+2 °С
Болотло
Иремде яратып кейәүгә сыҡтым. Ә ул беренсе мөхәббәтен онотор өсөн генә минең менән йөрөгән, мине кәләш итеп алган. Һирәкләп эсеп ала,эскән һайын мөхәббәтен иҫенә төшөрөп илай башлай. Икенсе ирҙәр ҡатындары өсөн үлеп бара, көнө буйы һөйләшәләр, бергәләп эштәр эшләйҙәр, минеке айырым йөрөй. Эшләгән эш хакын йәшерә, аксаһын да үҙе тотона. Беҙ хәҙер оло, 45- те үттек, үҙгәрмәҫ тә инде. Ни эшләп егеттәр икенсе берәүгә үс итеп кенә өйләнә икән?! Бәлки, һеҙҙең арала ла минең кеүек яҙмышҡа дусар булғандар барҙыр?
Нәзилә.