Айгөл ҒӘЛИӘКБӘРОВА – Учалы ҡыҙы. Башҡорт дәүләт медицина университетын тамамлаған, медицина фәндәре кандидаты. Рус телендә яҙылған фантастик әҫәрҙәре республикабыҙҙа ғына түгел, Рәсәйҙә, сит илдәрҙә лә донъя күрҙе. Төрлө йылдарҙа төрлө кимәлдә уҙғарылған әҙәби конкурстар лауреаты. Былтыр Парижда “Ҡатын-ҡыҙҙар ҡарашы” проекты уның бер нисә хикәйәһен иң яҡшыларҙан тип таныны.
Ҡарағош осошо
Фантастик хикәйә
Икһеҙ-сикһеҙ даланы байҡап, ҡая башында ыласын һыҙатлы урта быуат яугире баҫып тора. Уның һынында ғәҙәти булмаған ҡеүәт һәм ҡөҙрәт тойомлана. Ул үлемесле алышҡа әҙерләнгән нәфис тау юлбарыҫын хәтерләтә. Офоҡ тарафынан иҫкән дауыллы ел ҙурайғандан-ҙурая барған ҡара болотто ҡыуа килә. Ҡайҙалыр юғарыла ҡарағош борсоулы ҡысҡыра. Ҡапыл күк йөҙөн аяуһыҙ рәүештә йәшен ярып ебәреүенән һәм ҡолағымды тондороп күк күкрәүенән уянып китәм.
Тағы ла шул йәбешкәк төш! Әгәр ҙә ер ҡаҙығанда тапҡан боронғо әйберҙең миңә шул тиклем тынғыһыҙлыҡ килтеререн белгән булһам, уны шунда уҡ шатланып кире күмеп ҡуйыр инем.
Был әкиәти тарих өләсәйемдең телефондан шылтыратыуынан башланды:
– Әмирә, ҡыҙым, иртәгә шәжәрә байрамы икәнлеген онотмағанһыңдыр бит? Һиңә лә, ҡайтып, аҡһаҡалдарға хөрмәт күрһәтергә кәрәк.
– Ҡәртнәй, унда минән башҡа ла кеше күп булыр бит, минең юҡлығымды бер кем дә һиҙмәҫ.
Дөрөҫөн әйткәндә, мин үҙ ырыуымдың күп һанлы вәкилдәре менән осрашыу теләге менән янмайым. Был сараның күләмен тасуирлау маҡсатынан аңлатма биреү фарыздыр тигән фекерҙәмен. Милләтем буйынса мин – башҡорт ҡыҙымын. Ә башҡорттар тиҫтәләрсә ырыуҙарға бүленгән. Ҡасандыр минең ата-бабайҙарым Алтайҙағы Табын тип аталған тауҙан Көньяҡ Уралға күсеп килгәндәр. Шуға ырыуыбыҙ “табын” тип атала. Шәжәрә ағасыбыҙҙың тамыр төбөндә Сыңғыҙхандың ғәскәр башлығы Майҡыбей тора. Маҡтанғым килмәй, әммә һәр табынлы йылдам ғына үҙенең ун икенсе быуаттан башлап егерме ете быуынын һанап бирә ала. Ә хәҙер шәжәрә байрамында күпме халыҡ ҡатнашасағын күҙ алдына килтереп ҡарағыҙ инде!
Ҡәртнәйемде үпкәләтмәҫ өсөн дауаханала эшем күплеккә һылтанырға теләгәйнем, тик өлкән ҡәрҙәшем, минең сикһеҙ ҡыҙыҡһыныусанлығыма ишаралап, үҙемдән алдараҡ өлгөрҙө:
– Әгәр ҙә килһәң, ноҡот һалам!
Шах һәм мат! Мин “ҡармаҡты йотоп” ебәрҙем. Сөнки ул, элек мин унан ноҡот һалыуын күпме үтенһәм дә, “Йәштәргә алдан яҙмыш һынау – уларҙың тормош юлын боҙоу” тигән ырымға һылтанып, һис кенә лә ризалашмай торғайны.
