Шәхси эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнә башлаған йәш кешене ниндәй ҡыйынлыҡтар һағалай, уға ниндәй тормош һикәлтәләрен үтергә тура килә? Юғары осоштар ҙа, яҡындарыңдың хыянаты ла, иң ҡуйыуы ла, күңел ҡыйралыуҙары ла урап үтмәй бындай яуаплы ла, ауыр ҙа юлды һайлаусыларҙы. Уларға ел-дауылдарға бирешмәй алға барыу, рух ныҡлығы, сәм, хыялға тоғролоҡ, киләсәккә ышаныс хас. Өфө, Стәрлетамаҡ ҡалаларындағы “HONEY MASSAGE” салондары селтәре менән “HONEY CLINIC” клиника етәксеһе Рәмис ИСХАҠОВ — тап шундай маҡсатлы, тәүәккәл уңғандарыбыҙҙың береһе. Әле утыҙы ла тулмаған Өфө егете өс массаж салонын һәм үҙ клиникаһын асыуға ирешкән. Уны уңышҡа килтергән ҡатмарлы юлы хаҡында ихлас әңгәмә ҡорҙоҡ.
— Рәмис Венер улы, һеҙҙең дипломлы табип-невролог икәнегеҙҙе беләбеҙ. Иң беренсе шундай һорауҙан башлайыҡ: ни өсөн медицина юлын һайларға булдығыҙ?
— Рәми Ғарипов исемендәге 1-се республика башҡорт гимназия-интернатында уҡып йөрөгәнемдә һигеҙенсегә медицина класына күстем. Атайым Венер Ғәлимйән улы ла табип һөнәрен һайлаған. Әсәйем, Гөлназ Ҡотоева, билдәле шағирә, һүҙ тылсымын белә – шиғырҙары аша кешеләрҙең йәнен дауалай. Мәктәпте тамамлағас, Башҡорт дәүләт медицина университетының дауалау факультетында белем алдым.
— Нисек, ҡасан массаж эшләү менән мауыға башланығыҙ?
— Студент ваҡытта атайҙан-әсәйҙән алған аҡса етмәй ҡала бит ул, улар ҙа артыҡ тотонмаһын тип, самалап ҡына бирергә тырыша. Шуға ла таныш ағайҙың саҡырыуы буйынса төҙөлөшкә урынлаштым. Ул ваҡытта Өфө ШОС һәм БРИКС-ҡа әҙерләнә ине, эш күп. Көнөнә мең һум ҡулға инә. Иртәнән кискә тиклем саң-туҙан менән тын алып, төҙөлөш сүп-сары араһында тир түктем. Хәлдән тайып ҡайтып инәм, уҡырға хатта көс тә, дәрт тә ҡалмай. Бер нисә ай эшләнем дә, уҡыуыма хилафлыҡ килмәһен тип, төҙөлөштө ҡалдырып, массаж эшләү курстарына яҙылдым. Ғөмүмән, массажды бәләкәй саҡтан ярата инем. Үҙемде лә һөйөп-һыйпап ҡына үҫтерҙеләр бит. Ауылға ҡайтһам, ҡартәсәйгә, ҡартатайға массаж яһай инем. Курстарҙы тамамлағас та бер салонға урынлаштым. Ярты йылдан “Иң яҡшы массажист” тигән даным таралды, үҙемә тип төбәп килгән клиенттарым барлыҡҡа килде... Һәм... миңә күңелһеҙ була башланы, эштең тәме, ҡыҙығы юғалды. Артабан “ирекле йөҙөүгә” сығырға булдым. Кешеләрҙе өйҙә ҡабул иттем, үҙҙәренә барҙым, социаль селтәрҙәрҙә һөнәрем, үҙем тураһында һөйләргә тотондом. Иң ауыр диагнозлы ауырыуҙарҙан да баш тартманым. Минең өсөн иң мөһиме – кешеләргә ярҙам итеү ине. Аралашыу, яңы кешеләр менән танышыу оҡшаны, еңел генә уртаҡ тел таптым. Ә был бик мөһим, сөнки кешене һүҙ менән дә дауалап була.
— Массаж яһау нисек кенә оҡшаһа ла, дипломлы булғас, яңылышмаһам, дауаханаға урынлашҡанһығыҙ?
