Синоптиктар хәбәр итеүенсә, шишәмбе, 5 ноябрҙә, урыны менән бер аҙ ҡар яуыуы, көньяҡта уртаса, айырым райондарҙа боҙлауыҡ булыуы көтөлә. Ел көньяҡ-көнсығыштан талғын. Һауа температураһы көндөҙ +1, -4 градус тәшкил итәсәк.
Шаршамбы, 6 ноябрҙә, ҡар яуыуы, төндә көньяҡта көслө, айырым райондарҙа боҙлауыҡ булыуы фаразлана. Ел төньяҡтан, төньяҡ-көнсығыштан талғын, көньяҡта көсәйеүсән. Термометр бағанаһы төндә -2, -7, көндөҙ +1, -4 градус күрһәтәсәк.
Кесаҙна, 7 ноябрҙә, бер аҙ ҡар яуыуы көтөлә, төндә көньяҡ-көнсығыштан уртасаға тиклем. Ел көнбайыштан, көньяҡ-көнбайыштан талғын, төндә көньяҡ-көнсығыштан көслөрәк. Һауа температураһы төндә -4, -9°, аяҙытҡанда -14°, көндөҙ -2, -7°.