Иртәгеһен мин йылға ярындағы ҙур аҡланда йыйылған, байтағы милли кейем кейгән шау-шыулы зат-зәүерем араһында инем инде. Ҙур келәмдә бер нисә ҡыҙ, йомшаҡ ҡына баҫып, сулпыларын һәм көмөш беләҙектәрен сылтыратып бейеп йөрөйҙәр. Көрәш, уҡ атышыу, ат сабышы кеүек милли уйындар бара. Бөтә ерҙә лә башҡортса һөйләшеү ишетелә, ҡысҡырып көлөп тә ебәрәләр. Майҙан тирәләй ҡунаҡтарҙы ҡымыҙ, айран менән һыйлау өсөн кейеҙ тирмәләр ҡоролған. Шул тирмәләрҙең береһендә, төрлө төҫтәге мендәрҙәргә таянып, ҡәртнәйем ултыра. Ул бик етди ҡиәфәттә, борсаҡтарын бутап, сепрәк тоҡсайын һелкетә. Мине күреп ҡалғас та, ымлап, үҙенең эргәһенә саҡырҙы. Етеҙ хәрәкәт менән борсаҡтарҙы алдан йәйелеп ҡуйылған ҡыҙыл яулыҡҡа һипте. Үҙ алдына нимәлер мығырлап, уларҙы айырым өйөмсөктәргә бүлә башланы. Был ғәмәлде күп тапҡыр, яулыҡта бер генә борсаҡ ятып ҡалғанға тиклем, ҡабатланы ул. Иң ҙур борсаҡ. Төҫө ҡап-ҡара. Ҡәртнәйемдең йөҙөн, гүйә, һөрөм ҡапланымы ни!
– Яңғыҙлыҡ ҡарғышы. Тоҡомобоҙға шулай яҙылған. Минең ҡыҙым ишен тапманы, ә һин атайһыҙ үҫәһең, мин үҙем дә никахымдан уңмағайным. Ғөмүмән, беҙгә тиклем йәшәгән ҡатын-ҡыҙ заттарыбыҙҙың бөтәһе лә никахтарынан һуң тол ҡалғандар.
Мин әлеге ҡара борсаҡты ҡулыма алдым да, үҙемдең ҡарт ҡыҙ булып ҡалыуым ихтималлығы хаҡында һуңыраҡ уйланырға ҡарар итеп, кеҫәмә һалып ҡуйҙым.
– Ниндәй наҙанлыҡ был! – Тирмәгә, ел-дауылдай булып туҙынып Фәниә апай килеп керҙе. – Ҡыҙҙың маҡсаты – карьера эшләү. Ул диссертация яҙа! Әле йәш бит. Бөтәһе лә һәйбәт буласаҡ.
Уңайһыҙ хәлдән сығыу сараһын табырға теләгәндәй:
– Әмирә, әйҙә беҙҙең менән ер ҡаҙырға бар, – тине. – Беҙ Юлдаш ағайың менән боронғо күсмә халыҡтың торағында соҡонорға теләйбеҙ.
Фәниә апай, йомшағыраҡ итеп әйткәндә, сәйерерәк ҡатын. Ундайҙар мандалдарҙы һүрәткә төшөрәләр, төштәрҙе тотоу өсөн ауҙар үрәләр, Тибет тауҙарында күнекмәләр яһайҙар. Уның тышҡы ҡиәфәте лә даими рухи эҙләнеүҙәрен сағылдыра: сирен сәскәһе төҫөндәге сәс бөҙрәләре, япон ҡатын-ҡыҙҙарыныҡы кеүек ебәк кимоноһы өҫтөндәге буйвол һөйәктәренән эшләнгән һинд мәрйендәре үҙҙәре генә лә ни тора! Апайҙың был мәҙәк ҡыланыштарын күптәр уның тарих фәндәре докторы булыуына һәм археология музейын етәкләүенә бәйләй.
Хәйер, уға саҡырыуын ике тапҡыр ҡабатларға тура килмәне. Кискә табан беҙ юлға сыҡтыҡ. Кәрәкле урынға барып етеүебеҙгә ҡараңғы төшә башлағайны инде. Шуға ла палатка ҡуйҙыҡ та ял итергә яттыҡ. Серем итә генә башлағас, ысынбарлыҡ менән төш сигендә алдымда урҙа башлығы, өҫтөнә яҫы тимер камзул, аяҡтарына оҙон күн итек кейгән ныҡлы кәүҙәле ир-егет пәйҙә булды. Нәҡ бойороҡ биргән төҫлө, йыртҡыс ҡош һынландырылған балдаҡлы бармағын ҡарт ҡарағас төбөнә йүнәлтте, артабан яурынына тоҡом тамғаһы һуғылған шәп юрға атына һикереп менде лә томан эсенә кереп юғалды.
Бәлки, ышанмаҫһығыҙ ҙа, әммә иртәгеһенә әлеге урында боронғо тәңкәләр табылды. Иң ғәжәбе – төшөмдәге таныш булмаған ир-егеттең балдағы ла шунда ине! Балдаҡтағы ҡошҡа һәм юртаҡтың тамғаһына ҡарап фекер йөрөткәндә, миңә үҙ ырыуыбыҙҙың боронғо вәкилдәренең береһенең рухы менән бәйләнешкә инеү форсаты тейгәйне.
Шул көндән алып мине төндәрен төрлө ҡот осҡос күренештәр эҙәрлекләй башланы. Йәнәһе, мин, шыбыр тиргә батып, дала һыбайлыларының бәрелешен, атлы ғәскәрҙәрҙең бер-береһен ҡыйратыуҙарын күҙәтәм. Юҡ-юҡ та башымда хәрби борғоларҙың ғырылдашыуы, тимерҙәрҙең бер-береһенә ҡағылып сыңлауы, ҡорос түшлектәрендә ҡайнар ҡояш нурҙары ялтлаған кәүҙәләрҙең, һыҡташып, ҡапыл күккә сойоролоуы һәм кәкре ҡылыстарға барып төшөүе. Төштәремдәге ҡара һыбайлы, һуғыш ҡыҙған ваҡытта битен уртаға бүлгән алһыу яра эҙе алып, үҙенең таланған йәйләүенә ҡайтты. Янып бөтөп барған тирмәһе эргәһендә йөрәк рәүешендәге сулпылар ҡушылып үрелгән сәс толомо табып алды. Йән өҙгөс тауыш менән ҡысҡырып атына һикереп менде лә, сыбыртҡыһын шартлатып, ҡараҡтар артынан сапты һәм ҡуйы һөт төҫлө аҡ томан шаршауына инеп юғалды. Тағы бер мәлдә көслө ел томан ҡалдыҡтарын таратып ебәрҙе һәм мин ҡараҡтарҙы эҙәрлекләүсене диңгеҙ ярында күрҙем. Ул йәйәү ине, йөҙөн мыйыҡ-һаҡал баҫҡан, өҫтөндә таушалып бөткән дәрүиш кейеме. Ул һағыш тулы ҡараштарын ярҙан алыҫлаша барған елкәнле карапҡа йүнәлткәйне.
Шул төштәрҙән ҡурҡып, йоҡлай алмайынса яфаланыуымдан биҙрәп, Фәниә апайға башыма төшкән хәсрәт хаҡында һөйләнем. Һүҙҙәремде дәлилләп, төштәремдәге диңгеҙ карабын һүрәтләнем. Апай һоҡланыуынан сәпәкәйләп ебәрҙе.
– Һин – рухтарҙы күреүсе, – тине ул. – Бүтәндәргә ҡарағанда һиҙгерерәкһең, күҙгә күренмәгән рухтар донъяһы менән бәйләнештәһең. Теге ҡаҙынған урында беҙҙең ата-бабаларыбыҙҙың йәйләүе булған. Боронғо башҡорттар кеше үлгәндән һуң уның йәненең нәҫел ҡошона әүерелеүенә инанған. Ул ҡош юғары донъяларға нәҫел ағасы буйлап күккә күтәрелергә тейеш. Беҙҙең нәҫел ағасыбыҙ – ҡарағас. Һине ата-бабаларыбыҙҙың ҡайһыһыныңдыр тыныслыҡ тапмаған рухы борсой. Ул юғары донъяға китә алмай, сөнки уны бында нимәлер тотҡарлай.
– Был бик ҡыҙыҡ, әлбиттә, – тип ҡыҙып киттем мин. – Ә минән нимә талап ителә һуң?
– Иң тәүҙә “нимә” түгел, ә “ҡасан” икәнлеген төшөнөргә кәрәк.
– Ниндәй мәғәнәлә?
– Табылған әйберҙәр Ҡырым ханы Сәхиб 1 Гәрәй хакимлыҡ иткән осорға тура килә. Шәжәрәбеҙҙән күренеүенсә, беҙҙең ата-бабайҙарыбыҙ уның ғәскәрендә хеҙмәт иткәндәр. Артабан, Иван Грозный заманында, Мәскәү батшаларына ҡаршы алыштарҙан һуң башҡорттар кире Уралға күсеп килгәндәр. Бөтәһе лә тап килә. Ваҡиғалар ун алтынсы быуат башында булған, Ҡырым ханлығы, ә карап...
Ул минең яҙа-йоҙа эшләнгән һүрәтемде ҡараны ла бер нисә һыҙат өҫтәне.
– Ғосман империяһының кәмәләре бына шундай булған, – тине. – Йыйын, һин Истамбулға осаһың!
– Апай, нимә һөйләйһең һин? Бәлки, балдаҡты урынына күмеп кенә ҡуйырға һәм был хаҡта оноторға кәрәктер?!
– Күпме генә тырышһаң да, Йәнде ҡыуып ебәреп булмаясаҡ! Ул үҙе китергә тейеш. Һинең үҙеңә йөкмәтелгән бурысты үтәү һәм Йәйәүленең йәнен тынысландырыуҙан башҡа сараң юҡ. Еҙ ҡомғандағы мөғжизәле пәрейҙең, Истамбул халҡының өмөт-хыялдарын һәм уларҙың нисек итеп тормош сылбырын үреүен тыңла. Истамбул – яҙмышты алдан һиҙҙереү ҡеүәһенә эйә ҡала, хыял-ҡала! Сөнки тап унда...
Күҙемде шар асып унынсы тапҡыр апайымдың ғосмандарҙың дүртенсе баш ҡалаһында үҙенең дүртенсе мөхәббәтен осратыуы тураһында һөйләгәнен тыңлайым.
Бүтән сарам ҡалмағас, аңлауығыҙса, бер аҙнанан һуң мин Истамбулға остом. Самолеттан сығып барғанда уҡ аллы-гөллө сәскәләрҙең хуш еҫенә сумдым. Ә ғосман империяһының ҡояш нурҙарында ҡойонған баш ҡалаһы үҙенең сиркәүҙәренең һәм мәсеттәренең көмбәҙҙәре менән күҙҙәремде сағылдырҙы. Ысын мәғәнәһендә ожмах бында! Рәхәтләнеп яңы һығылған гранат һутын һемереп, рахат-лукум тәмләп, иҫке ҡаланың тар ғына урамдарында йөрөгәнемдә бында килеүемдең маҡсатын онота яҙҙым.
Әйберҙәремде ҡунаҡханала ҡалдырып, боронғо тарихи урындарҙы өйрәндем. Тәүҙә Иҫке Константинополь стеналарын урап сыҡтым һәм 1453 йылда ҡалаға һөжүм итеү һынландырылған панорманы барып күрҙем. Ҡапыл үҙемде ҡыҙыҡһындырған ваҡыт арауығының бер быуатҡа һуңыраҡ икәнлеген аңланым.
Үҙемде әрләй-әрләй билдәле музейҙар буйлап киттем. Нимә эҙләгәнемде белһәм икән, исмаһам! Ҡапыл башыма “Урланған ҡыҙҙарҙы хәрәмханаға алып килгәндәрҙер, моғайын” тигән уй килде. Һәм мин һәр ташы тарих һаҡсыһы булған егерме биш ғосман хакимының бик бай биләмәһенә – Топҡапы һарайына йүнәлдем. Һарай балконынан Мәрмәр диңгеҙенең гүзәл күренештәренә һоҡланып, уның тулҡындарының бер-бер артлы боронғо диуарҙарға бәрелеүен тыңлағанымда аңыма нимәлер барып етте.
