Шоңҡар
-6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
27 Ноябрь , 15:32

Уҡыусының уңышын күреү — ҡыуаныс

Әле лә хәтеремдә, класым менән тәүге танышыуымда уҡ оҙон ҡара толомло, ғәжәп мөләйем ҡыҙ иғтибарымды йәлеп итте.

Уҡыусының уңышын күреү — ҡыуаныс
Уҡыусының уңышын күреү — ҡыуаныс

Төрөмбәт урта мәктәбенә башлап эшкә килгәс, 7-cе класс уҡыусыларының етәксеһе итеп тәғәйенләнеләр. Йәш булыуыма ҡарамаҫтан, улар менән тиҙ уртаҡ тел таптым. Мин балаларҙы өйрәтһәм, улар мине өйрәтте. Ниндәй генә саралар үткәрмәй инек! Милли йолаларҙы инсценировкалау, һәр төрлө байрамдарға концерт номерҙары әҙерләү, предмет аҙналыҡтары үткәреү, йәй көнө походҡа, экскурсияға сығыу.
Шөкөр, уҡыусыларымдың һәр береһе — әлеге көндә өлгөлө ғаилә башлығы, хәстәрлекле әсәй, эштәрендә абруйлы хеҙмәткәр. Улар араһында уҡытыусылар, медицина өлкәһендә эшләүселәр, фермерҙар, юристар, башҡа һөнәр кешеләре бар.
Бер-нисә йыл элек мәктәпкә осрашыуға йыйылдыҡ. Уларҙың күҙҙәрендә шатлыҡ осҡондары күреү миңә лә ҡыуаныс өҫтәне. Иң мөһиме, мәктәп йылдары уларҙың күңелендә яҡты хәтирәләр ҡалдырған, уртаҡлашыр, һөйләр һүҙҙәре бар.

