Бөгөн, 15 декабрҙә, көндөң аяҙлы-болотло булыуы фаразлана. Көндөҙ урыны менән бер аҙ ҡар яуасаҡ, көньяҡ-көнбайыштан секундына 8-13 метр тиҙлектә ел иҫеүе көтөлә. Һауа температураһы көндөҙ -10,-15 градус. Юлдарҙың айырым участкаларында томан ваҡытында 1-2 саҡрымдан күреү мөмкинлегенең кәмеүе ихтимал.
Әммә дүшәмбе һауа торошо үҙгәрә. Башгидрометүҙәк хәбәр итеүенсә, урыны менән көслө ҡар яуыуы, республиканың ҡайһы бер райондарында буран сығыуы көтөлә. Юлдарҙа боҙлауыҡ, ҡар һырынтылары фаразлана. Ел көньяҡ-көнбайыштан талғын, урыны менән көсәйеүсән. Һауа температураһы төндә 10-14 градус һалҡын, аяҙытҡанда 20 градусҡаса һалҡын, көндөҙ 1-6 градус һалҡын булыуы күҙаллана.
Шишәмбе тимер сымдарға епшек ҡар һырыуы, боҙлауыҡ һәм буран сығыуы көтөлә. Көньяҡтан ел иҫеүен дауам итәсәк. Һауа температураһы төндә һәм көндөҙ -2,-7 градус буласаҡ.