«Мөхит» мобиль тирмәһендә башҡорт теле көнө
14-15 декабрҙә «Мега» сауҙа-күңел асыу комплексында (Рубежная урамы, 174) Башҡорт теле көнө уңайынан үҙенсәлекле ваҡиға уҙа. Ике көн дауамында «Мөхит» проекты балалар өсөн лекциялар, оҫталыҡ дәрестәре, практик дәрестәр, уйын ярыштары һәм башҡорт теленең мауыҡтырғыс дәрестәрен үҙ эсенә алған сағыу программа тәҡдим итә.
«Мөхит» - ул балалар өсөн интерактив уҡытыу формалары һәм уйындар аша Башҡортостандың бай мәҙәниәте һәм теле менән таныштырыу өсөн ойошторолған күсмә тирмә. Был тирмәлә балалар туған телен өйрәнеүҙән тыш, башҡорт рухы мөхитенә сума ала. Тирмәлә ижади һәм белем биреү уйындары, дидактик әсбаптар, уйын элементтары аша башҡорт телен үҙләштереү мөмкингеле ҡаралған.
Башҡорт теле көнө - ул туған мәҙәниәтебеҙ мөхитенә сумыу, халҡыбыҙҙың теле, тарихы һәм ғөрөф-ғәҙәттәре тураһында күберәк белеү һәм яңы белемде мауыҡтырғыс формала үҙләштереү өсөн шәп сәбәп.
«Мөхит» проекты – башҡорт телен өйрәнеү урыны ғына түгел. Был киңлек балаларға мәҙәниәтебеҙҙең тәрәнлеген белергә һәм тойорға, үҙҙәрен милләтебеҙҙең бер өлөшө итеп хис итергә мөмкинлек бирә. Беҙ һәр саҡ телебеҙ һәм мәҙәниәтебеҙ менән танышыу файҙалы ғына түгел, мауыҡтырғыс та булһын өсөн барлыҡ шарттар булдырырға тырышабыҙ. Ата-әсәләрҙе һәм балаларҙы ошо мөһим проекттың бер өлөшө булырға саҡырабыҙ!» - тине Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү фонды директоры Гөлназ Йосопова.
«Мөхит» проекты Башҡортостан Республикаһы Башлығы гранттары фонды булышлығында тормошҡа ашырыла. Проектты ойоштороусылар - Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү фонды һәм «Һомай» ойошмаһы.
Урыны һәм ваҡыты: 14-15 декабрҙә, «Мега» сауҙа-күңел асыу үҙәгендә, Рубежная урамы, 174, Өфө.
Тулыраҡ мәғлүмәт алыу өсөн Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү фонды төркөмөндә яҙығыҙ https://vk.com/bash_fond.