Шоңҡар
+24 °С
Ямғыр
Йәмғиәт
16 Декабрь 2024, 05:35

Һәләтле актер, оҫта баҡсасы ла...

Йәшермәйем, эскесе, меҫкен ир-егет образы ауыр бирелде. Хатта ысынбарлыҡта ошондай тормошто үҙ иткән әҙәмдәр менән дә күрешеп һөйләштем. Йәйге отпуск мәлендә махсус рәүештә ауылдар буйлап йөрөп, ошондай кешеләр менән аралаштым. Образымды нығыраҡ аңлар, эсенә керер өсөн.

Һәләтле актер,  оҫта баҡсасы ла...Һәләтле актер,  оҫта баҡсасы ла...
Һәләтле актер, оҫта баҡсасы ла...

“Ир-егеттең йөрәгендә эйәрле-йүгәнле ат ятыр”, ти халыҡ мәҡәле. Сәхнәнән төрлө сағыу образдар аша үҙен күрһәткән М. Ғафури исемен­дәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында эшләүсе Морат РАФИҠОВты ла актер тип кенә белә инек. Баҡһаң, башҡа һәләттәре, ҡыҙыҡ­һыныу­ҙары ла барлығы асыҡ­ланды. Егет кешегә етмеш төрлө һөнәр ҙә аҙ, тигән әйтем тап уның кеүектәргә ҡарата әйтелә лә инде.

– Морат, бала сағығыҙҙан уҡ актер булырға хыялландығыҙмы?
– Бәләкәйҙән хисле, тормошто күҙәтеүсән, ҡыҙыҡһыныусан бала инем. Шиғырҙар яҙҙым, хатта Хәйбулла районында уҡыусылар араһында уҙғарылған шиғри конкурста еңеү ҙә яуланым. Районда шиғырҙар йыйынтығымды ла баҫтырып сығарғай­нылар. Туғыҙынсыны тамамлағас, Рәми Ғарипов исемендәге 1-се республика башҡорт гимназия-интернатына уҡырға барҙым, бар теләгем киләсәктә журналист булыу ине. Бәндә теләй, Аллаһ бойора, тиҙәр бит. Гимназияла киләсәк тормошомдо ҡырҡа үҙгәрткән “Таңсулпан” драма түңәрәге етәксеһе Римма Фәйез ҡыҙы Нәбиева менән танышыу булды. Бер сығышымдан һуң ул яныма килеп: “Тауышың матур, шиғыр һөйләүең дә, йырлауың да оҡшаны, беҙҙә шөғөлләнгең килмәйме?” – тип һораны. Ризалаштым. Төрлө спектаклдәрҙә ҡатнаштым, концерттарҙа сығыш яһай башланым. Сәхнәлә йөрөү үҙемә шул тиклем оҡшап китте. Дәртләнеп, рәхәтләнеп уйнаным. Римма Фәйез ҡыҙы – шулай минең киләсәгемә юл күрһәткән уҡытыусы, һәр баланың ниндәй ҙә булһа талантын асҡан шәхес ул.
– Сәхнәгә сыҡҡас, яҙыу эшенән бөтөнләй туҡтанығыҙ, шикелле?
– Күңел талабы бит ул. Үҙеңде көсләп ҡулыңа ҡәләм алып яҙа башлау мөмкин түгел. Шул уҡ ваҡытта, күңелеңдә яңы тема, идея, фекер бөрөләнә башлай икән, яҙмайынса ла булмай. Шиғырҙар хәҙер һирәк ижад ителә, әммә тормоштағы ишеткән-күргән ваҡиғалар, тетрәндергән хәбәрҙәрҙе ҡағыҙға теркәп барам. Бушыраҡ ваҡытта өҫтәл артына ултырырға тырышам. Әлеге мәлдә бер нисә хикәйә яҙылды. Ләкин уларҙы әле бешеп өлгөрмәгән тип уйлайым. Ҡәләмемде осларға ла осларға әле. Уҡыусыһының күңелен яуларға ваҡытын көтә. Ғөмүмән, мин үҙемде төрлө өлкәлә һынап ҡарарға яратам. “Байыҡ” бейеү конкурсында ҡатнашыу теләге күптән яралғайны. Ваҡыт етмәү сәбәпле, гел кисектереп килдем. “Байыҡ”та ҡатнашыу бәхетен дә кисерҙем. Ҡазан ҡалаһында гастролдә булыу сәбәпле, Гала-концертта ҡатнаша алманым. Ләкин үҙем махсус рәүештә көйөн яҙҙыртып алған хыялымдағы бейеүем әле ҡуйылмаған. Әлеге лә баяғы ваҡыттың тығыҙ булыуы. Ә иң яратҡан шөғөлөм ул, әлбиттә, йыр. Алһыу Бәхтиева менән башҡарған дуэтыбыҙ менән Рим Хәсәнов йырҙарына арналған йыр фестивалендә беренсе урынды алдыҡ. Күңелемә оҡшаған йырҙарҙы йырлап, улар өҫтөндә эшләү миңә оло кинәнес килтерә.
– Республиканың төп театрына эләгеү бәхете һәр кемгә лә тәтемәй...
– Ниәт итһәң, ысын күңелдән теләһәң, теләктәр, хыялдар тормошҡа аша бит ул. Гимназияны тамамлаған йылды сәнғәт институтының театр бүлегенә, Башҡорт академия драма театры өсөн ун абитуриентты ҡабул итәсәктәре тураһында иғлан булды. Гимназиябыҙға данлыҡлы актриса Гөлли Арыҫлан ҡыҙы Мөбәрәкова үҙе килеп, теләүселәр булһа, тура үҙемә шылтыратһындар тип, телефон номерын да ҡалдырған. Мин юғалып ҡалманым, шылтыраттым да тыңлап ҡарауын һораным. Рәми Ғариповтың “Кеше” шиғырын һөйләп күрһәттем. Гөлли Арыҫлан ҡыҙы, ваҡытын йәлләмәй, ошо шиғырҙы нисек дөрөҫ итеп тамашасыға еткерергә өйрәтте. Әле һаман ул шиғыр иң яратҡан әҫәрем, репертуарымда мөһим урын алып тора. Шулай итеп, имтихандарҙы уңышлы үтеп, студент булып киттем. Студент саҡта уҡ төрлө күмәк сәхнәләрҙә сығыш яһай башланым.
– Тәүге ролегеҙҙе иҫләйһегеҙме?
– Әлбиттә. Театрға килгән генә йылда Мәжит Ғафуриҙың “Ҡара йөҙҙәр” спектаклендә шәкерт малайҙы уйнаным. Октябрҙә спектаклдең премьераһы булды, шунан Мәскәү ҡалаһына гастролгә, ә ноябрь уртаһында дүрт актер әрме хеҙмәтенә юлландыҡ. Тыуған яғымды ныҡ һағынған саҡтарымда интернеттан спектаклгә композитор Илшат Яхин яҙған көйҙәрҙе, бигерәк тә Ғәлимәнең ҡаҙҙар менән бейегән көйөн тыңлап йыуаныс таба инем. Быйыл был спектаклебеҙҙе сығарғаныбыҙға ла ун йыл тулды.
– Һеҙ сәхнәлә ҡатын-ҡыҙ ролен дә башҡараһығыҙ...
– Айгиз Баймөхәмәтовтың “Ҡалдырма, әсәй!” повесы буйынса ҡуйылған “Хыялға ҡаршы” спектаклендә Алина образы ул. Сәхнәгә сығарыр алдынан үҙебеҙҙе әҫәрҙәге төрлө образдарҙа һынап ҡараныҡ, алмашлап ролдәрҙе уҡыныҡ, өҫтәмә тағы бер нисә геройҙы индерҙек. Репетициялар барышында йәтимдәр йортонда, ҡырыҫ, ауыр шарттарҙа йәшәгән үҫмерҙәрҙе лә, ҡатын-ҡыҙ образдарын да тик ир- егеттәр генә уйнарға тейеш икәнен аңланыҡ. Бында Алина оҙон күлдәк, итәк-фәлән кеймәй. Тауышы ла гүзәл заттарҙыҡы һымаҡ йомшаҡ, нәҙек түгел. Үҫмер егеттәр менән дуҫлашып үҫкән ҡыҙҙың холҡо, ҡыланышы, кейеме лә көслө заттарҙыҡына хас. Шуның менән тамашасының күңелендә нығыраҡ уйылып ҡала ла, шикелле. Был спектакль әле лә аншлаг менән үтә.
– Заһиҙә Мусинаның “Килен” әҫәре буйынса ҡуйылған спектаклдә һеҙ төп геройҙы уйнайһығыҙ. Ир ҡорона етһә лә, үҙ фекере булмаған, төшөрөргә яратҡан ролде уйнауы нисек?
