Моғайын, иғтибар иткәнегеҙ барҙыр: түшелдерек, хәситә, милли биҙәүестәр тағып, француз яулығын ябынып йөрөү ғәҙәти күренешкә әүерелде. Башҡорт ҡыҙының килгәнен тәүҙә ишетәһең, шунан күрәһең, тиҙәр. Әммә көндәлек тормошта сыңлап йөрөү бер аҙ мәшәҡәтлерәк. Бәхеткә күрә, алтын ҡуллы оҫталарыбыҙ бихисап, улар күптән стилләштерелгән милли кейемде көн дә кейеп йөрөрлөк ысул тапҡан. Хәҙер теләгән һәр кем милли орнамент төшөрөлгән футболканы, галстукты, пинжәкте, күлдәкте эшкә, спорт сараһына йә байрамдарға рәхәтләнеп кейә.
Ошондай зауыҡлы кейем булдырыусыларҙың береһе — Салауат ҡалаһында йәшәүсе Рәсимә ДӘМИНЕВА. Уның әйберҙәре милли үҙенсәлекте лә күрһәтә, заманса ла, уңайлы ла булып ҡала.
Рәсимә Әғзәм ҡыҙының ялан аяҡлы бала сағы Һаҡмар буйында үтә. Хәйбулла районының иң төпкөл ауылдарының береһе Аҡнаҙарҙа Килдебаевтар ғаиләһендә тыуып үҫкән ул. Бала саҡ иҫтәлектәре кемдең күңелен йылытмай ҙа, кемде йылмайтмай ҙа моңайтмай? Рәсимә лә бәләкәй саҡтары менән бәйле иҫтәлектәре менән бүлеште:
— Теге ваҡыт иҫке келәтте ағартып ҡуяйым тип, оҙон көйҙәр тыңлап, эшем менән булам. Үҙем уйҙарым менән бала сағыма ҡайтып, илап алдым. Заманында был келәт түгел, матур итеп һыланған, ағартылған бәләкәй генә өй ине, беҙ уны аласыҡ тип йөрөттөк. Бәләкәй генә булһа ла ҙур, йәмле кеүек тойола торғайны. Мейес ҡырлап урындығы булды. Урындыҡта, ашъяулыҡ йәйеп, теҙелешеп кенә ултырып сәй эсер инек. Ҡәрсәйемдең самауыры гел көҙгөләй ялтырап ултырҙы. Сәйҙең иң тәмлеһе шул ҡәрсәйемдең самауыр сәйе булғандыр, башҡа ундайҙы бер кемдә лә, бер ерҙә лә эскәнем юҡ. Ә хәҙер шул аласыҡты һүтеп ташларға иттек. Күңелгә ҡыйын булып торҙо, унда бит минең бала сағым хәтирәләре, — тине ул, бер аҙ моңһоу йылмайып.
Ысынлап та, ҡәҙерле кешеһе ҡәрсәһе Рәсимәнең күңелендә тәрән эҙ ҡалдыра. Йомшаҡ ҡулы менән тупылдатып һөйөүе, төнөн һөйләгән әкиәт-тарихтары, оҙон көйҙәре, уҡыған доғалары, биргән кәңәштәре — барыһы-барыһы үҫеп килгән аңға һеңә бара, йөрәгендә тамырҙарын йәйә.
Өс ҡыҙ араһында төпсөк булған Рәсимәне: “Беҙҙең өйҙөң йәме”, — тип кенә иркәләтеп, һөйөүгә сорнап үҫтерәләр.
– Ауылда башланғыс мәктәп кенә булғанға күрә күрше Ғәлиәхмәт ауылы интернатында йәшәнем. Мәктәп йылдарында иң беренселәрҙән дә барманым, артта ла ҡалманым. Һәр ваҡыт урта рәттәрҙә булдым. Туғыҙынсыны тамамлағас, Аҡъяр тау колледжына уҡырға барҙым. Кинйәкәй булғанға күрә йыраҡҡа ебәргеләре килмәгәндер инде, үҙебеҙҙең районда технолог һөнәрен үҙләштерҙем, — тип һөйләне Рәсимә үҙенең мәктәп, студент йылдарын хәтерләп.
Уҡыусы сағынан күсереп һүрәт эшләргә, сигергә, ҡурсаҡтарға төрлө кейемдәр тегергә яратһа ла, ҡул эшенә Рәсимә ғаилә ҡорғас ҡына ныҡлап тотона.
— Күҙҙең яуын алып торған биҙәүле күлдәк, футболкаларға һоҡланып йөрөй торғас, үҙем дә төшөрөп ҡарарға булдым. 23 февраль байрамына егеттәргә бүләккә футболкала «Мин башҡорт» тигән һүрәт эшләнем, уңышлы килеп сыҡты. Был минең тәүге эшем булды. Һуңынан түшелдеректәр, хәситә, башҡорт орнаменттарын төшөрөү серҙәрен өйрәндем, — тип бүлеште оҫта.
Рәсимәнең ни өсөн тап башҡорт орнаменттарын төшөрөргә ҡарар итеүе аңлашылып торған да кеүек. Йылдар үткән һайын ғәзиз ҡәрсәһе әйткәндәрен нығыраҡ аңлай башлағандай тойола. Телгә, йолаларға, ғөрөф-ғәҙәттәргә, мәҙәниәткә ҡарата һөйөү тап шул өлкән быуын кешеһе менән һөйләшеп ултырыуҙарҙан, уның кәңәштәренән, өлгөһөнән сығанаҡ ала.
