Шоңҡар
+22 °С
Ямғыр
Йәмғиәт
20 Декабрь 2024, 10:52

Моңо ҡалды мәңгелеккә

Яңы башланған 2024 йылдың тәүге көндәрендә ауыр хәбәр алдыҡ — бар булмышын ҡурай сәнғәтенә бағышлаған талантлы һәм сағыу шәхес – Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, виртуоз ҡурайсы һәм педагог Марсель Сәйетов арабыҙҙан китте. Йәшнәп йәшәр сағында йондоҙҙай атылып һүнде моң эйәһе, әммә ижад күгендә лә, замандаштары күңелендә лә яҡты эҙе һәм моңо мәңгелеккә ҡалды.

Моңо  ҡалды мәңгелеккәМоңо  ҡалды мәңгелеккә
Моңо ҡалды мәңгелеккә

Марсель 1982 йылдың 9 сентябрендә Йылайыр районы Матрай ауылында тыуған. Сәнғәткә һөйөү уға бала саҡтан килә. Матрай урта мәктәбендә уҡыған саҡта Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Нурғәле Кейекбирҙинда ҡурай серҙәренә төшөнә. 1997 йылда Өфө сәнғәт училищеһына уҡырға инә. Ә 2001—2006 йылдарҙа Өфө сәнғәт институтында юғары белем ала, Нариман Сабитов исемендәге 1-се балалар музыка мәктәбендә ҡурай класы буйынса балаларҙы уҡыта.
2004 йылда ул үҙенең һөнәри юлын Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһының милли уйын ҡоралдары оркестры солисы булараҡ дауам итә. Шул уҡ ваҡытта “Мираҫ” йыр һәм бейеү фольклор ансамбле менән Рәсәй һәм сит ил ҡалаларында башҡорт ҡурайын данлап, башҡа милләт алдында башҡорт моңон танытып, күп сығыштар яһай.
Ҡурай моңона ғашиҡ Марсель Марс улы һирәк талантҡа эйә була, ул профессиональ симфоник оркестры рәтендә, башҡорт ҡурайы менән иҫәпле генә башҡарыусылар булдыра алған сығыштары менән Башҡортостан Хөкүмәте залында уҙған концерттарҙа ҡатнаша. Уны талантлы профессиональ башҡарыусы ғына итеп түгел, ә күп кенә музыкаль әҫәрҙәр авторы итеп тә танып беләләр. Ошондай юғары ҡаҙаныштары өсөн 2014 йылда уға Башҡортостандың атҡаҙанған артисы исеме бирелә. Марсель Сәйетов ҡурай сәнғәтенә ҡарата үҙенсәлекле фекер йөрөтә һәм һуңғы көндәренә тиклем эҙләнеүҙәр, яңы асыштар юлында була.
...Бала саҡтан ҡурай моңона ғашиҡ, ғүмере буйы милли ҡоралыбыҙҙы пропагандалауға ҙур көс биргән ҡурайсы барыһын тетрәндереп, 41 йәшендә генә арабыҙҙан китте. Марсель Марс улы турала яҡты иҫтәлектәре менән дуҫтары, ижадташтары, остаздары уртаҡлашты.

Нурғәле Кейекбирҙин, Башҡортостан­дың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре:
— Марсель 5-се класта сағында мин алып барған ҡурай түңәрәгенә килде. Шул тиклем тырыш, талантлы малай тип хәтеремдә ҡалған. Әсәһе яғынан ҡарт ҡартатаһы Сәғәҙәт Бараҡов көслө ҡурайсы булды, ҡан тартҡандыр инде. Марсель миңә лә яҡын ҡусты булып сыға. Ҡыҙым менән бер класта уҡынылар. Беренсе класта уларҙың уҡытыусылары рус булды. Балалар русса йүнләп белмәй. Ҡыҙым да аңламай, әммә хәтере шәп булғас, уҡытыусының һәр һүҙен ятлап ала ине. Дәрестән ҡайтҡас:
— Уҡытыусы нимә тине? — тип һорайбыҙ.
— Завтра принесите тетради, ручки, тихо сиди, Марсель, альбом... — тип теҙеп алып китә.
Шулай “тихо сиди, Марсель” тигән һүҙ тороп ҡалды. Үҙе тырыш уҡыһа ла, шаян, шуҡ булды. Тыңламай ултырһа, уҡытыусы тыйған булғандыр инде. Һигеҙенсе класҡа тиклем миндә уҡыны, аҙаҡ үҙемә әйтмәй генә барып, сәнғәт училищеһында имтихандар тапшырып, уҡырға ингән. Шулай белем алып, бик көслө ҡурайсыға әүерелде. Минән алда Башҡортостандың атҡаҙанған артисы исемен алды. Һуңғы ваҡыттарҙа күрешмәһәк тә, концерттарҙа йә телевизорҙағы сығышын ғорурланып күҙәтеп барҙым. Иртә китеүе, әлбиттә, ҡыйын хәл, шундай талантлы ҡурайсыбыҙҙы юғалттыҡ.