— Эйе. Ҡулға диплом алғас, башыма: “Мин бит табип, ниндәй тағы массаж? — тигән уй килде. — Һигеҙ йыл уҡып, һөнәрең буйынса эшләмәү ҙә әллә нисек. Инде кабинетта ғына ултырам, ҡул менән түгел, баш менән эшләйәсәкмен...” Өфө, Меләүез дауаханаларында участка терапевы, табип-невролог булып урынлаштым, ординатура тамамланым. Һөҙөмтәлә шундай ҡыҙыҡлы һығымтаға килдем: дарыуҙар менән генә дауалап булмай! Кеше организмына физик яҡтан да йоғонто яһарға кәрәк. Яйлап массаж тураһындағы уйҙарға кире ҡайттым. Һөнәремдә массаж — дауалауҙың айырылғыһыҙ өлөшө. Энә, банка ярҙамында дауалау, мануаль терапия кеүек йүнәлештәргә күберәк иғтибар бүләм, Мәскәүҙә, Санкт-Петербургта белемемде камиллаштырҙым.
— Ә дауахананан китеү ауыр булдымы?
— Өс йыл тирәһе эшләгәндән һуң, күңел яңылыҡ көҫәне. Пациенттар төрлө, әммә эш бер үк. Бөтәһе лә бер нәмәгә зарлана — арҡаһы ауырта. Ә мин, табип булараҡ, уларға уколдар яҙам. Мануаль терапия шул ваҡытта иғтибарымды йәлеп итте. Шулай ике юл сатына баҫтым: йә дауаханала ҡаласаҡмын, йә үҙ юлым менән китәм. Икенсеһен һайланым. Һәр хәлдә, дауаханаға теләгән ваҡытта ҡайта алам, унда белгестәр етешмәй. Минең өсөн был ҙур һәм хәл иткес аҙым булып сыҡты. Йылы урындан китеүе, эйе, ауыр, өйрәнгәнһең, күнегелгән мөхитте ҡалдырыуы анһат түгел. Ә миңә яңылыҡҡа ынтылыу, бер урында тапанмау хас.
— Тәүге кабинетты асыу нисегерәк булды? Тота килеп, үҙ эшеңде башлап булмайҙыр, моғайын. Аҡса ла кәрәктер бит...
— Студент саҡта салонда эшләгәндә етәксемә үҙ кабинетымды булдырырға тигән теләкте әйткән инем. Шуны хәтеренән сығармай, бер көн миңә шылтыратты ла: “Әйҙә, эшләп ҡарайыҡ, партнерҙар булайыҡ. Минән — йыһаз, ҡорамалдар, һинән — хеҙмәт һәм белем”, — тине. Ризалыштым. Урын таптым, ҡорамалдарҙы, йыһаздарҙы ташыным, урынлаштырҙым, клиенттарҙы ҡабул итеп, массаж яһаным. Партнерым менән килемде бүлешеү иллегә илле тип һөйләшелгәйне. Ә ул йыһаз биреүҙән тыш бер нәмә лә эшләмәй булып сыҡты. Ошо хаҡта ризаһыҙлығымды белдереү, әлбиттә, уға оҡшаманы. Шулай итеп, уның менән хушлашырға тура килде. “Ярай, эшем бар бит”, — тип үҙемде йыуатып, дауаханала ҡалдым. Партнер менән эшләгән ваҡытта команда йыйғайным. Марсель исемле массажист минең менән эшләү теләген белдергәйне. Китеүемә ике ай тирәһе үтте, ә ул егет миңә: “Ҡасан үҙеңдең салоныңды асаһың? Һин вәғәҙә иттең!”— тип яҙа ла яҙа. Бер ай тирәһе яуап ҡайтармай йөрөнөм. Терапевт булып эшләү ҙә яҡшы бит! Шулай ҙа Өфөнөң Революция урамында тәүге кабинетты асырға тәүәккәлләнем. Бәләкәй генә бүлмә, эсе һыуыҡ, йылы һыу юҡ... Йыһаздарҙың яртыһын әсәйҙән, яртыһын һатып алдым. Үҙемдең бер кушетка ғына бар ине. Яйлап эш башланыҡ.
Ул ваҡытта Өфө дауаханаһында эшләй инем. Иртәнге алтынан дауаханаға барам. Унда дүрткә тиклем ауырыуҙарҙы ҡабул иткәс, кабинетыма ашығам, унда киске ун бергә тиклем массаж яһайым. Ялдарым да шунда үтә. Ярты йыл тирәһе ошондай режимда йәшәнем. Эштән бер ваҡытта ла ҡурҡманым, сөнки салон асырға тигән хыялым бар ине. Шуға ла килемемде йыйып барҙым. Ҡурҡытты, тулҡынландырҙы, әммә яңы офоҡ мине үҙенә әйҙәне.
— Тәүге тапҡыр яңылышыуҙар ҙа, ауырлыҡтар ҙа булғандыр?
— Әлбиттә, булды. Мәҫәлән, кешеләргә бушлай массаж тәҡдим итә инек. Улар бер тапҡыр килә лә юҡҡа сығалар. Етмәһә, коронавирус башланды. Өс айға ябылдыҡ. Ә аренданы түләргә кәрәк. Дауаханалағы эш хаҡым ярап ҡалды. Бер ай, ике ай шулай булды. Өсөнсө айға аҡса етмәй. Нимә эшләргә? Кеҫәлә дүрт мең генә ҡалған. Шул мәлдә бер идея тыуҙы: абонемент эшләргә лә ҙур ташлама яһарға. Интернетҡа был мәғлүмәтте ҡуйҙым да йоҡларға яттым. Иртәнсәк уянһам, ун ике хәбәр килгән. Барыһының да абонемент алғыһы килә. Шулай аренданы түләй алдым.
— Тимәк, төп эш урыны менән эшҡыуарлыҡты бергә алып барғанһығыҙ? Ә Мәләүездә саҡта нисек етәкселек иттегеҙ? Ситтән тороп эшләү ауыр булманымы?
— Мәләүез дауаханаһында эшләгән ваҡытта кабинет Революция урамынан Аксаков урамына күскәйне инде. Телефон аша коллектив менән етәкселек итеү еңелдән булманы, әлбиттә. Бында ла оло тәжрибә мәктәбе үттем. Мин юҡта командам: “Ә нимәгә ул беҙгә Рәмис? Үҙебеҙ ҙә ошолай кабинет аса алабыҙ”, — тигән ҡарарға килгән. Бер ваҡыт улар заказдар ҡабул итмәй башланы, шылтыратһам, эштән ялтанырға сәбәп табалар. Шулай итеп, улар менән юлдар айырылды. Әлбиттә, командамдың хыянатын ауыр кисерҙем. Фәһем булды. Хәҙер команда төҙөүгә етди ҡарайым.
— Ошо ваҡиғаларҙан һуң да һеҙ бирешмәй, эшегеҙҙе дауам итә алғанһығыҙ...
— Әйтеп киткәнемсә, салон асырға тигән ҙур хыялым бар ине. Ошо идея менән яндым. Был хәлдәрҙән һуң бер аҙ ваҡыт үткәс, Өфөгә күсеп ҡайттым һәм баш ҡалабыҙҙың Комсомол урамында, ниһайәт, салон астым. Бөтәһе лә яҡшы, ыңғай ғына барҙы. Әммә асылыуыбыҙға ике аҙна тигәндә, илдә МХО башланыуы хаҡында иғлан ителде. Бөтә кеше ҡаңғыра, нимә эшләргә белмәй, халыҡ юғалып ҡалды. Артабан нисек булыр? Киләсәктә салонды нимә көтә? Ябылыуға дусарбыҙмы? Әлбиттә, бындай ваҡытта кеше аҡсаһын сарыф итмәҫкә тырыша, билдәһеҙлек ҡурҡыта. Арҡа, баш ауыртыу ҡайғыһы икенсе планға күсә. Миндә лә шундай уҡ кәйеф, өҫтәүенә аренда, эш хаҡы түләргә, башҡа сығымдарҙы ҡапларға кәрәк. Клиенттар һирәгәйҙе. Ике-өс аҙна шулай борсолоуҙар менән үтте. Шуға ҡарамаҫтан, эске тыныслыҡты һаҡларға тырыштым. Барыһы ла яҡшы буласаҡ, тип үҙемде тынысландырҙым. Ысынлап та, бер нисә аҙнанан хәүеф кәмене, халыҡ тормоштоң артабан да дауам итеүенә төшөндө.
Тәжрибә менән еңеллек килә, тип әлегә әйтеп булмай, хәҙер ҙә рәхәт түгел. Дүрт салон булғас, яуаплылыҡ та үҫә. Һәр ваҡыт эҙләнергә кәрәк. Миҙгелгә ҡарап клиенттар һаны кәмеүе бар, көрсөктән дә азат түгелбеҙ. Шуға ҡарамаҫтан, тырышаһың, яңы шарттарға яраҡлашаһың. Эстән үҙеңде тынысландыраһың, барыһы ла тик һинән генә тора, тип ҡабатлайһың. “Эшҡыуарлыҡ – ул еңел”, — тип әйткән кеше был хаҡта бер нәмә лә аңламай, йә белмәй. Эшҡыуарлыҡ — туҡтауһыҙ хеҙмәт. Яныңда ярҙам итерлек кешеләр булыуы ла мөһим. Атайыңдың, әсәйеңдең, яҡындарыңдың йылы һүҙе, терәге үҙ-үҙеңә ышаныс уята. Таянысһыҙ кешенең уңыштарға өлгәшеүе, тауҙарҙы аҡтара алыуы бик икеле. Ә еңеүҙәрең үҙеңә генә түгел, ә кемдәргәлер бағышлана, ниндәйҙер изге маҡсат менән үтәлә.
— “HONEY MASSAGE” атамаһын нисек һайланығыҙ?
— Инглиз теленән “бал” тип тәржемә ителә. Тәүге кабинетты асҡанда, интерьерыбыҙҙа кәрәҙ формаһындағы көҙгө бар ине. Шуны күргәс, маркетологым “HONEY MASSAGE” атамаһын тәҡдим итте. “Башҡорт балы, баллы массаж, баллап сәй – күптәрҙең күңеленә хуш киләсәк”, — тигән уй мине ҡанатландырҙы. Әмәлгә ҡалғандай, бер-ике аҙнанан умартасы, ҡортсолоҡ буйынса диссертация яҡлаған фән кандидаты, ғалим ағайым Юнир Ғәлимйән улы менән осраштым. Ул: “Умартасылыҡты яратам, беҙҙең балға донъяла етеүсе юҡ, әммә мин сауҙагәр түгел шул”, — тигәс, уға: “Әйҙә балыңды салонда һатыуҙы яйға һалайыҡ”, — тип тәҡдим иттем. Бал менән бәйле сәй табыны, йыһаздың ошо төҫтәрҙә һайланыуы – барыһы ла салонда йылы мөхит тыуҙыра, күңелдә милли тойғоларҙы уята.
— Уңышлы үҫеш алыуығыҙға нимә булышлыҡ итте?
— Алға барыуыбыҙҙың сере — яһаған үҙенсәлекле массаждарыбыҙҙың кеше йәненә лә, тәненә лә хуш килеүе. Танылыуыбыҙға “йүкә телефоны” ла ярҙам итте: “Бында яҡшы дауалайҙар”, “Бында үҙ һөнәренең оҫталары эшләй”, “Ҡулдары ла алтын, шифалы”, — тигән һүҙҙәр таралды. Беҙҙә дауаланғандарҙың таныштары менән файҙалы массаж хаҡында бүлешеүе өсөн рәхмәтлемен. Сөнки тап уларҙың ышанысы, беҙҙе үҙ итеүҙәре алға барырға этәрә. Клиенттарыбыҙҙың күңелен яуламаһаҡ, бер урында тапанып тик торор инек.
— Бер нисә салон асырға кәрәк тигән уй ҡайҙан тыуҙы?
