Шоңҡар
0 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
16 Октябрь , 12:29

Бәхетле ҡартлыҡ - яҙмыш бүләге

Ейәнсура районының Урта Муйнаҡ ауылында йәшәүсе Гәүһәр Мөхәммәт ҡыҙы Ҡарабулатованың үткән яҙмышына күҙ һалһаң, әҙәм балаһы шул тиклем ҡайғыларҙы, ауырлыҡтарҙы нисек күтәрә икән, тип аптырап ҡуяһың. Ғүмере буйына ауыр эштә эшләгән инәйгә әсе яҙмыш насип булған шул...

Бәхетле ҡартлыҡ - яҙмыш бүләге
Бәхетле ҡартлыҡ - яҙмыш бүләге

Өмбәт ауылында тыуып-үҫеп, артабан ҡалала ашнаҡсы һөнәренә уҡып сыҡҡан Гәүһәргә әсәһе:

– Ҡыҙым, һин минең бер бөртөк балам. Ҡайт, ҡырҙа йөрөмә, – тип әйткәс, ҡыҙ ауылына ҡайтып, һауынсы булып эш башлай.

1966 йылда Урта Муйнаҡ ауылы егете Рафиҡ менән мәңгелеккә бергә булырға һүҙ бирешәләр улар. Тормош һәүетемсә генә алға бара. Ғаилә башлығы мәктәптә черчениенан уҡыта, шулай уҡ малайҙарға тракторсы курстарында белгәндәрен өйрәтә. Ҡарабулатовтарҙың ғаиләләренә ҡот өҫтәп, бер-бер артлы дүрт малай донъяға килә.

Уландар үҫә тора, башлы-күҙле була баралар. Тик бәхетле тормоштоң бер киҫәге ҡасан да булһа ярыла икән: Ҡарабулатовтарҙың йорто ишеген ҡайғы еле шаҡый. Рафиҡ Таһир улы 1999 йылда, 61 йәшендә генә йөрәк ауырыуынан вафат була. Ҡасандыр радиация зарарына эләккәнТомск ҡалаһында хеҙмәт итеүе эҙһеҙ үтмәй шул – дүрт ул үҫтереп, инде ейән-ейәнсәрҙәр һөйөр  сағында Рафиҡ олатай яҡты донъя менән хушлаша.

52 йәшендә генә тол ҡалған Гәүһәр Мөхәммәт ҡыҙы ҡайғынан бөгөлөп төшә... Баҡтиһәң, алда тағы ла ауырырағы – бала ҡайғыһы көткән икән. Өфө сәнғәт институтының актерлыҡ бүлегендә һуңғы курста уҡып йөрөүсе улдары Ирек, атаһының ҡырҡына ҡайтып килгәндә, Салауат ҡалаһында ағаһында туҡталырға була. Уларҙың йорто янында егет насар уйлы бәндәләргә юлыға. Йәшләй ғүмере ҡыйылған, уңған, аҡыллы, иҫ киткес талантлы, бынамын тигән егеттең ғүмере шулай фажиғәле тамамлана. Бер-бер артлы ике яҡын кешеһен – һөйөклө тормош юлдашын һәм ғәзиз улҡайын юғалтыуҙың әсе ғазабын бик ауыр кисерә Гәүһәр инәй. Ләкин, артабан йәшәргә кәрәк. Ҡалған өс улына, тыуған һәм тыуасаҡ ейән-ейәнсәрҙәренә кәрәк бит ул... Ҡайғыһын эш менән баҫа инәй: фермала 36 йыл һауынсы булып эшләй, ә йорттағы эш бер ҡасан да бөтмәй.

Бөгөн Гәүһәр инәй балаларының ҡәҙер-хөрмәтендә бәхетле ҡартлыҡ кисерә. Өлкән улы Миҙхәт Абзан ауылында төпләнеп, ҡатыны Гөлкәй Шәһәҙәт ҡыҙы менән Таңсулпан һәм Илнур исемле балалар үҫтергәндәр. Миҙхәт Рафиҡ улы Иҫәнғолдоң “Ләйсән” балалар баҡсаһында эшләй. Ҡарабулатовтарҙың икенсе улы Рәсүл – Башҡортостандың халыҡ артисы, Салауат Юлаев Ордены кавалеры, Өфө ҡалаһы “Химиктар” мәҙәни ял итеү үҙәге директоры. Ҡатыны Айгөл Ҡәҙим ҡыҙы менән Гөлнур һәм Ильяс исемле балалар үҫтереп, оло юлға сығарғандар. Өсөнсө улдары Илһам Салауат ҡалаһында төпләнеп, тормош иптәше Рәсилә Фәрит ҡыҙы менән Сөмбөл һәм Азамат исемле балалар тәрбиәләп үҫтергәндәр.

– Балаларым йыш ҡайта, ҡулдарынан килгәнсе ярҙам итәләр. Бәхетлемен, шөкөр. Тик иптәшем менән улымдың ғүмерҙәре бигерәк ҡыҫҡа булды. Был – минең ғүмерлек, бер ҡасан да һыҙлауҙан туҡтамаҫ ярам, – тип әсенеп һөйләй Гәүһәр Мөхәммәт ҡыҙы.

Башҡа ҡайғы күрергә яҙмаһын һеҙгә, инәй! Иҫән-һау булығыҙ, һыҙланмағыҙ.

Айнә Иманғолова.  "Ейәнсура таңдары" гәзите сайтынан.

Бәхетле ҡартлыҡ - яҙмыш бүләге
Бәхетле ҡартлыҡ - яҙмыш бүләге
Бәхетле ҡартлыҡ - яҙмыш бүләге
Автор:
Читайте нас: