Синоптиктар мәғлүмәте буйынса, 21 декабрҙә төндә бер аҙ ҡар яуа; көндөҙ епшек ҡарға әйләнә, урыны менән уртаса, айырым райондарҙа боҙлауыҡ, тимер сымдарға һәм ағастарға епшек ҡар йәбешеүе, юлдарҙа ҡар һырынтылары, боҙлауыҡ. Ел көньяҡтан, көньяҡ-көнбайыштан талғын, урыны менән көсәйеүсән. Һауа температураһы төндә -13, -18°, аяҙытҡанда -23°, көндөҙ -2, -7°тәшкил итәсәк.
Йәкшәмбе, 22 декабрҙә шулай уҡ епшек ҡар яуыуы, ҡайһы бер райондарҙа боҙлауыҡ булыуы, тимер сымдарға һәм ағастарға епшек ҡар йәбешеүе, юлдарҙа ҡар һырынтылары, боҙлауыҡ булыуы фаразлана. Ел көньяҡтан, көньяҡ-көнбайыштан талғын, урыны менән көсәйеүсән. Һауа температураһы төндә -2, -7°, аяҙытҡанда -12°, көндөҙ 0, -5°.