— Салондар селтәрен асыу – кешеләрҙең ихтыяжынан тыуҙы. Әле Өфөлә ике урын бар, әммә ҡаланың төрлө райондарында булыуыбыҙҙы теләүселәр күп. Һәр кемдең өйө эргәһендәге, яҡындағы салонға йөрөгөһө килә, сөнки бөгөнгө көндә иң ҙур байлыҡ — ваҡыт. Беҙгә, әлбиттә, райондарҙан да, Өфөнөң төрлө тарафынан да киләләр. Әммә ауыр юл мәшәҡәттәре уларға ҡамасау. Ә массаж —стресс, арыу-талыуҙан ҡотолоу өсөн иң шәп дауа. Шуға ла салондарыбыҙҙың күплеге, клиенттарыбыҙ өсөн дә бик уңайлы: үҙҙәре теләгәнде һайлай ала, ваҡыттарын да юлға сарыф итмәйҙәр. Һәр өйгә яҡын булыу — “HONEY MASSAGE”-дың идеяһы.
— “HONEY MASSAGE”-ды башҡа салондарҙан нимә айыра?
— Мәрхәмәтлек. Сифатлы хеҙмәтләндереү. Һөҙөмтә. Юғары кимәлдәге ярҙам. Клиенттарыбыҙға уңайлы, файҙалы булһын өсөн тырышабыҙ. Командамдан да шуны талап итәм: кеше беҙҙән ҡәнәғәтлек, рухи көс һәм дәрт алып, һауығыуына өмөт менән сығырға тейеш. Кешеләрҙе ҡабул иткәндә, табип-невролог булыуым да ҙур әһәмиәткә эйә. Массаж салондарының етәксеһе медицинанан алыҫ торһа, һаулығын ышанып тапшырыусылар ҙа аҙ булыр ине.
Башҡаларҙан беҙҙе миллилеккә ынтылыуыбыҙ өҫтөн итә. Өфөгә килгәс, сит өлкә, ил вәкилдәре башҡорт массажы нисек була икән тигән ҡыҙыҡһыныу менән дә “HONEY MASSAGE”-ды эҙләп табыуҙары мөмкин. Ҡала кешеләре лә бит таш араһында йәшәй. Дүрт яҡтан диуар, машиналар шау-шыуы уратҡан. Шуға ла ҡала халҡының баллап, үлән сәйе эсерлек, тыныслыҡта ял итерлек, массаж яһата алырлыҡ уңайлы, йылы урыны булһын, тип ынтылдым. Беҙҙән: “Ҡабаттан тыуғандай булдым”, — тип, ҡыуанып сығалар. Киләсәктә, әлбиттә, беҙ был юҫыҡта тағы ла замансараҡ эшләйәсәкбеҙ, милли мөхит булдырыу идеяһын тағы ла хәтәрерәк итеп тормошҡа ашырыу юлдарын эҙләйәсәкбеҙ.
— Әле командағыҙҙа нисә кеше бар? Эшкә алғанда ниндәй сифаттарға ҡарайһығыҙ?
— Ҡул аҫтымда утыҙға яҡын кеше эшләй. Массажистарыбыҙҙың медицина белеме бар. Эшкә алыр алдынан үҙем уйлап тапҡан техникаға, методикама, энә, банка, массаж аппараттары менән ҡулланырға һәм башҡа заманса дауалау алымдарына өйрәтәм. Уларҙың түбәндәге шәхси сифаттарына: кеше һөйгән, аралашыусан, алсаҡ, тоғролоҡло, үҙ эшенә намыҫлы ҡарағандарға өҫтөнлөк бирәм. Миндә эшләүселәр мотлаҡ һөнәрен яратырға тейеш. Әңгәмәләшкән ваҡытта: “Һинең өсөн нимә ул массаж?” — тигән һорауға: “Массаж — клиентҡа ярҙам итеү, массаж — үҙеңә ҡәнәғәтлек килтергән шөғөл”, — тип яуаплауҙарын көтәм. Үҙем дә һөнәремә шундай мөнәсәбәттәмен: тәү сиратта кешегә ярҙам итеү һәм файҙам тейгәненә ихлас ҡыуаныу – минең төп маҡсатым. Көнөм кешеләргә файҙа килтереүгә бағышланды, тигән ҡәнәғәтлек менән йоҡлап китеү — үҙе бер бәхет. Үҙ шәхси эшең барлығы, әлбиттә, һәйбәт, тик файҙалы була алыуың — күпкә яҡшыраҡ. Сатанлап килеп инеп, тура баҫып сығып киткән клиентты күреү — эшебеҙҙең шатлығы ла, мәғәнәһе лә.
