Шоңҡар
0 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
28 Октябрь , 13:26

Афарин, Рәсилә!

Бөрйән районында 4-се класс уҡыусыһы 3 йәшлек баланы ҡотҡарған.

Афарин, Рәсилә!
Афарин, Рәсилә!

Мораҙым ауылында 3 йәшлек бала һыуға бата яҙған. 4-се класс уҡыусыһы Рәсилә Малакаева ваҡытында был хәлде күреп ҡалып, баланы ҡотҡарып өлгөргән.

Ҡарт өләсәһе Рәйлә Тимерғәлина әйтеүенсә, уның бүләһе әсәһе менән магазинға йыйынған булғандар. Әсәһенең кейенеп бөткәнен көтмәй бала ишек алдына ашыҡҡан. Ҡапҡаны асып тура йылғаға төшкән.

Малдар ҡайта башлағас, Рәсилә исемле ҡыҙ артҡы ҡапҡанан һыйырҙарын индерергә тип сыҡҡан. Шул ваҡыт ул һыу эсендә ятҡан малайҙы күреп ҡала. Рәсилә әйтеүенсә, алдан уны ниндәйҙер көс тышҡа әйҙәгән. Өйгә инеп, баланың батып барыуы хаҡында өйҙәгеләренә әйтергә уҡталған да, оҙаҡ була, тип, үҙе йүгереп төшкән. “Һыу кисеп барып баланы күтәреп сығарҙым, ул ныҡ ҡурҡҡан ине”, - ти Рәсилә.

“Ҡурҡып ҡалмаған ҡыҙым, үҙенең белгән ысулдары менән йотҡан һыуын һуғып сығарған”, - ти, ҡыҙының ҡыйыулығы өсөн ғорурланып, әсә кеше.

Йөҙтүбән ҡолап, инде һыу йотоп өлгөргән сабыйҙы йылғанан сығарыуға, башҡа ерҙән эҙләп тапмағас, һыу буйына ашыҡҡан әсәһе лә килеп еткән.

Ошо батыр ҡыҙ тураһында райондаштарыбыҙ белһен ине, тигән уйҙар менән редакцияға килгән Рәйлә инәй изге теләктәрен еткерергә ашыҡты:

-Шундай ҙур батырлыҡ эшләгән бәләкәй генә ҡыҙға оло рәхмәтлебеҙ. Киләсәктә лә шулай аҡыллы, ярҙамсыл, бәхетле генә булһын, - ти ул.

Бәхеткә күрә, иғтибарлылыҡ арҡаһында фажиғәгә юл ҡуйылмаған. Үҙегеҙҙе һәм яҡындарығыҙҙы һаҡлағыҙ. Балаларҙы яңғыҙҙарын ғына һыу буйына ебәрмәгеҙ, ҡарауһыҙ ҡалдырмағыҙ. Ябай ғына, әммә ғүмер өсөн мөһим ҡағиҙәне иҫтә тотайыҡ.

Әлфиә Юлсурина. "Таң" гәзите сайтынан.
 
 
 
 
 
Автор:
Читайте нас: