Шоңҡар
+22 °С
Дождь
Йәмғиәт
23 Декабря 2024, 11:16

Республикала Яңы йылға 570 боҙ ҡаласығы төҙөлгән

Уларҙың күбеһе асылған, әммә ҡайһы бер муниципалитеттарҙа һауа торошона бәйле эштәр тотҡарланды, тип хәбәр итте Башҡортостандың торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры Ирина Голованова.

Республикала Яңы йылға 570 боҙ ҡаласығы төҙөлгәнРеспубликала Яңы йылға 570 боҙ ҡаласығы төҙөлгән
Республикала Яңы йылға 570 боҙ ҡаласығы төҙөлгән

Башҡортостанда 570 яңы йыл ҡаласығы төҙөлә. Уларҙың күбеһе асылған, әммә ҡайһы бер муниципалитеттарҙа һауа торошона бәйле эштәр тотҡарланды, тип хәбәр итте Башҡортостандың торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры Ирина Голованова.

Республикала бөтәһе 1703 шыршы ҡуйылған, 347 һырғалаҡ, 633 ҡар тауы (133-сө сертификация үткән һәм 500-ө сертификат талап итмәй), 67 саңғы базаһы һәм 30 тюбинг трассаһы эшләй.

Өфөлә 22 төп боҙ ҡаласығы төҙөлгән, шуларҙың икәүһе — үҙәктә: ҡала Советында һәм Конгресс-холл янындағы майҙанда. Баш ҡалала 350 яңы йыл шыршыһы ҡуйылды.

Сығанаҡ: "Башинформ".

Автор:
Читайте нас