– Үкенескә күрә, ысынбарлыҡта бындай ир-егеттәр бар. Ата-әсәләренең теҙгенде артыҡ ныҡ тотоуы йә үҙҙәренең бәйһеҙлеге арҡаһында улар бешмәгән, ғаиләһен ҡарай алмаған кешегә әйләнәләр. Булат та шулай. Ҡатыны менән үҙенең араһына әсәһен, башҡа аҡыл өйрәтергә маташыусыларҙы ҡыҫылдырмаһа, бәхетле ғаилә ҡора алыр ине. Ҡыҙҙары Йәмилә лә ата-әсәй наҙын тойоп үҫер, бала сағы бәхетле уҙыр ине. Йәшермәйем, эскесе, меҫкен ир-егет образы ауыр бирелде. Хатта ысынбарлыҡта ошондай тормошто үҙ иткән әҙәмдәр менән дә күрешеп һөйләштем. Йәйге отпуск мәлендә махсус рәүештә ауылдар буйлап йөрөп, ошондай кешеләр менән аралаштым. Образымды нығыраҡ аңлар, эсенә керер өсөн.
– Был спектаклдә, белеүемсә, һеҙҙең ҡыҙығыҙ ҙа уйнай.
– Эйе. Ҡыҙым Милена спектаклдә төп героиняның бәләкәй сағы һәм апайымдың ҡыҙы ролендә. Ҡыҙым менән “Килен” спектакленең республиканың төрлө төбәктәренә гастролдә­ренә лә бергә йөрөйбөҙ. Уға ла үҙен сәхнәлә һынап ҡарау оҡшай, һәр сығышын көтөп ала. Бәләкәс булһа ла, өләсәй менән сәхнәһендә бейеү хәрәкәттәрен үҙе уйлап табып сығарҙы.
– Һеҙ кино актеры ла. Нисә тапҡыр, ниндәй образдарҙа зәңгәр экрандар аша уйнау бәхете тейҙе?
– Тарихи шәхестәрҙең яҙмышын сағылдырған киноларҙа уйнаным. Булат Йосоповтың “Бабич” киноһында төп геройҙың дуҫы – Хәйернас, Рәми Ғариповтың тормошон һәм ижадын сағылдырған “Шағир көндәлеге”ндә – шағир Булат Рафиҡов. Режиссер Таңсулпан Бураҡаеваның “Салауат эҙҙәренән” документаль фильмында Салауат ролен башҡарҙым. Фильмға төшөр алдынан материалды ныҡлап өйрәндем, һәр геройым тураһында эҙләндем, уҡыным, мәғлүмәт тупланым.
– Сәхнә артындағы йә кино төшөрөү ваҡытында ҡыҙыҡ ваҡиғаларға осрағанығыҙ булдымы?
– “Салауат эҙҙәренән” фильмының бер өлөшө Өфөлә Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге милли китапхананың подвалында төшөрөлдө, Салауат батырыбыҙҙың атаһы Юлай Аҙналин менән тотолоп зинданға ябылыу сәхнәһе ине. Беҙҙең өҫ-баш йыртыҡ, йөҙҙәребеҙгә ҡурҡыныс грим һалынған. Таң атҡансы съемкалар дауам итте. Ҡояш сыға башлағас ҡына таралыштыҡ, туҡтамайынса күп сәхнәләрҙе бер юлы төшөргәс, арытылған ине һәм мин гримды йыуып тормай машинама ултырып ҡайтып киттем. Юл ыңғайында заправкаға туҡтағас, кассир ҡыҙҙың аптырау ҡатыш ҡурҡыу менән ҡарашын күргәс кенә, ҡурҡыныс гримым, йыртыҡ алама кейемдә икәнлегем иҫемә төштө. “Мин актер, съемканан ҡайтып киләм”, – тип аңлата һалдым. “Саҡ наряд саҡыртманым бит”, – тип көлөп ебәрҙе кассир ҡыҙ.
Киләһе мажаралар батырыбыҙҙың һуңғы төйәге Эстонияға юлланғанда Өфө аэропортында уҡ башланды. Беҙгә киноға төшөү мәлендә кейә торған бығауҙар, тимер сылбырҙар һалып ебәргәйнеләр. Уларға кәрәкле документтар булмағас, ҡалдырырға ҡушалар. Кәйеф төштө. Ни эшләргә икән, тип баш ватабыҙ. Бәхетебеҙгә күрә, араларында сәнғәткә битараф булмаған бер хеҙмәткәр табылды бит. Шул ярҙам итеп, сикте үткәреп ебәрҙе.