Фәниә апай ҡеүәтле мәғлүмәти яланды икһеҙ-сикһеҙ даръя тип һөйләгәйне. Ул, төрлө диндәрҙең һәм замандарҙың быуаттар буйы доғалар уҡылған урындарында иң ҡеүәтле ағымға әүерелеп, арауыҡ ҡына түгел, заманалар аша үтә. Тимәк, миңә боронғо ҡаланың ҡеүәтле ағымдар таратҡан үҙәгенә эләгеү зарур. Мең йыллыҡ тарихлы, христиан һәм ислам йолаларының үҙенсәлекле күршелеге йәшәйештең төрлө тармаҡтарын күҙгә күренмәҫ кенә итеп берләштергән Айя-София ҡорамынан башҡа ундай ағымды ҡайҙа табырға мөмкин?
Минең күҙаллауҙарым дөрөҫ булып сыҡты. Изге София ҡорамы, ысынлап та, ҡеүәтле архитектураһы – ҡара төҫтәге Батша ҡапҡаһы, ярым ҡиммәтле таштарының күплеге һәм боронғо изге яҙмалары булыуы менән таң ҡалдырҙы. Тәре йөрөтөүселәрҙең таушалған мәрмәр баҫҡыстар буйлап өҫкә күтәрелеүен күҙ алдына килтереү миңә илһам өҫтәне. Төрлө мәҙәниәттәрҙең һәм диндәрҙең ғәҙәти булмаған буталыуынан барлыҡҡа килгән иҫ киткес көс-ҡеүәтте мин тәнемдең тиреһе менән тойҙом. Гүйә, электр тогы еңелсә сәнскеләй һәм ҡултыҡ аҫтындағы сәстәрҙе хәрәкәткә килтерә. Миңә хатта юғары рухлы тулҡындарҙан һауа ла земберләгәндәй тойолдо. Мин кешелек тарихындағы күп ҡанлы ваҡиғаларҙың өнһөҙ шаһиты булған көмбәҙгә күтәрелеп ҡараным. Күҙҙәремде йомғом килде. Үҙемде яйлап ҡына тәүҙә тубыҡ һөйәгемә, шунан билемә тиклем ваҡыт даръяһына кереп барам тип хис иттем. Артабан упҡынлы тулҡындар башымдан ашып китте. Иҫ китмәле кисереш! Тын алышымды туҡтатып, нәҡ балыҡсының ҡалҡыуысы кеүек, Һыу-Ваҡыттың тулҡындарында сайҡала башланым. Шул тиклем рәхәт ине миңә!
Рухым ҡеүәтенең иң көсөргәнешле мәлендә аңым, күҙгә күренмәгән көскә эйәреп, кәүҙәмдән бер ҡош кәүҙәһен этәреп сығарҙы, ә ул, гравитация ҡанундарын инҡар итеп, юғарыға осто. Ҡоштар осҡан бейеклектән аҫта мөһабәт ҡорамдың көмбәҙен, урта быуат ҡалаһының һуш китерлек панорамаһының яйлап ҡына йөҙөүен күҙәттем. Ә мин күктә, бик бейектә, йә һауа стихияһы менән уйнап, йә алтын тирәсле ҡара ҡанаттарымды киң йәйеп, яйлап ҡына осоп йөрөйөм. Көмөшлө-аҡлы төҫтәрҙәге диңгеҙ ҡарлуғастары, борсоулы ауаздар сығарып, тар ҡанаттарын талғын ғына елпеп, минән ситкәрәк тайпылдылар. Ярты күкте ҡаплаған ҙур ҡояш фонында елкәнле кәмә һыны хасил булды. Мин ашыҡмайынса ғына, һауа мендәре буйлап шыуышып, галераға яҡынлаштым. Палубала шау-шыу, арлы-бирле йүгерешеү башланды. Балитәкле күлдәк һәм йәшел бәрхәт камзул кейгән сибек кенә ҡыҙ кәүҙәһе, ҡораллы һаҡсыларҙы артта ҡалдырып, арҡандан яһалған баҫҡыс буйлап грат-мачтаға күтәрелде. Иң юғарыға барып еткәс, саяланып, күк йөҙөнә баҡты, йөрәк рәүешендәге сулпыларын зарлы сыңлатып, һыңар толомон арҡаһына ташланы. Икенсеһе вәхшиҙәрсә төбөнән үк ҡырҡып алынғайны.
