Шоңҡар
+24 °С
Ямғыр
Йәмғиәт
13 Декабрь 2024, 09:28

Башҡарылған эштәр ҡыуандыра

Башҡортостан Республикаһы Башлығы Хакимиәте етәксеһенең эске сәйәсәт буйынса беренсе урынбаҫары Урал Килсенбаев башҡорт телен үҫтереү йәһәтенән ҙур эштәр башҡарылыуы тураһында һөйләне.

Башҡарылған эштәр ҡыуандыраБашҡарылған эштәр ҡыуандыра
Башҡарылған эштәр ҡыуандыра

Өфөлә Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы бара. Мәғариф, фән, башҡорт телен һәм әҙәбиәтен үҫтереүгә арналған секция ултырышы йәнле барҙы. Башҡортостан Республикаһы Башлығы Хакимиәте етәксеһенең эске сәйәсәт буйынса беренсе урынбаҫары Урал Килсенбаев башҡорт телен үҫтереү өсөн ҙур эштәр башҡарылыуы тураһында һөйләне.

- Яңы белем биреү технологиялары индерелде, башҡорт телендә «Һомай» исемле тәүге аҡыллы колонка булдырылды, йыл һайын телдәрҙе үҫтереүгә гранттар бүленә. Бынан тыш, республикала 8 полилингваль гимназия
эшләй, халыҡ-ара диктанттар үткәрелә, унда йөҙләгән кеше ҡатнашып тора. Телде үҫтереүҙә Гөлназ Йосопова етәкселегендәге башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү фонды ҙур роль уйнай", - тине Урал Таһир улы.

Фото: Фәһим ӘХМӘРОВ

Башҡарылған эштәр ҡыуандыра
Башҡарылған эштәр ҡыуандыра
Башҡарылған эштәр ҡыуандыра
Автор:Венер Исхаков
Читайте нас