Әле лә хәтеремдә, класым менән тәүге танышыуымда уҡ оҙон ҡара толомло, ғәжәп мөләйем ҡыҙ иғтибарымды йәлеп итте. Тырыш, әүҙем Розалия исемле уҡыусым ярҙамсыллығы, илгәҙәклеге менән дә айырылып торҙо. Мәктәп, район күләмендәге спорт ярышымы, мәҙәни сарамы – Розалия һәр ваҡыт алдынғылар рәтендә булды.
9-сы кластан һуң Розалия Салауат педагогия училищеһына уҡырға инде. Уны уңышлы тамамлап, тыуған районына эшкә ҡайтты. Талбазы башҡорт гимназияһының саҡ асылып торған мәле. Бер төркөм йәш уҡытыусылар белем усағының эшен дөрләтеп ебәрә. Райондың төрлө ауылдарынан килгән балаларҙың һәләттәрен асыу, уҡытыу-тәрбиә эштәре йәш коллективтың иңенә төштө. Розалия Әхмәт ҡыҙы тиҙ арала ата-әсәләр, уҡытыусылар коллективы араһында абруй ҡаҙанды. Класында белем сифатының юғары булыуы, олимпиада, конкурстарҙа балаларҙың алдынғы урындарҙы яулауы – уҡытыусының эшенә яуаплы ҡарауының һөҙөмтәһе ул.
Розалияла Хоҙай тарафынан бирелгән дикторлыҡ һәләте бар. Тасуири уҡыу буйынса гимназияла түңәрәк етәксеһе булып, әллә күпме һәләттәр асты. Уның уҡыусылары ҙур конкурстарҙа, ижади бәйгеләрҙә ҡатнашып, призлы урындар яуланы. Гимназия, район мәҙәни сараларының оҫта алып барыусыһы ул Розалия Йәлилова. Әлеге көндә Ауырғазы районының «Альтаир» балалар үҙәгендә «Нәфис һүҙ оҫтаһы» ижади берләшмәһен етәкләй. 2 – 10-сы класс уҡыусылары бик теләп йөрөйҙәр был түңәрәккә. Гимназияла үткән сараларҙы алып бара, төрлө конкурс-бәйгеләрҙә ҡатнаша улар. 2004 йылда уҙған республика сәсәндәр бәйгеһендә һәүәҫкәр башҡарыусылар араһында беренсе урынды яулай остаздары.
Ҡатын-ҡыҙ – тулы ғаилә менән генә бәхетле булалыр. Мәктәп йылдарындағы дуҫлыҡ мөхәббәт хистәренә әүерелеп, Розалия менән Урал Йәлиловтар яҙмыштарын бергә бәйләй. Аллаһы Тәғәләнең «бер матурға – бер матур» тигән мәленә тура килгәндер был һоҡланғыс пар. Урал Нил улы бәләкәйҙән спорт яратып үҫә. Стәрлетамаҡ физкультура техникумын тамамлап, Талбазы башҡорт гимназияһында әлеге көнгәсә балаларҙа сәләмәт йәшәү рәүешен тәрбиәләй.
Уҡыусыларына ла, үҙенә лә талапсан уҡытыусының хеҙмәт дәүерендәге уңыштары һанап бөткөһөҙ. Хәйер, уҡытыусының һәр үткәргән дәресе, балаларҙың спортҡа ынтылып тороуы – үҙе үк ҙур ҡаҙаныш. Был уңайҙан гимназия уҡыусылары ла, ата-әсәләр ҙә, етәкселек тә уңды. Уҡыу йортонда спортҡа иғтибар ҙур: һәр бала үҙе яратҡан спорт төрө менән шөғөлләнә ала – милли көрәш, каратэ, еңел атлетика... Урал Нил улы милли көрәш буйынса район, республика ярыштарында баш судья вазифаһын башҡара. Был эш оҫталыҡ ҡына түгел, ғәҙеллек, намыҫ, теүәллек сифаттарын да талап итә.
Үҙ предметыңды яҡшы белеү беренсе сиратта булһа, балалар психологияһын аңлау, уларҙы яратыу, шәхес итеп күрә белеү ҙә мотлаҡ.
– Йылдан-йыл балалар үҙгәрә, улар хәҙер беренсе класҡа күпте белеп килә. Уҡытыу-тәрбиә мәсьәләһендә лә талаптар арта. Уҡыусыларымды бер-ике көн күрмәһәм дә, һағынып өлгөрәм, – ти Розалия Йәлилова.
Атай-әсәй балаһын мәктәпкә алып килгәндә уҡытыусыға ҙур өмөттәр бағлай. Нисек уҡып китер балаһы, ниндәй тәрбиә алыр? Урта һәм юғары кластарҙа уҡыуға ла башланғыс кластарҙа нигеҙ һалына бит. Атай-әсәй теләген яҡшы аңлай уҡытыусы. Шуға ла һәр балаға айырым иғтибар бирә, уҡырға, яҙырға, уйларға өйрәтә, һәләтен үҫтерә. Розалия Әхмәт ҡыҙы уҡыусыларында туған телгә ихтирам тәрбиәләй. Улар өсөн сыҡҡан гәзит-журналдарҙа әкиәттәр, мәҡәләләр, шиғырҙар менән йыш сығыш яһай уҡыусылары. 2014, 2022 йылдарҙа Розалия Йәлилова «Йәншишмә» гәзитенең «Йыл лауреаты» исеменә лайыҡ булды.
– Һәр төрлө конкурстарҙа уҡыусылар теләп ҡатнаша. Шиғырҙар ятлап, видеолар төшөрәбеҙ, онлайн-конкурстарҙа ла ҡатнашабыҙ, – ти Розалия Әхмәт ҡыҙы. – Был сараларҙа ҡатнашыу уҡыусыларҙа үҙ-үҙенә ышанысын арттыра, киләсәктә ҙурыраҡ еңеүҙәргә булышлыҡ итә. Башҡорт теленең нескәлектәрен аңларға, телде белергә, телмәр үҫтерергә ярҙам итә.
Әйткәндәй, яңыраҡ ҡына «Йәншишмә» гәзите ойошторған «Яратам мин телемде» видеоконкурсында 2-се класс уҡыусыһы Әҙилә Аҙнабаева икенсе урынды яулаған. Районда йыл һайын уҙғарылып килгән «Фәнгә старт» ғилми-ғәмәли конференцияһында ла Розалия Әхмә­­товна­ның уҡыусылары призлы урындарҙы ала.
Розалия менән Урал Йәлиловтар татыу ғаиләлә өс бала үҫтерә. Өлкән улдары Азамат, Ишембай нефть колледжын тамамлап, Өфөлә эшләй. Ҡыҙҙары Лиана – гимназияның 10-сы, кесе улдары Данис 1-се класта уҡый. Лиананың уңыштарына ата-әсәһе бигерәк тә һөйөнә. Ул тырыш уҡыусы, нәфис һүҙ оҫтаһы ғына түгел, үҙен фән өлкәһендә лә һынап ҡараған ҡыҙ. 2023 йылда Мәскәүҙә «Бөтә Рәсәй Вавилов уҡыуҙары»нда, Ҡазан ҡалаһында «Кәйүм Насыри уҡыуҙарында» химия һәм биология буйынса ғилми эштәр менән сығыш яһап, өсөнсө урынды алды, шулай уҡ экология буйынса республика олимпиадаһы еңеүсеһе булды. Күптән түгел бер төркөм гимназия уҡыусылары менән А. М. Терентьев исемендәге экологик конференцияға барып, абруйлы ғалимдар алдында фәнни проекттар менән сығыш яһап ҡайттылар.
Уҡыусыларыңдың уңыштарын күреү – һөйөнөс. Уларҙың тормошта үҙ юлын табыуына, эштәренең көйлө барыуына ҡыуанаһың, сөнки уҡыусың ул һинең хеҙмәтеңдең бер өлөшө.

Минира БИКӘНӘСОВА.
Ауырғазы районы.

Автор:Айнур Акилов
Читайте нас: