Шоңҡар
+22 °С
Ямғыр
Йәмғиәт
24 Декабрь 2024, 05:23

Туғыҙ балалы ғаилә – еңеүсе!

Шәфҡәтлелек фонды рәйесе Каринэ Хәбирова һәм Башҡортостан ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театрында "Был – беҙҙең ғаиләләгесә" Бөтә Рәсәй конкурсында еңеүсе ғаиләләрҙе бүләкләне.

Туғыҙ балалы ғаилә – еңеүсе!Туғыҙ балалы ғаилә – еңеүсе!
Туғыҙ балалы ғаилә – еңеүсе!

Шәфҡәтлелек фонды рәйесе Каринэ Хәбирова һәм Башҡортостан ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театрында "Был – беҙҙең ғаиләләгесә" Бөтә Рәсәй конкурсында еңеүсе ғаиләләрҙе бүләкләне.

Каринэ Владимировна өлгөлө ғаиләләргә уңыштар һәм бәхет теләне, һәр береһенең бүтәндәргә өлгө булыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды.

Конкурста алдынғылыҡты бирмәгән ата-әсәләр янына ашыҡтыҡ. Өфө ҡалаһында ғүмер итеүсе Гөлсәсәк һәм Руслан Мөлөковтар белдереүенсә, бындай конкурстарҙа ҡатнашып еңеү яулау киләсәккә ышанысты нығыта, маҡсаттар билдәләгәндә лә ярҙам итә. Улар Арыҫлан һәм Тимур исемле улдар үҫтерә. Мөлөковтар "Йолаларҙы һаҡлаусы ғаилә" номинацияһында еңеү яуланы.

Бынан тыш, Лира һәм Әсләм Хафизовтар (Мәсетле районы) – "Алтын ғаилә", Гөлнара һәм Альберт Яҡуповтар (Благовар районы) – "Ауыл ғаиләһе", Альбина һәм Александр Корниловтар (Күмертау ҡалаһы, туғыҙ бала тәрбиәләй) – "Күп балалы ғаилә", Карина һәм Илдар Мәмлиевтәр (Салауат районы) "Йәш ғаилә" номинацияһында һынатманы, шулай уҡ Өфө ҡалаһынан Лилиә һәм Флорид Ғәйнетдиновтарға Башҡортостан ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығының Рәхмәт хаты тапшырылды.

Сара сиктәрендә шулай уҡ оҫталыҡ дәрестәре, фотосессия ойошторолдо, Ҡыш бабай бүләктәр таратты. Аҙаҡтан барыһы ла "Аҡ сысҡандар мажаралары" тигән спектакль ҡараны.

Фото: Александр Королев һәм Айрат Нурмөхәмәтов.

"Дим буйҙары" гәзите сайтынан.

 

Автор:
Читайте нас