Шоңҡар
+24 °С
Ямғыр
Йәмғиәт
24 Декабрь 2024, 08:17

Тағын бер яҙыусыны юғалттыҡ

Был хаҡта Башҡортостан Республикаһы Яҙыусылар союзында хәбәр иттеләр.

Тағын бер яҙыусыны юғалттыҡТағын бер яҙыусыны юғалттыҡ
Тағын бер яҙыусыны юғалттыҡ

Танылған башҡорт яҙыусыһы һәм журналист Рәлис Ураҙғолов арабыҙҙан китте. Был хаҡта Башҡортостан Республикаһы Яҙыусылар союзында хәбәр иттеләр.

- Рәлис Ураҙғолов - хәҙерге замандың талантлы прозаиктарының береһе, уның әҫәрҙәре ҙур ваҡиғалар һүрәтләнеүе, тел байлығы менән айырылып тора, - тип билдәләне Башҡортостандың Яҙыусылар союзы рәйесе, Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы - ҡоролтай депутаты Айгиз Баймөхәмәтов. - "Башҡортостан" гәзите редакцияһында биш йыл дауамында Рәлис Ришат улы менән эшләү бәхете тейҙе, бер кабинетта ултырҙыҡ һәм ижад иттекр. Бергәләп республика һәм Рәсәй буйынса ижади командировкаларҙа булдыҡ. Ул иҫ киткес тыйнаҡ һәм сикһеҙ талантлы булды. Республиканың бөтә әҙәби берләшмәһе ошо ҡайғылы хәбәрҙе бик ауыр кисерә.

Рәлис Ришат улы хәләл ефете Нурия Ураҙғолова менән биш бала тәрбиәләгән, өлкән улы Тимерғәле Ураҙғолов - Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы - ҡоролтай депутаты.  Яҙыусыны 26 декабрҙә тыуған төйәгендә - Ҡырмыҫҡалы районында ерләйҙәр.

Яҡындарының, тыуғандарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ.

 

Автор:Айнур Акилов
Читайте нас