— Хәҙерге ваҡытта йәштәрҙең генә түгел, оло быуындың да башҡорт орнаменттары төшөрөлгән күлдәк-футболкалар кейеп йөрөүҙәре — матур күренеш. Кемдер көндәлек кейем итеп кейһә, кемдер сәхнәләрҙә сығыш яһай, кемдер спорт ярыштарында кейә. Бының менән һин үҙеңдең мәҙәниәтеңде сағылдыраһың, шул уҡ ваҡытта үҙенсәлегең һыҙыҡ өҫтөнә алына. Үҫеп килгән быуынға быларҙы күрһәтеп, дөрөҫ йүнәлеш бирәбеҙ, — ти Рәсимә.
Күңел талабы, үҙе өсөн генә тип башланған был эш тиҙ арала үҫешә. Зауыҡ менән булдырылған әйберҙәргә иң беренсе туғандарының күҙе төшә. Улар ҙа милли стилдәге кейемдәрҙе кейеү теләген белдерә. Хәҙер инде бөтөнләй ят кешеләр сит район-ҡалаларҙан заказ бирәләр. Оҫта хатта Мәләүез районы Юлдаш ауылы бейеүселәре коллективын да кейендергән.
Рәсимә эште яратып, еренә еткереп башҡара. Һәр тыуҙырған яңы футболкаһы үҙенсәлекле һәм бер-береһен ҡабатламай тиерлек. Ситтән ҡарап торһаң, туҡымаға биҙәктең һүрәтен төшөрөү еңел генә тойола. Тик уның нескәлектәре бик күп, сабыр холоҡло булырға кәрәк. Ҡайһы саҡ бер кейемгә биҙәк һалыу ике көнгә һуҙылып китеүе лә ихтимал, ти оҫта.
Алтын ҡуллы һылыу ир-егеттәр, ҡатын-ҡыҙҙар, балалар өсөн байрам һәм көндәлек кейемдәрҙе биҙәү менән етди мауыға башлағас, туғандары бер аҙ шикләнә биреп ҡарай. Әммә Рәсимәнең алдына алғанды ҡуя белмәгән ғәҙәтен күҙ уңында тотоп, шөбһәләренән тиҙ арала ҡотолалар. Бигерәк тә тормош иптәше уны дәртләндереп, хуплап тора, ярҙам итә. Ул: “Был урынын икенсерәк эшлә, быныһы матур килеп сыҡҡан”, — тип ғәҙел баһаһын бирә, кәңәштәрен йәлләмәй.
Ире Илнар Ринат улы менән ғаилә ҡороуҙарына быйыл ун йыл.
— Илнар — Ейәнсура егете. Стәрлетамаҡ ҡалаһында таныштыҡ. Армиянан ҡайтҡас, тимерҙе ҡыҙыуында һуғып, өйләнешеп тә ҡуйҙыҡ. Ул да оҫта ҡуллы, ниндәй эшкә тотонһа ла, булдыра. Матур йырлай ҙа, — тип һөйләне Рәсимә тормошоноң йәмле мәлдәренең береһен иҫенә төшөрөп, ихлас йылмайып.
Йәштәр ике малай үҫтерә. Олоһо — Аслан Салауат башҡорт гимназияһының 3-сө класында уҡый, көрәш менән шөғөлләнеп, ярыштарҙа ҡатнаша, призлы урындар яулап, ата-әсәһен шатландыра. Бәләкәстәре Ислам балалар баҡсаһына йөрөй. Кинйә улдары уларҙың, ҡәрсәһе әйткәнсә, өйҙәренең йәме. Рәсимә менән Илнар улдарын туған телен белгән, рухлы ир-ат итеп тәрбиәләргә ынтыла.
Әлеге көндә Рәсимә бар ваҡытын ғаиләһенә, балаларына бүлә. Ситтән тороп, Өфө фән һәм технологиялар университетының педагогика һәм психология факультетында белем ала. Ҡалала үткән мәҙәни сараларҙан да ситтә тороп ҡалмаҫҡа тырыша. “Ҡайҙа көсөм, оҫталығым етә — барыһына ла тотонам”, — ти ул.
Уңған һылыу – “Аҡбуҙат” йәмәғәт ойошмаһының ағзаһы. Был ойошма Салауат ата-әсәләр комиссияһы менән берлектә башҡорт телен үҫтереүгә, һаҡлауға үҙенең ҙур өлөшөн индерә, үткәрелгән бер саранан да ситтә тороп ҡалмай, бағымсылыҡ ярҙамы күрһәтә. Тағы ла ҡалала, сит район-ауылдарҙа үткәрелгән башҡа сараларҙа ла әүҙем ҡатнаша. “Аҡбуҙат”тар, мәҫәлән, туған телдәр, Еңеү көнө, милли батырыбыҙ Салауат Юлаевтың тыуған көнөнә арнап уҙғарылған флешмобтар, спорт мәктәбе менән берлектә милли көрәш бәйгеһен ойоштора. “Ҡарға бутҡаһы” байрамы улар өсөн төп сара булып тора һәм йыл да үткәрелә. Башҡорт эстрада артистарының концерттарын ойоштороуҙа, тамашасылар йыйыуҙа ҙур ярҙам күрһәтә.
— Башлаған шөғөлөмдө дауам итеп, яңы идеялар тыуҙырып, улар өҫтөндә эшләргә лә эшләргә, — тип киләсәккә пландары менән уртаҡлашты Рәсимә. — Ә йәштәрҙең йәшәү ауыр, тип зарланмай, барына риза булып, тормоштоң матурлығын күреп, донъяны биҙәп йәшәүҙәрен теләйем!
Айгөл СӘЛӘХОВА.