Икенсе көндө фильм төшөрөлә башланы. Киске эңерҙә – геройҙарыбыҙҙың Балтик диңгеҙ буйындағы киноның финал сәхнәләре. Ундағы серәкәйҙәрҙең күплеген белһәгеҙ! Эреләр. Түҙерлек түгел. Беҙгә сәбәләнергә ярамай. Илдар ағай Ғүмәров шунда: “Түҙ, Морат, серәкәй тешләгәндән берәү ҙә үлмәгән, ана, Салауат Юлаев ниндәй ҡыйынлыҡтарға бирешмәгән”, – тип йыуатҡан була. Хәҙер көлөп тә, һағынып та был күңелле мәлдәрҙе иҫкә алабыҙ. Буш ваҡыт булғанда, эргәлә генә боронғо сиркәү барлығын ишетеп, Илдар ағай менән бер көндө шунда киттек. Килһәк, бикле. Ишегенә ҙур йоҙаҡ эленгән. Китергә генә торғанда, ҡаршыбыҙға оло йәштәге бер әбей осраны. “Беҙҙең поп яңыраҡ ҡына мәрхүм булып ҡалды, теләһәгеҙ, асып индерәм”, – тине ул. Әбейҙең: “Салауат батыр беҙҙә изге кешеләр рәтендә, һәр ваҡыт уның рухына доға ҡылабыҙ, шәмдәр ҡуябыҙ”, – тип әйтеүе шаҡ ҡатырҙы. Бына бит батырыбыҙҙы нисек хөрмәтләйҙәр! Башҡорттарға ҡарата ла йылы мөнәсәбәттәләр. Көслө рухлы, намыҫлы, тоғро халыҡ итеп беләләр беҙҙе унда.
– Ә спектакль мәлендә мажаралы хәл-ваҡиғаға тарығанығыҙ юҡмы?
– Ундай мәлдәр күп инде ул. Иң иҫтә ҡалғаны “Хыялға ҡаршы” спектаклендә булды. Өйләнергә йөрөгәндә, кәләшем Айгөл: “Бөгөн спектаклгә минең әхирәттәр килә”, – тине. Артыҡ ныҡ тырышып киткәнмен, ахырыһы, шаҡмаҡтар аша һикереп, баҫтырышып йөрөгәндә колготканың төбө йыртылып китте. Уйнау ҡайғыһы китте, яйы сығыу менән тиҙ генә костюмер апайҙарға барып яматып алдым.
– Киләсәктә ниндәй ролде башҡарырға хыялланаһың?
– Һәр актерҙың күңеле түрендә йөрөгән, ул уйнарға теләгән образдар була. Ф. Достоевскийҙың “Преступление и наказание” романындағы Раскольников образын уйнап ҡарарға хыялланам. Уның аша төрлө осор өсөн дә көнүҙәк тема күтәрелә. Аҡыллы, белемле, төрлө идеялар менән янған йәштәр аҡса юҡлыҡ, ҡытлыҡ арҡаһында, йәмғиәттә ярҙам булмағанлыҡтан юғалып ҡала. Иң аяныслыһы – күптәре рухи төшөнкөлөккә бирелеп, эскесегә, наркоманға, енәйәтсегә әйләнә. Раскольников – быға асыҡ миҫал. Ул аңлы ғына түгел, ғорур ҙа. Шул арҡала, ярҙам итеүселәр булһа ла, ул үҙенә бикләнә.
– Хәҙер күп актерҙар тамада булып йөрөй. Һеҙ быға нисек ҡарайһығыҙ?
– Ыңғай ҡараштамын. Үҙем туғандар, дуҫтар араһында ғына мәжлес башлап ебәрәм, алып барам, был да – үҙенә күрә бер тәжрибә. Халыҡ менән аралашыуҙың яҡшы бер сараһы ул.
– Ял ваҡыттарын нисек үткәрәһегеҙ?
– Спорт менән шөғөлләнәм. Хәрәкәттә – бәрәкәт, тип юҡҡа әйтмәйҙәр бит. Бындай ваҡытта уйҙар рәткә һалына. Күңел тынысланып ҡала. Яңы идеялар тыуа. Яҙҙан көҙгә тиклем баҡсала эшләүҙән кинәнес табам. Ултыртҡан емеш ағастарыңдың шаулап сәскә атыуын, сәскән йәшелсә, емеш-еләгеңдең баш ҡалҡытыуын күреү, көҙөн мул уңыш йыйыу – үҙе бер бәхет бит ул. Тағы ла бер шөғөлөм бар – мебелдәрҙе реставрациялау менән мауығам, ағастан эшләнгән элекке йорт йыһаздарына яңынан йән индереү оҡшай.
