Шоңҡар
+24 °С
Ямғыр
Йәмғиәт
3 Декабрь 2024, 14:55

Затон микрорайонында яңы мәктәп асыла

Был хаҡта   тура бәйләнештә  «Новоленд» торлаҡ комплексында  йәшәүсе ҡатындың һорауына  Радий Хәбиров  яуап бирҙе. 

Затон микрорайонында яңы мәктәп асылаЗатон микрорайонында яңы мәктәп асыла
Затон микрорайонында яңы мәктәп асыла

 

Өфөнөң Затон биҫтәһендә яңы мәктәпте 2025 йылдың 1 сентябренә файҙаланыуға тапшырыу күҙаллана. Был хаҡта   тура бәйләнештә  «Новоленд» торлаҡ комплексында  йәшәүсе ҡатындың һорауына  Радий Хәбиров  яуап бирҙе. "Унда ҙур төҙөлөш бара,  бик күп йәш ғаиләләр йәшәй. Әлеге ваҡытта мәктәптең  96 проценты әҙер. Был 1,5 мең уҡыусыға иҫәпләнгән ҙур мәктәп. Ул концессия буйынса төҙөлә, әммә намыҫһыҙ концессионерҙар арҡаһында төҙөлөштө тамамлау менән билдәле бер ҡатмарлыҡтар бар. Беҙ унда йылытыу системаларын үткәрҙек, бының менән ҡыйынлыҡтар булмаясаҡ, һәм уны 2025 йылдың 1 сентябренә тапшырырға ниәтләйбеҙ", - тине республика етәксеһе.

Фото: Башинформ.

Автор:Венер Исхаков
Читайте нас