Шоңҡар
+24 °С
Ямғыр
Йәмғиәт
4 Декабрь 2024, 17:43

Үрнәкле ғаилә – ауыл күрке

Йылайыр районында күркәм, өлгөлө ғаиләләр бихисап. Заман ауырлығына һылтанмай, дәртләнеп, матур итеп тормош көткән, балалар үҫтергән йәш ғаиләләребеҙ байтаҡ. Бына шундай эшһөйәр, күп балалы ғаиләләрҙең береһе Матрай ауылында йәшәүсе Фирүзә һәм Нур Йомабаевтар булыр.

Үрнәкле ғаилә – ауыл күркеҮрнәкле ғаилә – ауыл күрке
Үрнәкле ғаилә – ауыл күрке

Яҙмыш  Фирүзә менән  Нурҙы Һултантимер ауылында осраштыра. Сығышы менән Баймаҡ районы Бөрйән-Йылға ауылынан булған Фирүзә иптәш ҡыҙына ҡунаҡҡа ҡайтҡанда таныша буласаҡ тормош иптәше менән. Был ваҡытта ҡыҙ Юлдыбай һөнәрселек училищеһында ашнаҡсы һөнәренә уҡып йөрөгән була. Оҙаҡ дуҫлашып йөрөмәй йәштәр, бәхетен ҡулдан ысҡындырғыһы килмәгән егет тимерҙе ҡыҙыуында һуғып та ҡуя. Яусы ебәреп ҡыҙҙың ата-әсәһенән ризалыҡ алғас, 2012 йылда  матур итеп туй яһай йәштәр. Туйҙан һуң ғаилә башлығының тыуған ауылы Һултантимерҙә нигеҙ ҡора Йомабаевтар. Хәҙер инде Фирүзә менән Нур алты балаға бәхетле әсәй һәм атай. Йәш парҙың донъяларын йәмләп биш ҡыҙ, унан һуң, түңәрәк бәхеттәрен тағы ла  арттырып улдары донъяға килә. Һултантимерҙә мәктәп, балалар баҡсаһы булмау сәбәпле, йәштәр балаларының киләсәген уйлап, Матрай ауылында йорт һатып алып  шунда  күсенә.  Әлеге ваҡытта Зөләйхә, Фәтихә, Тәнзилә ҡыҙҙары Матрай урта мәктәбе уҡыусылары, бәләкәстәр  Мәҙинә менән Әҙилә балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәре, улдары кескәй Хәмзәгә яңы бер ай тулған.

 Һәр бала үҙ ризығы менән тыуа, тиҙәр халыҡта.  Күп балалы ғаиләләргә хөкүмәт  тарафынан күрһәтелгән ярҙам өсөн бик рәхмәтле улар. Шулай ҙа,  «беҙ күп балалы ғаилә» тип дәүләт елкәһендә генә ятмай Йомабаевтар. Дәртләнеп донъя  йүнәтәләр, күпләп йылҡы малы көтәләр, шулай уҡ һыйыр, ҡош-ҡорт та  тоталар. Фирүзә Фирғәт ҡыҙы өйҙә балалар тәрбиәләй, тәмле-татлы ризыҡтар бешереп, ҡыҙҙарын мәктәп, балалар баҡсаһынан көтөп ала. Шул арала бәйләм бәйләргә, йәйен баҡса сәсеп, йәшелсә-емешен  үҫтерергә лә өлгөрә.  Ҡышҡылыҡҡа төрләндереп салаттар, ҡайнатмалар, һуттар әҙерләп яҡындарын һыйлай.

Ғаилә башлығы ла тик торғандарҙан түгел. Һөнәре буйынса экскаватор машинисы булған Нур, күпмелер сит тарафтарҙа эшләгәндән һуң, ғаиләһе ишәйгәс, тыуған яҡтарына ҡайтырға мәжбүр була. Атаһы Нөғәмән ағай бер бөртөк  малайын бала саҡтан эшһөйәр итеп үҫтерә. Сүкеш тотоп сөй ҡатһынмы, балта тотоп утын ярһынмы, мал ҡараһынмы,  нимә эшләһә лә һәр ваҡыт үҙе янында йөрөтә. Бер эштән дә ҡурҡмаған Нур ауылға ҡайтҡас, атаһының кәңәшен тотоп йылҡысылыҡ менән ныҡлап шөғөлләнергә ҡарар итә. Йүнсел хужа бөгөн ат малын һимертеп күрше тирә район, ауыл  халҡын сифатлы йылҡы ите менән тәьмин итә.

- Йәйен ҡымыҙ ҙа етештереп һатыуға сығара инек, һуңғы йылдарҙа был кәсепте туҡтаттыҡ. Заказдар буйынса һуғымға ат һимертеп һатабыҙ, көтөүгә тип алыусылар ҙа бар, – ти Нур Нөғәмән улы.

Йомабаевтарҙың ҙур ҡыҙҙары Зөләйхә лә атаһына оҡшап мал йәнле, бигерәк тә аттарҙы ярата. Уның үҙенең «Шаян» ҡушаматлы аты ла бар. Ҡыйыу ҡыҙ көн дә атына атланып саф һауала йөрөргә ярата икән. Быйыл йәй Баймаҡ районында үткән Башҡорт аты халыҡ-ара фестивален барып күрергә насип була  “ат ене” тейгән ҡыҙсыҡҡа. Әйткәндәй, ғаилә башлығы был мәртәбәле сарала 1-се урын алыуы хаҡында гәзитебеҙ биттәрендә яҙып үткәйнек инде. 

- Бәләкәй балалар менән барыһына нисек өлгөрәһең, ҡыйын түгелме? – тип ҡыҙыҡһынам Фирүзәнән. – Иптәшемә ҙур рәхмәт, эше күп булыуына ҡарамаҫтан, балаларҙы ҡараша, өй эштәрендә лә һәр саҡ ярҙамлаша. Ҡыҙҙарым да, шөкөр, ҡул араһына керә башланылар, ҙурҙары бәләкәстәрен ҡараша, беҙ эш менән булған арала ҡусты-һеңлеләренә күҙ-ҡолаҡ булып торалар, – тип йылмая бәхетле әсә.

Яңы утыҙҙы үтһәләр ҙә, аяҡтарында ныҡлы баҫып торған, тормошҡа айыҡ аҡыл менән баҡҡан был пар тик һоҡланыу һәм ихтирам хистәре генә уята. Ғаиләһе, балалары тип,  йән атҡан Фирүзә менән Нур Йомабаевтарҙың артабан да бер-береһенә терәк-таяныс булып, бәхетле тормошта мөхәббәт емештәре – ул һәм ҡыҙҙарын иманлы, илтифатлы итеп үҫтерерҙәренә  иманым камил.  

Розалия Такалова
 
"Ауыл уттары" гәзите сайтынан.
Автор:
Читайте нас