Ришат Рәхимов, Башҡортостандың халыҡ артисы:
— Марсель Сәйетов... Уның бик һәләтле ҡурайсы булырын шунда уҡ күҙаллап, киләсәккә ҙур өмөттәр бағлап уҡырға алғайным.
Уҡыу барышында, аралаша-һөйләшә торғас, Марселдең маһир ҡурайсы Сәғәҙәт Бараҡовтың бүләре булыуын да асыҡланыҡ. Был асыш та уның оҫта ҡурайсы булып китеүенә этәргес көс булғандыр тип уйлайым.
Училищелағы реферат темаһы ла, сәнғәт институтындағы диплом эше лә уның ҡурайсы ҡартатаһы Сәғәҙәт Бараҡовтың ижади ғүмеренә арналды.
Ҡурай буйынса Марсель минең класта уҡыны. Ул бик һәләтле, отҡор уҡыусы булып сыҡты, традицион башҡарыу ысулдарын бик тиҙ үҙләштерҙе.
Музыка училищелары студенттары араһында ике йылға бер тапҡыр үткәрелә торған Республика күләмендәге йәш музыканттарҙың асыҡ конкурсында һәр ваҡыт лауреат исемен яуланы.
Мәшһүрлек үрҙәрен ҡыйыу яулаған оҫта егет, артабан “Мираҫ” йыр һәм бейеү фольклор ансамблендә эшләне.
Ул тыуған яҡтарында ғына таралған аҫыл халыҡ көйҙәрен башҡарыуға өҫтөнлөк бирҙе, шуның менән уларҙың ерлеген нығытты. Ә үҙ төйәгеңдәге йыр-моңдо өйрәнеү, таратыу, уны артабан йәшәтеү — һәр ҡурайсының изге бурысы.

Марат Солтанов, бейеүсе, Башҡортостан­дың атҡаҙанған артисы:
— 2003 йылда “Мираҫ” йыр һәм бейеү фольклор ансамблендә ижад юлымды башланым. Ул ваҡытта Марсель Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһының милли ҡоралдар оркестры солисы ине. Тәүҙә уртаҡ концерттарҙа, сараларҙа күрешеп, һаулыҡ һорашып ҡына йөрөнөк. Бер заман һөйләшеп киттек. Уның Йылайыр районы Матрай ауылынан икәнен белгәс, аптыраным. Әсәйем Матрай совхозынан бит! Марсель менән уртаҡ таныштар күп булып сыҡты, бер тирәлә йөрөгәнбеҙ, ләкин бер-беребеҙҙе белмәгәнбеҙ. Шулай яҡындан аралаша башланыҡ.
Талантын күреп, танып, Марселде төрлө сараларға даими саҡырып торҙолар. Башҡортостан буйлап ҡына түгел, Рәсәйҙең төрлө төбәктәрендә лә сығыштар яһай ине. Дуҫлашып киткәс: “Марат әйҙә, һин бейерһең, мин ҡурайҙа уйнармын”, — тип тәҡдим итте. Шулай бер нисә кешенән бригада төҙөп, фестивалдәргә барып ҡайттыҡ. Уны ғына саҡырһалар ҙа, сығышына бейеүселәрҙе лә ала ине. Марсель кешеләр менән матур итеп һөйләшә белде, шуға ла һәр ерҙә лә һүҙе үтте.
Ҡарағандала 2011 йылдар тирәһендә халыҡ-ара инструменталь фестиваль булды, Марсель унда ла саҡырҙы: “Һин ҡурайсы һымаҡ торорһоң да бер-ике көйҙән һуң бейергә төшөрһөң”, — тип үҙе шәп, тамашасыны аптыратырлыҡ номер ҡуйҙы.
Уның менән ҡайҙа ғына булманыҡ! Парижда ла, Берлинда ла, Дрезденда ла... 2012 йылда Геленджикка барҙыҡ. Биш-алты егетте йыйҙы, һәләтле кеше булараҡ ул үҙе номер тыуҙырҙы. Беренсе урын алдыҡ. Концерттарҙа ул тамашасыларҙы хайран ҡалдыра ине. Геленджикта кеше күп, сығыштан һуң киләләр ҙә, Марселде уратып алып, ҡурайҙа уйнауын һорайҙар. Халыҡ һораһа, уның юҡ тип әйткәне булманы. Хәтеремдә Марсель һәләтле ҡурайсы ғына булып түгел, ихлас, алсаҡ, аралашыусан кеше, сағыу талант эйәһе булып ҡаласаҡ.

