Психологияла “бала позицияһы” тигән һүҙ бар. Йәғни үҙеңде ололар донъяһында күптән инде ҙур үҫкән булһаң да, бала һымаҡ тотоу.
Үпкәләү, үсегеп, киреләнеп һүҙеңде һүҙ итергә ынтылыу, башҡаларҙы ғына ғәйепләү. Ә “үҫеп” еткән кеше мәсьәләне һалҡын ҡан менән, етди хәл итә.
“Бала” бик тиҙ күҙгә ташлана. Уға күптән инде утыҙ, ҡырҡ, илле, хатта алтмыш тулған булыуы ихтимал. Юҡҡа ғына үпкәләп ҡуя, башҡалар уға яуызлыҡ теләй кеүек тоя, кәрәкһә лә, кәрәкмәһә лә үҙен яҡларға тотона, эске таянысы юҡ, тормошон үҙ ҡулына алмай.
“Бала” көтә, үпкәләй, үҙен бәләкәй итеп тоя, теләгәнен эшләй алмай. “Балалар”ҙың аҡсаһы ла булмай, мөхәббәте лә юҡ.
“Бала”ға йыш ҡына туҡмаҡ эләгә. Яҙмыштан булһынмы, кешеләр тарафынанмы. Уны шулай тиҙерәк үҫеп етергә өйрәтәләр.
Бер миҫал. Ир менән ҡатын ҡырҡты үткәнсе яуаплылыҡты үҙ ҡулдарына алыуҙы кәрәк тип тапмай. Оҙаҡ йылдар дауамында Хөкүмәттән ниҙер көттөләр, туғандар ярҙамына өмөт иттеләр. Әйтерһең, кемдер килеп ярҙам итергә тейеш ине. Был ғәйепләү түгел, барыһы ла белмәгәнлектән килеп сыға, әлбиттә. Ни өсөндөр үҙҙәрен булдыра алмаусылар, көсһөҙҙәр, белемһеҙҙәр рәтенә индерҙеләр ҙә, кемдер беҙҙең өсөн хәл итһә яҡшыраҡ булыр, тип һананылар.
Ләкин, һынауҙар яуып ҡына торҙо. Туҡмаҡ эләгә торғас, үлем менән йәшәү араһында ҡалып, дауахананан ҡайтҡан ҡатын бөтә нәмәнең тик үҙенән торғанлығын төшөнә. Сирен еңер өсөн билен биштән быуып йәй һайын үләндәр йыя һәм киптерә, китаптар уҡып, донъяның күп кенә серҙәрен белә, һәр көнгә ҡыуанып, рәхмәтле булып йәшәй башлай. Ғүмер буйы колхоздан көтөп тә, уға үпкәләп тә, ғәйепләп тә йәшәүҙең файҙаһыҙ икәнлеген аңлай. Әлеге мәлдә ҡулында нимә бар, нимәгә һәләтле, ниндәй эште атҡара ала – шуға тотона. Шәл бәйләйме – бәйләй, икмәкте оҫта һаламы – һала. Тап шуны аңлауҙан башлана барыһы ла!
Башҡаса көтөп йәшәргә кәрәкмәгәнлеген тойғандан алып, шуны күңеленән үткәргәндән һуң тормоштары ыңғайға үҙгәрергә тотона.
Ниһайәт, улар бала позицияһынан сыға һәм тормош дилбегәһен үҙ ҡулына ала.
Бала позицияһынан сығыр өсөн ниндәй генә хәл килеп тыуһа ла, был осраҡта мин нимә эшләй алам, тип үҙеңә һорау бирергә кәрәк.
Аҡса күберәк булыуын теләйем икән – мин нимә эшләй алам? Эйе, кемдәндер көтөргә мөмкин, Хөкүмәт эш хаҡы арттырмай, тип әрләргә була. Ләкин ошолай көтөп йөрөп ғүмер үтеп китергә мөмкин. Беҙгә бер ҡасан да бер кем бер нәмә тейеш түгел тигән хәҡиҡәтте аңлау мөһим.
Фото: https://ru.freepik.com/free-photo/still-life-crochet-plushies_95013692.htm#fromView=search&page=1&position=19&uuid=a6125625-79c8-4005-93e2-afd7be6d0890