Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Йәмғиәт
15 Декабрь 2024, 07:50

Хайуандарҙың һаулығы – беҙҙең һаулыҡ

Дүрт аяҡлы дуҫтарыбыҙ сәләмәт булһын, тирә-йүнгә хәүеф тыуҙырмаһын өсөн ниндәй саралар күрергә кәрәк? Башҡортостан республика ветеринария станцияһының бүлек мөдире Ғәлим Игебаев менән ошо хаҡта әңгәмә ҡорҙоҡ.

Хайуандарҙың һаулығы –  беҙҙең һаулыҡХайуандарҙың һаулығы –  беҙҙең һаулыҡ
Хайуандарҙың һаулығы – беҙҙең һаулыҡ

Бесәй, эт, һыйыр... Халҡыбыҙҙың көнитмешен был хайуандарһыҙ күҙ алдына килтереп тә булмай. Әммә йыш ҡына уларҙың сәләмәтлегенә әллә ни иғтибар итмәйбеҙ. Йылдам үҙгәрештәр дәүерендә хайуандарҙың һаулығы тураһында хәстәрлек көнүҙәк була бара. Дүрт аяҡлы дуҫтарыбыҙ сәләмәт булһын, тирә-йүнгә хәүеф тыуҙырмаһын өсөн ниндәй саралар күрергә кәрәк? Башҡортостан республика ветеринария станцияһының бүлек мөдире Ғәлим Игебаев менән ошо хаҡта әңгәмә ҡорҙоҡ.