– Актер булырға хыялланғандарға ниндәй теләктәрегеҙ бар?
– Бөгөнгө йәштәр ҡыйыу, уйлағанын ҡыйынһынмай күҙеңә ҡарап әйтә ала. Шул уҡ ваҡытта туған телдәрендә фекер йөрөтөү, дөрөҫ һөйләшеү, орфоэпияға иғтибар әҙерәк, әлбиттә. Сәхнә кешеһе булырға әҙерләнһенме, уҡытыусы, табипмы – барыһы ла туған телдәрендә дөрөҫ, матур итеп һөйләшә, фекерләй белергә тейеш, тип иҫәпләйем. Туған телеңә өҫтәп, тағы ла бер нисә сит ил телен белһәң, иркен аралашһаң, бөтә донъя һинең ҡулыңда тигән һүҙ. Телмәр үҫтерергә, һүҙ байлығын байытырға, әлбиттә, ҡысҡырып әҙәби әҫәрҙәр уҡыу ярҙам итә.
– Әҫәрҙәр уҡыу, тигәндән... Һеҙ үҙегеҙҙе диктор булараҡ та һынап ҡараған кеше.
– Радиоға шиғырҙар, хикәйәләр уҡырға саҡырһалар, теләп барам. Төрлө осорҙағы башҡорт әҙәбиәтендәге әҫәрҙәрҙе уҡыйбыҙ, һуңғы уҡыған әҫәрҙәрем Миләүшә Ҡаһарманованың “Һыбайлы”, “Март бураны”, Таңсулпан Ғарипованың “Һәйкәл тураһында баллада” булды. Үҙем Әхтәм Абушахманов, Илшат Йомағолов, Олег Ханов уҡыуында әҫәрҙәрҙе йыш тыңлайым. Шул юл менән башҡорт телендәге нәфис һүҙ сәнғәтен үҫтереүгә үҙебеҙҙең өлөштө индерәбеҙ.
– Был юҫыҡта һеҙ оҫталыҡ дәрестәре лә алып бараһығыҙ, шикелле?
– Өфө ҡалаһының Ф. Мостафина исемендәге 20-се, Дим биҫтәһенең 102-се башҡорт гимназияларында бынан бер нисә йыл элек алып барҙым. Уҡыусылар теләп йөрөнө. Шулай уҡ беҙҙең театрҙың үҙендә “Самрау” балалар театр түңәрәге лә был юҫыҡта ҙур эштәр башҡарҙы. Спектаклдәргә бәләкәс геройҙар кәрәк ваҡытта улар уйнай, үҙҙәрен һынап ҡарайҙар ине. Ни сәбәптәндер быларҙың барыһы ла туҡтап ҡалды. Шәхес тәрбиәләүҙә ҙур өлөш индерә бындай түңәрәктәр. Кеше алдында тартынмайынса сығыш яһарға, хис-тойғоларыңды йүгәнләй белергә өйрәтә ул.
– Киләсәктә, бәлки, әҙәбиәткә нығыраҡ ваҡыт бүлеп, үҙегеҙ ҙә сәхнә әҫәрҙәре яҙа башларһығыҙ?
– Барыһы ла Хоҙай ҡулында. Сөнки ижад ҡомары, идеялар улар һинән рөхсәт һорап тормайынса, уйламаған ваҡытта ла килеүе бар. Был осраҡта, әлбиттә, көн һайын тиерлек берәр ҡағыҙ бите булһа ла яҙырға кәрәк. Килеп сығамы, юҡмы, әммә уйлаған фекереңде мотлаҡ теркәп ҡуйырға кәрәк. Аҙаҡтан шул бер һүҙҙән йә һөйләмгә бәйләнеп барыбер фекер осланып ҡуя ул. Һуңғы ваҡытта Туфан Миңнуллиндың әҫәрҙәрен уҡыйым. Башта актер булараҡ сәхнәлә эш башлап, аҙаҡтан әҙәбиәткә тотоноп китеп, легендар сәхнә әҫәрҙәре тыуҙырған шәхестең тормош юлын өйрәнәм.
– Моғайын, яңы йыл төнөндәге иҫтәлекле, ҡыҙыҡлы ваҡиғалар ҙа хәтерегеҙҙә уйылып ҡалғандары барҙыр...
