын тыйыу тураһында тәҡдимде хуплаған. Әйткәндәй, ССРР-ҙа 1941 йылдан балаһыҙ кешеләргә һалым индерелә.
Фото:culture.ru