Журналдың был һанында ла өлгөлө, заман менән бергә атлаған шәп йәштәребеҙ хаҡында һоҡланып уҡырлыҡ мәҡәләләр донъя күргән.
Журнал тышлығын “HONEY MASSAGE” салондары селтәре менән HONEY СLINIC” салондары етәксеһе Рәмис Исхаҡов биҙәй. Минира Бикәнәсованың “Уҡыусының уңышын күреү – ҡыуаныс”, Айгөл Сәләхованың “Донъяны биҙәп йәшәй ул”, Гөлнур Ҡыуатованың “Серҙәшем, моңло юлдашым” тигән яҙмалары тап шундай йәштәр хаҡында. Әҙәбиәт һөйөүселәр билдәле ҡаҙаҡ яҙыусыһы Кемел Тоҡаевтың “Билдәһеҙ эҙ” тигән повесы, Сәүиә Закированың “Ғөттәһеҙ”, Дилә Мөхәррәм-Хәйретдинованың “Диванлы тормош”, Мөнәүис Низамиҙың “Туй күлдәге” тигән әҫәрҙәрен мауығып уҡыр тип ышанабыҙ. Арабыҙҙан иртә киткән талантлы ҡурайсы Марсель Сәйетов тураһында замандаштарының иҫтәлектәре лә баҫылған. Тәнзилә Дәүләтбирҙинаның “Бай булырға теләһәң” тигән мәҡәләһе лә уйланырға мәжбүр итер.