— Яңы быуынды йыш ҡына эшләргә яратмай, тиҙәр. Үҙегеҙҙең тәжрибәнән сығып, был турала нимә әйтә алаһығыҙ?
— “Z” быуыны — күпте теләй, әммә бының өсөн хеҙмәт һалғыһы килмәй. Социаль селтәрҙәрҙә уңышлы кешеләрҙең тормошон ҡарайҙар ҙа, барыһы ла рәхәт кенә өлгәшелә икән, тип уйлайҙар. Интернетта ауырлыҡтар хаҡында һөйләнелмәй, ә бары тормоштоң рәхәт яғына ғына һуҡтыралар. Көн дә егелеп эшләү, тырышыу, тир түгеү, белем алыу, йоҡоһоҙ төндәр — былар кадр артында ҡала. Аҡса ла эшҡыуарға еңел генә табыла кеүек. Был ысынбарлыҡҡа бөтөнләй тап килмәй. Һиңә һөнәри оҫталыҡ, тәжрибә, ҡарарҙы тиҙ ҡабул итә белеүең өсөн түләйҙәр. Һәр нәмәлә тигеҙлек, йәғни сама булырға тейеш. Күп эшләһәң, күп алаһың, аҙ эшләһәң, аҙ алаһың. Етәкселәрҙең, әлбиттә, үҙ эргәләрендә лайыҡлыны күргеләре килә. Миңә лә һөҙөмтә биргән, сифатлы хеҙмәтләндереү күрһәткән үҙ эшенең оҫтаһы кәрәк. Ялҡауҙарҙы, күҙ буяусыларҙы яратмайым.
— Массаж буйынса курстар ҙа алып бараһығыҙ, һеҙгә өйрәнергә кемдәр килә?
— Үҙем дә, тәжрибәле массажистарым да уҡыта. Медицина палатаһы менән уртаҡ курстарҙы ғәмәлгә ашырабыҙ. Был өлкәгә яңы аяҡ баҫыусыларҙы өйрәтеп, уҡытып, сертификат, танытма бирәбеҙ, эш урыны тәҡдим итәбеҙ. Ә бына бизнес тураһындағы белемем менән ихлас уртаҡлашам. Кәңәш һорап килһәләр, бүлешәм. Бында ни тиклем күберәк өләшәһең, шул тиклем күберәк алаһың, тигән принцип эшләй. Өфөлә алты йөҙҙән ашыу массаж салоны бар, уларҙың етәкселәре менән дә аралашам, уй-фекерҙәремде асыҡ әйтәм. Тәжрибә менән бүлешмәү — иҫәрлек. Конкуренттарың көслөрәк булһа, һин дә көсәйәһең. Сәмле ярышыуҙа үҫеш барлыҡҡа килә, бер кем дә артта ҡалырға теләмәй. Тимәк, массаж индустрияһы үҫешә. Квалификациялы массажистар күбәйеүе, дауалау урынына зыян килтергән быуын ултыртыусылар кәмеүе, табиптарға ышаныс артыуы — һәйбәт күренеш. Халҡыбыҙҙың сәләмәтлеккә дөрөҫ йүнәлеш алыуын теләйем. Шуға мәғлүмәт таратыу ҙа мөһим. Инәй-бабайҙарға, дипломһыҙ “белгес”тәргә йөрөмәһендәр ине. Заман менән бергә атларға кәрәк. Хәҙер асыҡ сығанаҡтарҙа ғилми хеҙмәттәр күп. Бүҫер кеүек ауырыуҙар еңел дауалана. Ә беҙ һаман, эс төшкән, тип, һылатырға “өй имселәренә” йөрөйбөҙ.
— Һеҙҙә медицина белемле кешеләр эшләүен һыҙыҡ өҫтөнә алдығыҙ. Әйтәйек, башым туҡтауһыҙ ауырта тип килеүселәргә һеҙ диагностика үткәрәһегеҙме?