Әлфиә Ғәлләмова, йырсы, Башҡортостан­дың атҡаҙанған артисы:
— Мәрхүм тормош иптәшем Рөстәм Шәрипов менән Марсель дуҫ булды. Бер нисә тапҡыр икәүләп сығыш яһап, “Факел” корпоратив фестивале лауреаттары исемен дә алдылар. Һәр нәмәне бергә эшләй инек — балалар тыуыуы, бала табыу йортонан ҡаршы алыуҙар, фатир һатып алыу, ремонт эшләү... Иҫемдә, бер юлы күсенгәндә фортепианоны һигеҙенсе ҡаттан төшөрөп, икенсе йорттоң туғыҙынсы ҡатына мендергәйнеләр. Йөк лифты юҡ, егеттәр үҙҙәре ташыны. Арып, ҡаттар араһында туҡтайҙар ҙа ҡурайҙа, фортепианола уйнап алалар. Күршеләр фатирҙарынан сығып, аптырап, тыңлап торалар...
Студент йылдарынан алып Марселдең тыуған көнөн тәбиғәт ҡосағында үткәрергә ғәҙәтләндек. Концерт миҙгеле алдынан ижади пландар тураһында һөйләшеп, йәйҙе оҙата инек. Ғаиләһен һаҡлап ҡала алмағанға үкенә ине, ҡатынын матур һүҙҙәр менән генә телгә алды. Марсель балаһын бик яратты, минең ҡыҙым тип өҙөлөп торҙо... Рөстәм киткәндән һуң, тора-бара донъя мәшәҡәттәре баҫты, Марсель менән күберәк эш буйынса ғына һөйләштек. Мин уға материал еберер инем, ә ул үҙе студияға барып, партияһын яҙҙыра. Һәр ваҡыттағыса эште белеп, еренә еткереп, юғары кимәлдә эшләй ине.

Юлай Ҡасимов, ҡурайсы, “Мираҫ” йыр һәм бейеү фольклор ансамбле солисы:
— Сәнғәт училищеһына уҡырға килгәнемдә, Марсель ағай инде йондоҙ ине. Яҡташтар булғас, тиҙ уртаҡ тел таптыҡ. Уның әсәһе — атайымды ла, апайымды ла, мине лә уҡытҡан кеше. Шуғамы икән, Марсель ағай мине яҡын күрҙе. Ул бер ваҡытта ла кешегә өҫтән ҡараманы, һәр кем менән — үҙенән күпкә кесе студент булһынмы, түрә кеше булһынмы, дуҫы булһынмы — бер тигеҙ ихтирам менән һөйләште.
Сәнғәт училищеһында уҡығанда беҙ, студенттар, Марсель ағайға оҡшарға тырыштыҡ. Сәхнә өсөн генә яратылған кеше! Ул гел зауыҡлы, матур костюмдарҙа сығыш яһаны, беҙ: “Уның һымаҡ күлдәк кәрәк!” — тип йөрөй торғайныҡ.
Дуҫтарының, таныштарының хәлдәрен белешеп торҙо, былай ғына: “Ҡустым, ни хәлдә?” — тип шылтырата торғайны. Хәҙерге ваҡытта, минеңсә, был сифат бик һирәктәрҙә бар. Ғөмүмән, йәштәргә иғтибарлы булды. Күрешкәндә гел тәжрибәһе менән уртаҡлашыр ине, сөнки үҙе ҡайҙа ғына йөрөмәгән, кемдәр менән генә сығыш яһамаған. Белеме, кәңәштәре менән бүлешергә бер тапҡыр ҙа тарһынманы. Марсель ағай бик кешелекле булды.

Айгиз Баймөхәмәтов, яҙыусы, Башҡортостан­дың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре:
— Марсель Сәйетов башҡорт сәнғәтендә кинәт балҡыны ла, һүнде... Үкендереп, бик йәшләй китеп барҙы. Йәшәргә лә йәшәргә ине. Ул хәҙерге быуын ҡурайсылары араһынан бик сағыу, ҙур киләсәкле, традицион ҡурайсылар мәктәбен тамырынан яҡшы белгән, ҡабатланмаҫ музыкант ине. Донъяның ниндәй генә сәхнәләрен шаулатманы! Һәр сығышында тамашасыларҙы үҙенә ҡарата белде, шуның менән ҡурайға сикһеҙ һөйөү уятты.
Марсель менән беҙ Өфөлә бер тирәләрәк йәшәнек. Урамда күрешһәк, ғәҙәттә, шул сәнғәт, ижади пландар тураһында һөйләшеп китә инек. Башҡа танылған йәштәштәребеҙ менән ҡурай моңон тыңлап, йырлашып ял итеп ултырған саҡтар ҙа булғыланы. Иң мөһиме, Марсель Сәйетов үтә лә рухлы, ғәҙел, һәм шул уҡ ваҡытта ябай була белде. Ижад кешеһенең үҙ донъяһы, үҙ ҡанундары, үҙ йәшәү кредоһы бар, үҙ дөрөҫлөгө бар. Бәлки, ҡай саҡ уның ғәмәлдәре дөйөм ҡалыптарға һыйып та бармайҙыр. Быны үҙемдән дә сығып әйтәм: йыш ҡына үҙ инанысыма бирелеп, тәртәгә һыймай китәм. Сәхнәнән киткәнен бик ауыр кисерҙе Марсель. Ижадсының нескә күңелен аңлау, уның хәленә инә белеү бик кәрәк. Рухлы һәм талантлы музыкант Марсель Сәйетов яратҡан эше — сәхнәнән айырылмаһа, бәлки, әллә күпме йәшәр һәм халыҡҡа хеҙмәт итер ине.


Заһиҙә МУСИНА әҙерләне.

Автор:Айнур Акилов
Читайте нас