Йыртҡыс ҡош көсөргәнешле осошонда бер нөктәлә ҡатып ҡалды һәм уның ҡараштары башҡорт ҡыҙының ҡара күҙҙәре менән осрашты. Төпкө аңы менән ул үҙҙәренең рух берҙәмлеген тойомланы. Ҡыҙҙың йөҙөндә бер-бер артлы төрлө хистәр – таныу, шаҡ ҡатыу, еңеллек һәм хатта рәхәтлек хистәре сағылды. Шул мәлдә ул, еңелсә йылмайып, мачтаны ысҡындырҙы һәм баш әйләнерлек юғарылыҡтан Алтын Мөгөҙ ҡултығының ҡара һыуҙарына сумды. Шул уҡ ваҡытта ҡарағош, ҡапыл тиҙлеген юғалтып, йығыла башланы. Һыу өҫтө яҡынлашҡандан-яҡынлашты. Әммә һуңғы секундта, инстинктҡа буйһоноп, көйгән һөйәк төҫөндәге ҡанаттарын йәйеп ебәрҙе лә, кәүҙәһен елгә ҡаршы борҙо. Шул мәлдә барлыҡҡа килгән йылы һауаның көсө ҡошто һыуҙан тартып алды һәм юғарыға күтәрҙе. Һауа бик киҫкен ине, шуға ла тын алыу ауырлашты, күҙ алдары ҡараңғыланды. Аң һыуға һәм ҡараңғылыҡҡа сумды. Ҡолаҡҡа ғәрәп телендә һөйләшеү килеп бәрелде һәм мин үҙемде ҡорамдың иҙәнендә таптым.
Мин үҙемә хәҙер нимә эшләргә кәрәклеген аңланым һәм иртәгеһен Босфор ҡултығын киҫеп үткән судноның палубаһында баҫып тора инем инде. Еңелсә иҫкән ел юҡ-юҡ та тулҡынландырғыс диңгеҙ һауаһын алып килде, алыҫта дельфин көтөүе сайҡала ине.
Туристар диңгеҙ аҡсарлаҡтарына устарындағы емде ашатырға тотондолар. Бер нисә минуттан уларға кәмендә йөҙәрләгән ҡош ябырылды. Ас ҡоштар емде ҡулдарҙан тартып алалар, тағы ла һорап, саҡ кешеләрҙең баштарына менеп ултырмайҙар. Ҡоштарҙың шашыныуы мин караптың ситенә яҡынлашҡас ҡына туҡтаны. Сәйер, әммә оятһыҙ ҡоштар, ҡурҡыштарынан ныҡ итеп ҡысҡырынышып, халыҡты тыныслыҡта ҡалдырҙылар. Үҙен ҡоштар саҡ йолҡҡослап ташламаған берәү миңә рәхмәтле ҡарашын йүнәлтте.
Мин балдаҡты бармағымдан сисеп алдым да, бер ни тиклем икеләнеп торғас, ҡоторонған диңгеҙ тулҡындарына ташланым.
Көн кискә ауышҡанда, бер үк ваҡытта еңеллек һәм юғалтыу тойғолары кисереп, самолет креслоһының арҡаһына башымды терәнем. Самолет өҫкә күтәрелгәндәге күңел болғаныуын баҫыу өсөн кеҫәмдә йөрөткән кәнфиттәрҙе алып ҡабайым тип, ҡулымды кеҫәмә тыҡтым. Береһен, итәғәтлелек күрһәтеү йөҙөнән, эргәмдә ултырған егеткә һондом.
– Ашайһығыҙмы?
– Нимә ул? – тип көлөп һораны ул.
– Усымда борсаҡ ята ине. Теге борсаҡ. Тик күҙҙәрҙе ҡамаштырырлыҡ ап-аҡ төҫтә! Әллә яман юрау юҡҡа сыҡтымы икән?
Сәйер хәл: Истамбул үткәне – иҫ китмәле, бөгөнгөһө – һоҡланғыс ҡала. Өҫтәүенә ул киләсәкте үҙгәртеү мөмкинлеге лә бирә! Ысынлап та, Истамбул – һине күктәр ишетә торған ҡала. Тиҙҙән хәл-ваҡиғаларға һәм кисерештәргә бай көндән арып йоҡлап киттем.