— Дүрт салондың береһе — клиника, йәғни лицензиялы медицина учреждениеһы тип иҫәпләнә. “HONEY CLINIC”-та үҙем табип-невролог булараҡ ҡабул итәм. Килгән кешене тәүҙә ҡарайбыҙ, МРТ, КТ һүрәттәрен өйрәнәбеҙ. Шунан ғына нимә эшләргә кәрәклеген әйтәбеҙ — кемгә энә, кемгә мануаль терапия, кемгә уколдар тәғәйенләйбеҙ. Һәр кешегә айырым иғтибар, дауалау ысулдарын эҙләйбеҙ. Арҡаһы ауырта тип, массаж ғына яһап сығарыу проблеманы хәл итмәй. Йыш ҡына: “Билемдән сыҙамайым, бассейнға барырға кәрәк”, — тигәнде ишетәм. Бында бассейндың ни ҡыҫылышы бар? Тимәк, кешеләр дөрөҫ мәғлүмәт алмай, уларға аңлатыу эшен алып барырға кәрәк. Бөгөн, алдынғы технологиялар заманында, физиотерапия үҫешкәндә, шуларҙы ҡулланырға, Ҡытай медицинаһы мөмкинлектәренән файҙаланырға кәрәк.
— Һүҙ ҙә дауалай, тигәйнегеҙ. Был осраҡҡа ниндәй миҫалдар килтерерһегеҙ?
— Әйткәндәребеҙ хатта үҙебеҙгә лә ныҡ йоғонто яһай. “Килеп сыҡмай”, “эшләй белмәйем”, тип ҡабатлап, башыбыҙға кире программа һалабыҙ. Шуға ла мин дауаланыусыларымды, тәү сиратта, яҡшы һөҙөмтәгә көйләргә тырышам: “Хәҙер еңелерәк булып ҡала”, “хәҙер ярҙам итәбеҙ”, — тием тынысландырып. Ошо тылсымлы һүҙҙәр менән уны ла, үҙемде лә ыңғай һөҙөмтәгә көйләйем. Үҙе ышанып етмәһә лә, уның төпкөл аңы, һүҙҙәремде ишеткәс, тимәк, яйлап күнәсәк. Шуға ла тиҫкәре уйҙарҙан арынырға кәрәк. “Ғаиләм насар, өйөм алама, илем оҡшамай”, — тип ултырһаҡ, күңелебеҙ ҙә бөтөнлөгөн юғалтасаҡ. Әгәр һағышҡа бирелһәң, көнөң дә моңһоу, болоҡһоу үтә. Ә йөрәгеңдә ҡояш булһа, һин дә эстән балҡып, башҡаларға нур өләшәсәкһең.
— Киләсәккә ниндәй уй-маҡсаттарығыҙ бар?
— Беҙгә: “Һеҙ минең һуңғы өмөтөм”, — тип аяҡ баҫалар. Улар, тимәк, төрлө белгестәргә йөрөп тә, күп аҡсалар түгеп, һөҙөмтәгә ирешмәгән. Дауалауҙың беҙ тәҡдим иткән ысулдары бар икәнен башҡалар ҙа белһендәр ине. Шул йәһәттән күберәк салондар асыу, кәрәкле мәғлүмәт таратыу, клиенттарымдың ҡәнәғәт булыуын күреү – минең хыялым. Иҡтисадта ла, эшҡыуарлыҡта ла тотороҡлоҡ урынлашһын ине. Бейеклектәр яуланғас, уны тоторға ла кәрәк. Бейеклектәргә тик ҡыйыуҙар ғына өлгәшә.
— Йәштәргә теләктәрегеҙ?
— Үҙҙәрен үҫтереүгә күберәк көс һалһындар. Белем алһындар, сәйәхәт итһендәр, тәжрибә туплаһындар. Мотлаҡ хыялдарына тоғро ҡалһындар. Кешене эшкә алған ваҡытта уға йөҙ теләген яҙырға тәҡдим итәм. Был бик ауыр, ғәҙәттә, утыҙ йә ҡырҡ ҡына теләкте асыҡтан-асыҡ яҙа алалар. Үҙемдең, мәҫәлән, тормошҡа ашырырға тейешле өс йөҙләп хыялым теркәлгән. Амбицияларҙан ҡурҡмаҫҡа кәрәк. Шул хыялдарҙы тормошҡа ашырырлыҡ сифаттарҙы үҫтерергә, донъяға, киләсәккә ышаныс, өмөт менән ҡарарға ынтылһындар!
Айгөл СӘЛӘХОВА әңгәмәләште.