Башгидрометүҙәк мәғлүмәттәре буйынса, йома, 8 ноябрҙә, бер аҙ ҡар яуыуы, айырым райондарҙа боҙлауыҡ булыуы көтөлә. Ел көньяҡтан, көньяҡ-көнбайыштан талғын. Һауа температураһы 0, -5° тәшкил итәсәк.
Шәмбе, 9 ноябрҙә, бер аҙ ҡар яуыуы, урыны менән уртаса ямғыр яуыуы фаразлана. Айырым райондарҙа боҙлауыҡ, тимер сымдарға һәм ағастарға епшек ҡар йәбешеүе, юлдарҙа ҡар һырынтылары, боҙлауыҡ. Ел көньяҡ-көнбайыштан, көнбайыштан талғын, урыны менән көсәйеүсән. Термометр бағанаһы төндә -3, -8, көндөҙ -3, +2 градус күрһәтәсәк.
Йәкшәмбе, 10 ноябрҙә, бер аҙ ямғыр һәм епшек ҡар яуасаҡ, урыны менән уртаса, айырым райондарҙа боҙлауыҡ, тимер сымдарға һәм ағастарға епшек ҡар йәбешеүе, юлдарҙа ҡар һырынтылары, боҙлауыҡ буласаҡ. Ел көнбайыштан, төньяҡ-көнбайыштан талғын, урыны менән көсәйеүсән. Һауа температураһы төндә һәм көндөҙ -3, +2°.