– Ғәлим Хәлим улы, мал табибы булыр өсөн иң тәүҙә уларҙы яратырға, тоя белергә кәрәктер. Һеҙ ҙә был һөнәрҙе осраҡлы һайламағанһығыҙҙыр, моғайын...
– Бәләкәй саҡтан мал менән ҡыҙыҡһына торғайным, уларҙы ҡарау оҡшай ине. Айырыуса ат менән этте яратам. Һуңынан улар менән ваҡыт үткәрергә генә түгел, ә ярҙам итергә лә теләгем ҙур икәнен аңланым. Уларҙың һаулығы, именлеге хаҡында ҡайғыртырға, ғазаптарын еңеләйтә алған кеше булырға теләнем. Бында оҙаҡ йылдар ветеринар булып эшләгән атайымдың да йоғонтоһо ҙур. Тәүлектең ниндәй мәле булмаһын, кемдең һыйыры ауырый, кемдең бейәһе ҡолонлай алмай яфалана, иң тәүҙә беҙгә йүгереп киләләр ине. “Ветеринария – ул эш кенә түгел, үҙе һорай алмағандарға ярҙам итеү бурысы”, – тип әйтергә яратты атайым.
– Эш көнө нисек үтә, күпселек нимә менән шөғөлләнергә тура килә?
– Эш көнөбөҙ килгән мәғлүмәттәрҙән башлана. Шуға ҡарап, төрлө райондарға командировкаларға юлланабыҙ. Вакциналар алып барабыҙ, урындағы мал табиптары менән кәңәшәмәләр үткәрәбеҙ. Республика ветстанцияһы булғас, бындағы һыуытҡыстарҙа бик күп дарыу, вакциналар һаҡлана. Беҙгә шуның менән эш итергә, ҡотороу, дерматит кеүек төрлө йоғошло ауырыуҙар килеп сыҡмаһын өсөн, алдан күҙәтеү, тикшереү эштәре алып барабыҙ. Беҙ башлыса ауылда тереклек иткән хайуандар менән эшләйбеҙ. Төп пациенттарыбыҙ – аттар, һыйырҙар, эттәр һәм һарыҡтар... Уларҙың һәр береһенә айырым иғтибар, хәстәрлек кәрәк. Әйткәндәй, бер нисә йыл элек Белоруссиянан зубрҙар килтерҙеләр. Бындай һирәк осрай торған хайуандар менән эшләү ҙә ҙур яуаплылыҡ талап итә.
– Кеше, ғәҙәттә, ниндәй ағзаһы борсоғанын әйтеп аңлата. Ә хайуандарҙы нимә яфалауын нисек белә алаһығыҙ?
– Һәр өлкәлә лә тәжрибә кәрәк. Эшләй торғас, үҙ һөнәреңдең нескәлектәренә ныҡлап төшөнәһең. Мин, ветеринария табибы булараҡ, бер нисә алымды ҡулланам. Иң тәүҙә малды ентекле ҡарауҙан башлайым. Уның физик торошона, аппетитына, әүҙемлегенә иғтибар итәм. Йөнө үҙгәреүе, йүткереү, ҡоҫоу, эс китеү кеүек нәмәләр йән эйәһенең һаулығы тураһында күпте һөйләй ала. Шунан хужаға сирҙең ҡасан, нисек башланыуы хаҡында һорау бирәм. Шуны аңлау мөһим: күп ауырыуҙарҙың симптомдары оҡшаш булыуы мөмкин, шуға күрә тулыраҡ мәғлүмәт ҙур әһәмиәткә эйә. Бынан тыш ҡан, бәүел анализдары йәки башҡа диагностика процедуралары аша билдәләргә тура килә. Быларҙың барыһы ла ауырыуҙы асыҡларға һәм дөрөҫ диагноз ҡуйып дауаларға ярҙам итә.
– Белеүебеҙсә, ваҡытында дауаланмаған йорт хайуандары төрлө ауырыуҙар таратыуы мөмкин. Ошо йәһәттән хужаларына нимә кәңәш итер инегеҙ?
– Йоғошло ауырыуҙар менән зарарланмаһын өсөн яҙлы-көҙлө вакцина эшләтергә кәрәк. Беҙҙең бурысыбыҙ – хәүефле, ҡурҡыныс ауырыуҙарҙы таратмау. Белеүебеҙсә, бер нисә йыл элек Баймаҡ районында малдар араһында тире ауырыуы таралды. Был хужаларҙың ваҡытында малдарға тейешле иғтибар бирмәүенән килеп сыҡты. Тап бына ошондай ҡурҡыныс ауырыуҙар аҙмаһын өсөн, вакцина эшләтеп тороу мотлаҡ. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ҡайһы берәүҙәр малдарына вакцина яһатырға ҡаршы, ә бит бәғзе бер сирҙәр менән яфаланған мал-тыуарҙың һөтөн дә эсергә, итен дә ашараға ярамай. Тағы шуны онотмаҫҡа кәрәк: ауыл тирәһендә ҡоторған төлкөләрҙең йорт хайуандарына, кешеләргә ташланыуы йыш ишетелә. Ә бына вакцина һалынған хайуандарҙы был ауырыуҙан һаҡлап ҡалыу проценты күпкә юғары.
– Бөгөн фатирҙарында эт-бесәй аҫрағандар күп. Әммә уларҙың ҡурҡыныс ауырыу сығанағы булыуын белмәгәндәр бар.
– Эйе, хәҙерге ваҡытта күп кеше тоҡомло бесәй, эт аҫрай. Улар һау булһын өсөн, ашатҡан ризығына етди иғтибар биреү мөһим, сөнки ризыҡ хайуан организмына яраһа ғына, ул сәләмәт була ала. Аҙыҡтың аллергия тыуҙырыу ихтималлығын онотмағыҙ, шуға күрә һатып алыр алдынан ветеринар менән кәңәшләшергә кәрәк.
Һыуҙы көнөнә ике тапҡыр алмаштырырға тырышығыҙ – бесәйҙәр уның таҙаһын ярата. Кешенән айырмалы, бесәйҙәрҙә һыу сифатын билдәләү өсөн махсус рецепторҙар бар. Фильтрланған, шешәләге һыуҙы ҡулланыу яҡшыраҡ, сөнки ҡаты һыу бәүел ташы ауырыуына килтереүе ихтимал.
Ҡайһы бер хроник сирҙәр бесәйҙәрҙә симптомһыҙ үҫешә башлай. Һаулыҡ күрһәткестәрендә ниндәй ҙә булһа тайпылыштарҙы ваҡытында билдәләү өсөн йорт хайуандарын даими тикшереү бик мөһим. Бынан тыш, бесәйҙәрҙең йыл һайын вакцинация процедураһын үтергә тейешлеген онотмағыҙ. Бесәй йәки эт балаһын тәүге вакцинанан һуң 10 –14 көн үткәс, йәғни һигеҙ-ун аҙнанан да алдараҡ алмау яҡшыраҡ. Был бер нисә сәбәп арҡаһында мөһим. Беренсенән, был осорҙа әсәһенән айырылған сабый “өлкәндәр” рационына күнегеп бөтә. Икенсенән, вакцина бала өсөн дә, йорт хайуандары өсөн дә вирус инфекцияларынан ышаныслы һаҡланыу сараһы. Өсөнсөнән, ике айға тиклемге сабыйҙар үҙ тормошонда мөһим үҫеш этабын кисерә һәм бер-береһе, әсәһе менән уйнап, «аралашырға» өйрәнә. Ике айҙан алда эт йәки бесәй балаһын алып, һеҙ уны бала сағынан мәхрүм итәһегеҙ! Бесәйҙәрҙең ҡайһы бер ауырыуҙары тышҡы билдәләрһеҙ үҫешә алыуын онотмағыҙ. Ветеринария хеҙмәткәрҙәренең даими тикшереүҙәре һаулыҡ менән бәйле проблемаларҙы ваҡытында асыҡларға ярҙам итәсәк.
– Һуңғы йылдарҙа сит өлкәләрҙән мал алыу, алыш-биреш күбәйҙе. Ошо йәһәттән ниндәй кәңәштәр бирер инегеҙ?
– Ысынлап та, бер ниндәй документһыҙ мал алыу осраҡтары күҙәтелеп тора. Тикшереүһеҙ, вакцинацияһыҙ, шулай уҡ ветеринар-оҙатыу документтар булмаһа, һатып алырға ярамай. Туберкулез, бруцеллез һәм бүтән айырыуса хәүефле ауырыуҙар менән сирләүен иҫкәртеү өсөн баҙарҙарҙа, шәхси ихаталарҙа тикшерелмәгән һәм вакцинацияланмаған малдың һөтөн, итен һатыу тыйыла. Был продукцияны һатып алғанда, хужаларынан 4-се формалағы ветеринар белешмә талап итергә кәрәк. Район, өлкә сиктәренән һыйыр малы, һарыҡ, сусҡа һатып алырға кәрәк булғанда, хужалыҡ етәкселәренә, уларҙың милек формаһына ҡарамаҫтан, шәхси эшҡыуарҙарға, кешеләргә ветеринария станцияһының баш ветеринар табибына мал килтереү тураһында яҙма рәүештә хәбәр итергә кәрәк. Ветеринария закондарын ҡәтғи үтәргә бурыслыбыҙ. Тоҡомсолоҡ һәм етештереү маҡса­тын­да сығарыуға (индереүгә) тәғәйенләнгән бөтә хайуандарға чип ҡуйылырға һәм ветеринарҙар мотлаҡ тикшерергә тейеш.

Айнур АҠЫЛОВ әңгәмәләште.

Автор:
Читайте нас