– Утыҙ ике тапҡыр ҡаршы алған Яңы йыл төнөндә төрлө хәл-ваҡиғалар булды. 2003 йылды ҡаршы алғанда күмәк туғандар йыйылдыҡ. Ҡустыларым, һеңлеләрем менән үҙебеҙсә Яңы йыл лотереяһы уйнатып, бүләктәр таратып, концерт номерҙарын күрһәтеп йөрөгәндә, гирляндаға тоташтырып ҡуйылған удлинителгә эләгеп йығылдым. Шыршыны өлкәндәр саҡ тотоп ҡалды. Гирлянда эшләмәне лә ҡуйҙы. Байрам биҙәге булған был яҡтыртҡыс булмағас, үҙемдең алабарманлығыма ныҡ ҡайғырҙым. Минең борсолоуымды күреп, ағайым: “Иң мөһиме – үҙеңә бер нимә лә булманы. Баш һау булһа, мал табыла ул, ҡустым”, – тип йыуатырға тырышты. Туғанлыҡтың бөйөк көсөн күрһәткән бер бәләкәй генә миҫал ул.
Үткән йылды ҡаршылағанда Бөрйән районындағы туғандарыбыҙ август айында уҡ үҙҙәренә Яңы йылды ҡаршыларға тип ҡунаҡҡа саҡырып ҡуйҙылар. Бөрйәнгә Стәрлетамаҡ аша тура юлдан ҡайтырға булдыҡ, юл яҡшы, тинеләр. 30 декабрь көндө Стәрлетамаҡта дуҫтар менән осрашып, иртәгәһенә әлеге юлдан Бөрйәнгә юлландыҡ. Бер көн алда ғына буранлап торған көн ҡапыл йылытты ла ебәрҙе. Аяҡ аҫты иреп ята. Тауҙарға менә алмағас, машинаны бороп ултырттым да, арт яғы менән менә башланым. Бер тауҙы менеп төштөк. Икенсеһенә менгәндә, Айгөл менән балалар төшөп алдан атлай торҙо. Ҡараңғы тиҙ төшә бит инде ҡыш көнө. Бер текә генә боролошто бер нисек тә менерлек түгел. Ҡыш бабай костюмын да һалып алған инем. Уның таяғының батарейка менән эшләгән биҙәгес уты ла бар, ғаиләм шуны тоҡандырып өҫкә ҡарай менеп киттеләр. Сәғәт киске туғыҙ тулды. Телефон тотмай. Тирә яҡ ҡап-ҡара урман. Бер машина ла юҡ. Бындай көндө юлға сыҡҡаныма ныҡ үкендем. Машина ныҡ ҡыҙғас, һыуына торһон тип һүндерҙем дә, балалар өшөп ҡуймаһын тип, багажникта ятҡан быйма, одеялдарҙы тотоп мин дә ғаиләм артынан йәйәү сыҡтым. Ҡараһам, улар миңә ҡаршы киләләр. “Машинаң күренмәгәс, борсолоп кире әйләндек”, – тиҙәр. Аҙаҡтан кәләш: “Бүре олоуын ишеттем дә шуға кире атланыҡ. Ярай ҙа, балалар ишетмәне”, – тине. Шул мәл был донъяла ғаиләмдән дә ҡәҙерлерәк бер нәмә лә юҡ икәнен аңланым. Бәхеткә күрә, ҡаршыбыҙға бер машина килеп сыҡты. Ҡапыл ауырып киткән бер ағайҙы Стәрлетамаҡҡа дауаханаға алып китеп баралар икән. “Бәйләнеш барлыҡҡа килгәс, беҙҙең туғандарға шылтыратып хәлде аңлатығыҙ, зинһар”, – тип, уларға телефон номерҙарын биреп ебәрҙек. Тиҙҙән арттан икенсе бер машина килеп сығып ярҙам итте. Оҙаҡламай ҡаршыбыҙға беҙҙе эҙләп туғандар ҙа килеп етте, Аллаға шөкөр, иҫән һау барып еттек. Урау булһа ла, юл яҡшы, тиҙәр бит. Насар һауа торошо булғанда һыналған ерҙән генә йөрөргә кәрәклегенә шунда инандым.
– Киләсәктә лә сағыу образдарҙа күрергә яҙһын, йөрөгән юлдарғыҙ һәр ваҡыт уң булһын!

 

Рәзинә Зәйнетдинова әңгәмәләште.

Автор:
Читайте нас