Шоңҡар
+24 °С
Ямғыр
Йәмғиәт
15 Декабрь 2024, 05:48

Хәйбулла егетенә - Батырлыҡ ордены

Әммә, дошмандың өҫтөнлөк итеүенә ҡарамаҫтан, позицияларын һаҡлап алып ҡалдыҡ, - тип билдәләне яугир.

Хәйбулла егетенә - Батырлыҡ орденыХәйбулла егетенә - Батырлыҡ ордены
Хәйбулла егетенә - Батырлыҡ ордены

Хәйбулла районының Әбүбәкер ауылынан махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы хәрби бурыстарын үтәгәндә күрһәткән батырлығы һәм фиҙакәрлеге өсөн Батырлыҡ орденына лайыҡ булды.  "Зак" ҡушаматлы  яугир үҙенең дуҫтары менән бергә алғы һыҙыҡҡа китеүен һөйләне.

- Беҙ алтау инек. Хәрби әҙерлекте лә, махсус операцияның тәүге ауырлыҡтарын да бергә үттек. Үкенескә күрә, иптәштәребеҙҙең береһе Кременной янында һәләк булды. Алыштарҙың береһендә хеҙмәттәштәрем менән бергә утҡа тотолдоҡ. Мин унда ярсыҡ менән яраландым. Әммә, дошмандың өҫтөнлөк итеүенә ҡарамаҫтан, позицияларҙы һаҡлап алып ҡалдыҡ, - тип билдәләне яугир.

Бынан тыш, махсус операция зонаһында күрһәткән батырлығы һәм ҡаһарманлығы өсөн «Зак» генерал Шайморатов, Жуков һәм «Батырлыҡ өсөн» миҙалдарына лайыҡ булды.

https://www.bashinform.ru/news/svo/2024-12-08/boets-svo-iz-bashkirii-nagrazhdyon-ordenom-muzhestva-4043298

Автор:
Читайте нас