Шоңҡар
+22 °С
Дождь
Йәмғиәт
13 Декабря 2024, 11:04

Салауат Юлаев һәйкәлен реконструкциялау - заман бурысы

"Тарих беҙҙе Башҡортостандың төп символына ҡарата еңел фекерләүҙе ғәфү итмәй".

Салауат Юлаев һәйкәлен реконструкциялау - заман бурысыСалауат Юлаев һәйкәлен реконструкциялау - заман бурысы
Салауат Юлаев һәйкәлен реконструкциялау - заман бурысы

Бөгөн Бөтә донъя башҡорттары Ҡоролтайының алтынсы съезында республика Башлығы Салауат Юлаев һәйкәлен реконструкциялауҙың мөһимлегенә баҫым яһаны. Һәйкәл архитектура ынйыһына ғына түгел, Башҡортостандың символына ла әүерелде. Уның һүҙҙәренсә, һәйкәл ҡуйылғандан алып 60 йылға яҡын ваҡыт үткән һәм етди реставрация үткәреү ваҡыты килеп еткән.

"Инде һуҙырға ярамай. Тарих беҙҙе Башҡортостандың төп символына ҡарата еңел фекерләүҙе ғәфү итмәй", - тип белдерҙе ул, ошо объекттың төбәк һәм уның халҡы өсөн әһәмиәтен билдәләп. Республика Башлығы, киләһе йылда ҡатмарлы һәм күләмле эште башларға кәрәк, ул яҡынса 1,5 йыл тәшкил итәсәк, тине.

Әлеге мәлдә һәйкәлдең торошон һәм уның нигеҙен өйрәнеүҙе, шулай уҡ кәрәкле эштәр исемлеген төҙөүҙе үҙ эсенә алған әҙерлек эштәре алып барыла. «Бында эштәрҙең һәр этабын, уларҙың ваҡытын ғилми һәм йәмәғәт контроле мөһим», - тип өҫтәне ул, ҡоролтайҙы ошо «дөйөм халыҡ эшенә» әүҙем ҡушылырға саҡырып.

Республика Башлығы әйтеүенсә, күмәк көс менән реставрация эштәренең юғары сифатын тәьмин итергә мөмкин, шуның һөҙөмтәһендә Салауат Юлаев һәйкәле үҙенең мөһабәт йөҙөн кире ҡайтарасаҡ һәм хәҙерге быуындарҙы ғына түгел, киләсәк быуындарҙы ла ҡыуандырыуҙы дауам итәсәк.

Фото: https://mgazeta.com

Автор:Айнур Акилов
Читайте нас